Роналдо (порт.-браз. Ronaldo; тулы исеме — Роналду Луис Назариу ди Лима[5], порт.-браз. Ronaldo Luís Nazário de Lima; 22 сентябрь[6], 1976 йыл, Рио-де-Жанейро, Бразилия) — Бразилия футболсыһы, һөжүмсе. Бик күп футбол ойошмалары, белгестәре һәм спортсылары фекере буйынса, футбол тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе булып тора[7][8][9][10][11].

Футбол
Футбол
Роналдо
Информация
Тулы исеме Роналду Луис Назариу ди Лима
Ҡушаматтары Зубастик, Феномен (исп. El Fenomeno)
Тыуа 22 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…] (47 йәш)
Итагуаи[d], Рио-де-Жанейро[d], Бразилия[4]
Гражданлығы
Буйы 183 см
Клубы
Клубы Испания Реал Вальядолид
Вазифа президент
Карьера
Йәштәр клубтары
1986—1989 Бразилия (1968-1992) Валкейре (футзал)
1989—1990 Бразилия (1968-1992) Сосиал Рамос
1990—1993 Бразилия Сан-Кристован
Клуб карьераһы*
1993—1994 Бразилия Крузейро 34 (34)
1994—1996 Нидерландтар ПСВ 46 (42)
1996—1997 Испания Барселона 37 (34)
1997—2002 Италия флагы Интернационале 68 (49)
2002—2007 Испания Реал Мадрид 127 (83)
2007—2008 Италия флагы Милан 20 (9)
2008—2011 Бразилия Коринтианс 52 (29)
1993—2011 Дөйөм мәғлүмәттәр 384 (280)
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Бронза Атланта 1996 футбол
Донъя чемпионаты
Алтын АҠШ 1994
Көмөш Франция 1998
Алтын Корея/Япония 2002
Кубки конфедераций
Алтын Сәғүд Ғәрәбстаны 1997
Америка Кубогы
Көмөш Уругвай 1995
Алтын Боливия 1997
Алтын Парагвай 1999

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.


Ике тапҡыр донъя чемпионы, донъяның вице-чемпионы, Castrol Index тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы футболсы[12][13], 1998 һәм 2020 йылғы донъя чемпионаттарының иң яҡшы футболсыһы, 2020 йылғы донңя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры, донъя чемпионаттарында индерелгән туптар һаны буйынса экс-рекордсмен (2014 йылдың уны Мирослав Клозе уҙып китә), донъя чемпионаттарында футболист бер гол генә булһа ла гол индергән матчтар һаны буйынса рекордсмен[14][15], бөтә халыҡ-ара турнирҙарҙа гол индереү буйынса рекордсмен, ФИФА һәм World Soccer версияһы буйынса өс тапҡыр йылдың иң яҡшы футболсыһы, ике тапҡыр «Алтын туп» эйәһе, «Алтын бутса» хужаһы, донъяның 100 иң яҡшы футболсыһы исемлегенә индерелгән һәм «World Soccer» (1999 йыл) журналы версияһы буйынса 13-сө урында, Итальян футболсылары ассоциацияһы версияһы буйынса (1998—2007) А Серияһында ун йыллыҡтың иң яҡшы уйынсыһы[16], goal.com (2000—2009) порталында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, 17 йәшендә донъя чемпионаты еңеүсеһе булған Пеле менән бер рәттән ун йыллыҡтың иң яҡшы уйынсыһы[17], Ромарио һәм Джеффри Херст кеүек үк йыйылма командаларҙың халыҡ-ара турниры финалында хет-трик эшләүсе.

Иртә йылдары үҙгәртергә

Роналдо Луис Назариу ди Лима Бенто-Иберо, ярлы биҫтә Рио-де-Жанейроның Бенто-Рибейро тип аталған ярлы өлөшөндә1976 йылдың 18 сентябрендә тыуа, әммә бары тик 22 сентябрҙә генә рәсми теркәлә. Әсәһе уға исемде акушер Роналду Валента хөрмәтенә бирә.

Роналдо 6 йәшендә футбол уйнай башлай, һ йәшендә атаһы уға күн туп бүләк итә, ә 12 йәшендә ул «Валкейр» балалар спорт футзал клубыуның даими уйынсыһы була. Артабанғы йылдарҙа Роналдо футбол залын «Сан-Кристован» командаһында ҙур футболда уйнауы менән аралаштыра. Ике турнирҙың да иң яҡшы һөжүмсеһе булып, ул ҙур футболды һайларға ҡарар итә. Һуңынан, бер ни тиклем ваҡыттан һуң матбуғатта «яңы Пеле» тыуыу ихтималлығы тураһында тәүге иҫкә алыуҙар күренә башлай.

Крузейро үҙгәртергә

1993 йылда Роналдо тәүге профессиональ футбол клубы — «Крузейро»ға күсә, трансфер суммаһы 50 000 АҠШ доллары тәшкил итә. Был клубта 1993 йылдың июленән 1994 йылдың авгусына тиклем ул 57 гол индерә (уларҙың 44-е — рәсми уйындарҙа), клубтың иң яҡшы бомбардир булып таныла һәм көйәрмәндәрҙең, Европа клубтары белгестәренең етди иғтибарын йәлеп итә. «Байя» клубында ҡаршы бер уйында Роналдо биш гол индерә һәм бер уңышлы пас бирә.

ПСВ үҙгәртергә

Тәүге миҙгел үҙгәртергә

Голландия ПСВ-һына (футбол клубы) Роналдо 1994 йылдың июлендә 5 миллион фунт стерлингҡа күсә. Тиҙҙән уның менән менән Nike компанияһы бағыусылыҡ килешеүе төҙөй. Голланд телен белмәүгә һәм акклиматизацияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Роналдо дебют миҙгелендә үк, 17 йәшендә, Голландия чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була, ә уның командаһы өсөнсө урынға сыға.

1995 йыл башында президент Миландың «Интер»ы президенты Массимо Моратти ПСВ менән бразилиялы уйынсыны һатып алыу өҫтөнлөгө тураһында килешеү төҙөй. Ошо уҡ йылдың яҙында Роналдо, Миланда ялда булғанда, Моратти менән осраша.

Икенсе миҙгел үҙгәртергә

Йәрәхәтле тубыҡ үҙгәртергә

Икенсе миҙгелдә Роналдоның эштәре хөртөрәк бара, уның командаһы тағы ла чемпионатта өсөнсө була, ә үҙенең тубығы ауырта башлай. Күнекмәләре бер нисә көнгә туҡталып ҡала, әммә был да ярҙам итмәй, уйынсының физик формаһы насар була һәм тубығына операция талап ителеүе асыҡлана. 1996 йылдың февралендә операция үткәрелә, Роналдо 4 ай уйындан төшөп ҡала, уның өсөн миҙгел тамамлана. Бразилия йыйылма командаһы форвардф Ромарио Роналдоға үҙен дауалаған физиотерапевт Нилтон Петронеға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Роналдо Эйндховендан клиникаға, 90 көнлөк интенсив физиотерапия курсына китә. Ошо ваҡыт эсендә ул тренажер залында шөғөлләнә һәм бассейнда йөҙә.

Кире ҡайтыуы үҙгәртергә

Һөҙөмтәлә форвард Голландия Кубогы финалына өлгөрә, әммә баш тренер Дик Адвокат уны ул матчта алмашҡа ғына сығарып, уйынға бер нисә минут ҡына бирә. Шунан һуң Роналдо ПСВ-нан икенсе клубҡа күсергә ҡарар итә.

«Барселона» үҙгәртергә

 
ПСЖ-ла уйнағанда Рональдоның Кубоктар кубогы финалындағы пенальти голы

Күсеүе үҙгәртергә

Атланталағы Олимпия уйындарында Бразилия йыйылма командаһы бронза миҙал яулай, ә Роналдо командала иң яҡшы уйынсыларҙың береһе була. «Барселона» ПСВ-ға трансфер тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итә, Голландия клубы, быға тиклемге килешеүгә ярашлы, «Интер»ға каталондарҙың тәҡдименән 20 миллион доллар артыҡ түләп, уйынсыны һатып алырға тәҡдим индерә. Массимо Моратти сумманы артыҡ ҙур һанап, уйынсы һатып алыуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә «Барселона»АҠШ -та уҡ Роналдо менән контракт төҙөй. Шулай уҡ Nike та уның менән яңы контрактын яңырта.

Клуб өсөн уйын үҙгәртергә

1996 йыл үҙгәртергә

Роналдо өсөн яңы клубтағы беренсе уйын иптәштәрсә матч була, шунан чемпионат башлана һәм ул уның өсөн уңышлы була — голдар индерә башлай. Ул йылдарҙа Испания чемпионатының уртаса көслө «Компостела» командаһына ҡаршы уйында Роналдо ҡаршы яҡ уйынсыһынан үҙ яланында уҡ тупты тартып алып, футболкаһына йәбешеп саҡ аяҡтан йыҡмаған ҡаршы яҡ уйынсыһынан ҡасып, барлыҡ һаҡ уйынсыларын үтеп, ҡапҡасыны албырғатып 11 метрҙан гол индерә. Йыл һуңына тиклем ул яҡшы уйын күрһәтә һәм һуҙумтәлә беренсе тапҡыр ФИФА версияһы буйынса планетаның иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.

1997 йыл үҙгәртергә

1996/97 йылдар миҙгеле башында уйынын уңышлы башлап, Роналдо уны яңы миҙгелдә лә дауам итә. Миҙгел тамамланғанда иң яҡшы уйынсы иҫәбендә 49 уйында 47 гол була. Уның голдары арҡаһында клуб Кубоктар кубогында һәм Испания кубогында еңеү яулай. Роналдо үҙе 37 уйында 34 гол индереп Испания чемпионатының иң яҡшы һөжүм итеүсе булып таныла һәм «Алтын бутса» яулай.

«Интернационал»да үҙгәртергә

Күсеүе үҙгәртергә

1997 йылдың июлендә Роналдо Миландың «Интер» клубына күсә. Уның өсөн «Барселона»ға 25 миллион фунт стерлинг түләйҙәр[18], был сумма ул ваҡытта рекорд була. Клубтың штаб-фатиры эргәһендә футболсыны 10 000 көйәрмән ҡаршы ала, команданың күнекмәләр үҙәгендә тағы шунса кеше көтә. Роналдо яратҡан 9-сы номеры урынына 10-сы номерҙы ала. Арҡаһына Ronaldo исеме яҙылған футболкаларҙы фанаттар тиҙ арала һатып алып бөтә.

Клуб өсөн уйын үҙгәртергә

1997/1998 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Клубты һәм чемпионатты алмаштырыу Роналдоға кире йоғонто яһамай. «Пьяченца» менән уйындағы хет-трикы өсөн фанаттары уға Феномен ҡушаматын бирә. 1997 йыл йомғаҡтары буйынса Роналдо «Алтын туп» ала һәм тарихта беренсе тапҡыр ФИФА версияһы буйынса икенсе тапҡыр йыл уйынсыһы тип таныла. «Интер» чемпионлыҡ өсөн көрәштә «Ювентус»тан еңелә һәм икенсе була, шулай уҡ клуб, ярымфиналға Мәскәүҙең «Спартак» командаһын еңеп, УЕФА Кубогына лайыҡ була.

1998/1999 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

1998/1999 йылдар миҙгеле алдынан командала номерҙар алмаштырыла һәм Роналдо 9-сы һанын ала. Бразилиялы 1998 йылда «ФИФА йыл уйынсыһы» исеменә тауыш биреүҙә Зидандан ҡалышып, икенсе урын ала. «Интер» ул миҙгелдә дүрт тренер алмаштыра, бер генә титул да яуламай һәм чемпионатта ни бары 9-сы була. Роналдоны шул миҙгелдә уң аяғының тубығы ауыртыу борсой башлай, уйынға уколдар ҡаҙап ҡына сыға, әммә, ауыртыу даими булмағанлыҡтан, Нилтон Петрон операция эшләтергә икәңәш итмәй.

1999/2000 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Яңы миҙгел Роналдо өсөн, тубығы ауыртыуға ҡарамаҫтан, яҡшы башлана. Әммә «Лечче»ға ҡаршы уйын операция кәрәклеген күрһәтә. Операция Париж клиникаларының береһендә үткәрелә һәм төҙәлеү өсөн 4 ай ваҡыт кәрәк була. Тергеҙелеү ваҡытында Роналдо ҡатынының йөклө булыуын белә һәм: «Минең улым мине ҡырҙа күрәсәк», — тип вәғәҙә итә. Рональд улы 6 апрелдә, Роналдо уйнарға сығырҙан алдараҡ тыуа. 12 апрелдә «Интер» Италия Кубогы финалында «Лацио» менән уйнарға тейеш була. Табиптар Роналдо бары тик 20 минут ҡына уйнай ала, тип белдерә.

Роналдо «Лацио»ға ҡаршы уйнарға сыға, уйын яҡшы башлана, ул бер нисә хәүефле мәл тыуҙыра. Бер мәлде ул газонға ҡолай һәм тубығына йәбешә, күҙҙәреннә йәш килеп сыға. Уны носилкала алып китәләр; уның өсөн матч һәм миҙгел тамамлана.

Тикшереүҙәр тубығының һыныуын асыҡлай. Уйынсы карьераһы хәүеф аҫтында ҡала. Роналдоны Парижға күсерәләр, тағы етдиерәк, тергеҙелеү ваҡыты кәмендә бер йылға һуҙыласаҡ операция талап ителә.

Роналдоға көйәрмәндәре, командалаштары, яҡындары һәм дуҫтары рухи яҡтан терәк була . Бразилиялыға Зинедин Зидан, ә Миланға ҡайтҡач Пеле килә; Бразилия президенты уға тиҙ арала һауғыу теләй. 2000 йылдың мартында Роналдо "Маракан"да Михаэль Шумахер һәм Зико ҡатнашҡан иптәштәрсә матчта футбол ҡырына сыға. Уны клиниканан сығарғас, Италияға ҡайтып, үҙенең клубына сыға һәм көн һайын күнекмәләр үтә, иптәштәрсә матчтарҙа уйнай. Ошо 2 йыл эсендә Роналдо популярлығын юғалта, Бразилия йыйылма командаһындаяңы уйынсылар барлыҡҡа килә. 2002 йылғы донңя чемпионатына эләгеү өсөн Роналдо улар менән көрәшергә мәжбүр була.

Мадрид «Реал»ы үҙгәртергә

Күсеүе үҙгәртергә

Үҙе өсөн уңышлы булған 2002 йылғы донъя чемпионатынан һуң Роналдо 40 миллион фунт стерлингҡа Мадрид «Реал»ына күсә. Роналдо «йондоҙ»ло составтың бер өлөшөнә әйләнә, был ваҡытта командаға Луиш Фигу һәм Зинедин Зидан килә. Фанаттары Роналдоның күсеүен хыянат тип баһалай, улар уның уйынға ҡайтыуын көтә, ә ул триумф менән ҡайтҡандан һуң, икенсе клубҡа күсә.

 
Роналдо 2005 йылда

Клуб өсөн уйын үҙгәртергә

2002/2003 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Футбол буйынса Испания чемпионаты үҙгәртергә

Беренсе уйында уҡ Роналдо гол индерә башлай һәм көйәрмәндәр менән клуб етәкселеге көткән уйын күрһәтә. Беренсе «Эль Классико» миҙгелендә «Барселона»ға ҡаршы матчта, Роналдо киҙеү арҡаһында уйнамай. 2003 йылда, «Сантьяго Бернабеу»ҙа «яуап уйыны»нда Роналдо үҙенең элекке командаһына ҡаршы сыға һәм гол индереп, иҫәпте тигеҙләй — 1:1. Уҙған миҙгелдәге өсөнсө урындан һуң, бразилиялы килгәс «һөт өҫтө» Испания чемпионатында еңеү яулай.

Чемпиондар лигаһы үҙгәртергә

Чемпиондар лигаһында «Реал» ике төркөм этабынан һуң плей-оффҡа сыға. Бында испандарға «Манчестер Юнайтед» менән осрашырға тура килә. Мадридтағы беренсе матч хужалар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамлана, «Олд Траффорд»та яуап уйынында Роналдо «МЮ» ҡапҡаһына 3 гол индерә һәм команданы («Реал» был осрашыуҙа 3:4 иҫәбе менән еңелһә лә) ярым финалға сығара. Дғүәсеһенең көйәрмәндәре «Зубастик»ты аяғүрә баҫып алҡышлай. Ярым финалға эләккән 4 клуб араһында, «Реал»дан башҡа, барыһы ла Италиянан була. Йәрәхәтләнгән Роналдо булмағанда, «Реал» финалда Туриндың "Ювентус"ын алға үткәрә. Ошо еңелеү өсөн клубтың баш тренеры Висенте дель Боске вазифаһынан бушатыла.

 
Роналдо голы

2003/2004 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Роналдо был миҙгелдә 24 гол индереп, карьераһында икенсе тапҡар Испания чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Әммә команда өсөн миҙгел уңышһыҙ тамамлана: чемпионаттың йомғаҡлау таблицаһында «һөт өҫтө» дүртенсе була, ә Чемпиондар лигаһында «Монако» менән ике осрашыуҙан һуң сирек финалдан төшөп ҡала.

Уңышһыҙ миҙгелдәр үҙгәртергә

Киләһе ике миҙгелдә лә роналдо бер генә шәхси трофей яулай алмай. Роналдо биш тапҡыр Ла-Лиганың иң яҡшы биш бомбардиры исемлегенә ике тапҡыр эләгә. Реал чемпионлыҡ өсөн көрәштә ике тапҡыр «Барселона»нан еңелә, Чемпиондар лигаһында 1/8 финалында туҡтала. Өҫтәүенә Роналдо артыҡ ауырлыҡ йыя башлай, уны көйәрмәндәре лә, белгестәр ҙә тәнҡитләй. Ике тапҡыр донъя чемпионы иғтибарын 2006 йылдағы донъя чемпионатына әҙерләнеүгә тупларға ҡарар итә.

2006/2007 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

«Реал» етәкселеге фекере буйынса уңышһыҙ тип баһаланған һәм Висенте дель Боскеның отставкаһынан һуң клубта ике йылда 5 баш тренер алмашына, әммә уларҙың береһе лә бер генә трофей ҙа яулай алмай. Яңы миҙгел башланғас, клуб үҙгәрештәр кисерә — «Король клубынан» Роналдоны күсереп алыу инициаторы һәм «галактикос» булдырыусы Флорентино Перес китә. Уның урынына Рамон Кальдерон килә һәм бш тренер итеп ҡәтғи тренер, ҡаты тәртип яратыусы, тактик ҡуйылыштарҙы һис һүҙһеҙ үтәүҙе талап иткән итальян Фабио Капеллоны тәғәйенләй. Капеллоның эш алымы Роналдоның азатлығын сикләй. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә, бразилиялы бик йыш запас уйынсылар эскәмйәһендә ҡала һәм миҙгел һуңына фекер айырмалыҡтары асыҡтан-асыҡ низағҡа килтерә. «Реал» етәкселеге менән һөйләшкәндән һуң, Роналдо икенсе командаға күсергә ҡарар итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.universalis.fr/encyclopedie/ronaldo/
  2. https://global.britannica.com/biography/Ronaldo
  3. http://www.lequipe.fr/Football/FootballFicheJoueur4256.html
  4. https://www.msn.com/es-es/deportes/futbol/la-incre%C3%ADble-historia-de-ronaldo-naz%C3%A1rio-de-lima/ss-AA16uK9F
  5. Роналдо / Линдер В. И. // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 648. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
  6. Официально был зарегистрирован 22 сентября.
  7. Fifa names greatest list
  8. England Player Honours — World Soccer Players of the Century
  9. Паоло Мальдини: Марадона и Роналдо — самые великие, с кем я играл
  10. Буффон: Роналдо сильнее Ибрагимовича // «Спорт — день за днём»
  11. Мирослав Клозе: Для меня Роналдо был наиболее совершенным игроком из всех
  12. Legends set the standard. FIFA.com. 2014 йыл 16 июль архивланған.
  13. Исследования проводились начиная с чемпионата мира 1966.
  14. Наряду с Мирославом Клозе.
  15. FIFA World Cup records.
  16. Итальянские оскароносцы 2008 йыл 3 июнь архивланған. // Чемпионат.ру
  17. Ronaldo Is Goal.com’s Player Of The Decade — Goal.com 2010 йыл 2 ғинуар архивланған.
  18. Трансферы Роналдо

Һылтанмалар үҙгәртергә