Ростов өлкәһенең Ҡарауыл тауындағы мемориал

Ростов өлкәһе Ҡарауыл тауындағы мемориалРәсәйҙә берҙән-бер «Игорь полкы тураһында һүҙ» һәйкәле, Белая Калитва ҡалаһы янында урынлашҡан.

Ростов өлкәһенең Ҡарауыл тауындағы мемориал
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Тарихы һәм тасуирламаһы үҙгәртергә

Белая Калитва ҡалаһының тарихи ҡомартҡыһы булып Ҡарауыл ҡурғаны тора. Ҡарауыл ҡурғаны Дондың ете мөғжизәһе иҫәбенә инә[1]. Ҡурған Ҡараул тауы тип борондан аталған, был урындарҙа казактар урындың иң юғары нөктәһенә күҙәтеүселәрҙе ҡуйған, улары дошман яҡынлашыуы тураһында иҫкәртеп усаҡ яҡҡан.

Ҡарауыл тауы түбәһенән Калитва һәм Быстрая йылғалары араһын күрергә мөмкин, ул тирәлә

 
Белая Калитва ҡалаһында Калитва йылғаһы.

«Игорь полкы тураһында һүҙендә» һүрәтләнгән ҡыпсаҡтар менән һуғыштар булып үтә, тип һаналған. Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, Быстрая йылғаһы, шул уҡ легендар Каяла йылғаһы, мул һыулы булған. Башҡа фекерҙәр буйынса, Каяланы Калитва йылғаһы тип иҫәпләргә кәрәк.

Әммә, нисек кенә булмаһын, 1970 йылдың май айында Ҡарауыл тауындағы алыш иҫтәлегенә кенәз Игорь яугирҙәренең донъяла берҙән-бер һәйкәле ҡуйыла. Мемориаль табличкала «Игорь яуы яугирҙәренә — батыр рустарға 1185 йыл» тип яҙылған. Монумент 17 тонналыҡ карел диабазынан торған таш киҫәгенән ғибәрәт. Обелиск тимер фундаментҡа ҡуйылған. 3 метр ҡара — һоро киҫәк аҫтында, махсус тишектә, Киев һәм Путивлдән, Новгород-Северский һәм Трубчевсктан, Рыльск һәм Курсктан, йәғни Игорь яуын тәшкил иткән дружинниктарҙың бөтә ҡалаларынан тупраҡтар менән капсулалар көпләп ҡуйылған.

1975 йылдың июленән Ҡарауыл тауы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һағы аҫтына алынған[2].

«Каяла уҡыуҙары» фестивале үҙгәртергә

Йыл һайын май айында Белая Калитва районының Погорелов утарында рәсәй клубтарының хәрби-тарихи смотры менән халыҡ-ара тарихи-әҙәби «Каяла уҡыуҙары» фестивале үтә.

  Тышҡы медиафайлдар

Бөгөн был Рәсәйҙә, бәлки, әҙәби һәйкәлгә арналған берҙән-бер «хәрби смотр». Бындай сағыу фестиваль нисә йыл инде Ростов өлкәһенең туристик ваҡиғалар календарына индерелгән[3].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Волошинова В. Ф., Волошинова Л. Ф. 100 уникальных мест Ростовской области: Иллюстрированный справочник. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2011.-176 с., ил. ISBN 978-5-7509-0631-4

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә