Ромео һәм Джульетта

«Ромео һәм Джульетта»[7] (ингл. Romeo and Juliet) — Уильям Шекспир трагедияһы. Унда Италиялағы Верона ҡалаһының үҙ-ара дошманлашҡан ике нәҫеле — Монтекки һәм Капулеттиҙың ҡыҙы менән егетенең трагик мөхәббәте тураһында бәйән ителә.

Ромео һәм Джульетта
Нигеҙләү датаһы 1590[1] һәм 1597[1]
Рәсем
Атамаһы Romeo and Juliet[2]
Нигеҙендә эшләнгән The Tragicall Historye of Romeus and Juliet[d][1]
Производная работа Рядовой Ромео[d], Romeo and Juliet - 1900[d], Ромео и Джульетта[d], Q3940836?, Ромео и Джульетта (рок-опера)[d], Ромео и Джульетта[d], Make Your Move[d], Romeo and Juliet[d], Romeo and Juliet[d], Гномео и Джульетта: Шерлок Гномс[d], Romeo und Julia[d], Romeo und Julia[d], Romeo und Julia[d], Julia[d], Disney's Active Play: The Lion King II: Simba's Pride[d], Ромео и Джульетта[d], Гномео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Капулетти и Монтекки[d], Ромео и Джульетта[d], Тромео и Джульетта[d], Ромео һәм Джульета: төрбәлә күренеш, 56 капель крови[d], Ромео и Джульетта[d], Q1736863?, Ромео и Джульетта[d], Romeo und Julia[d], Ромео и Джульетта[d], Romeo and Juliet[d], RJ Romeo and Juliet[d], What if Romeo & Juliet…[d] һәм Bossemans et Coppenolle[d]
Төп тема forbidden love[d]
Сәнғәт формаһы театр пьесаһы[d]
Жанр Трагедия[3] һәм мелодрама[d][4]
Баҫма йәки тәржемә Romeo and Juliet[d], Roméo et Juliette[d], The Tragedy of Romeo and Juliet[d], The tragedie of Romeo and Juliet[d], Ромео и Јулија[d], Romeo und Juliette[d], Romaios kai Ioulieta[d], Romeo y Julieta[d], Romeo és Júlia[d], Romeo și Julieta[d], Ромео и Джульетта (Шекспир/Григорьев)[d], Ромео и Джульетта (Шекспир/Михаловский)[d], Romeo i Julia[d], Q58896349?, Q58896785?, Q58897121?, Romeo und Julia[d], Romeu i Julieta[d], Q58923488?, The Most Excellent and Lamentable Tragedy of Romeo and Juliet[d], Roméo et Juliette[d], Q71723635?, Q110699414?, Ромео и Джульетта (Шекспир; Щепкин-Куперник)[d], Ромео и Джульетта (Шекспир; Радлова)[d], Ромео и Джульетта (Шекспир; Бальмонт)[d], Ромео и Джульетта (Шекспир; Кусков)/ДО[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d], Ромео и Джульетта[d] һәм Ромео и Джульетта[d]
Автор Уильям Шекспир
Ил  Королевство Англия[d]
Әҫәрҙең теле инглизсә
Место действия Верона[d] һәм Мантуя[d]
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 5 Акт
Описывает вымышленный мир Romeo and Juliet universe[d]
Персонаждар Ромео Монтекки[d], Джульетта Капулетти[d], Тибальт[d], Меркуцио[d], Бенволио[d], отец Лоренцо[d], граф Парис[d], Lady Capulet[d], Кормилица[d], Lady Montague[d] һәм герцог Эскал[d]
Һүрәтләнгән объект star-crossed lovers[d]
Первая строка Two households, both alike in dignity, in fair Verona, where we lay our scene, from ancient grudge break to new mutiny, where civil blood makes civil hands unclean.
Эра Яңырыу[5]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
Литературный мотив nightingale borrows blindworm's eye[d][6]
 Ромео һәм Джульетта Викимилектә

Әҫәр 1594—1595 йылдарға ҡарай. Иртәрәк датаның күрһәтелеүе Шекспирҙың әҫәр өҫтөндә эшен 1591 йылда башлап, шунан яҙыуын туҡтатып тороп, уны ике йыл үткәс кенә тамамлау фаразы менән бәйле. Шулай итеп, 1593 йыл трагедияны яҙа башлау йылы, ә 1596 йыл — уны тамамлау йылы булып һанала, сөнки пьеса алдағы йылда баҫылып сыға[8].

Был тарихтың дөрөҫлөгө билдәләнмәгән, ләкин итальян сюжетының нигеҙендә тарихи ерлек билдәләре һәм йәшәү мотивтары повестағы Вероналағы ғашиҡтар тураһындағы ысынбарлыҡтың булыуы тураһында хәбәр итә[9].

Сюжет тарихы үҙгәртергә

Трагедияның антик аналогы булып Рим шағиры Овидийҙың[8] " Метамарфозаларында " һөйләнгән бер- берһенә тоғро ғашиҡтар — Пирам һәм Фисбаның тарихы тора.

Шекспир трагедияһының сюжет нигеҙенә,күрәһең, Артур Бруктың " Трагическая история Ромеуса и Джульетты"поэмаһы ярҙамсы булып торалыр. .(Arthur Brooke. Juliet and The History of tragical Romeus,1562). Алда телгә алынған пьесала Брук шулай уҡ Пьер Боэтюо тарафынан француз теленә итальян әҙәбиәтсеһе Пьер Банделло новеллаһын тәржемәләгән сюжетты эшкәрткән, оргиналда 1554 йылда сыҡҡан йыйынтыҡта «Четыре книги новелл»(икенсе өлөшө, IX новелла, изд. в Луккае) . Бруктың әҫәрҙәрендә лә Джефри Чосерҙың[8] " Троил и Крессида « поэмаһының шаңдауы ишетелә.

Банделло Да Луиджи Портаның әҫәрен (Da Porto Luigi, 1485—1529) киңәйтеп, ентекләберәк хикәйәләүҙе ҡабатлай» Веронала Бартоломео синьор делла Скала ваҡытында ике ғашиҡтың фажиғәле улеме тарихы " (Historia amanti novellamente ritrovata nobili di due, 1524), тәүге тапҡыр әҙәбиәттә Ромео һәм Джульетта барлыҡҡа килә.(e Montecchi Cappelletti Giulietta Romeo) һәм башҡа ҡайһы бер персонаждар (Лоренцо монах, Маркуччо, Тебальдо, граф ди Лодроне — Джульетта кейәүе), Шекспир пьесаһында үҫеш ала. Новелла Да Порто 1535 һәм 1531- се йылдарҙа Венецияла бер нисә тапҡыр баҫылып сыға, (1539 йылда «Джульетта»/Giulietta нәшер ителгән) һәм ҙур уңыш ҡаҙана[8].

Да Порта, моғайын, бер нисә сығанаҡтарға таянғандыр. Улар була ала: сюжет канваһының бер өлөшө— элек Италияла бәхетһеҙ ғашиҡтар тураһында һөйләнеүсе хикәйәләр (ғәҙәттә, новеллалар тип атайҙар Мазуччо Салернитано Марьотто һәм Джанноцца, 1476), дошманлашҡан нәҫел фамилияларына мөнәсәбетенә ҡарата — Дантеның «Божественная комедияһына» һәм тарихи хроникаға, ниндәйҙер риүәйәттәргә мөрәжәғәте, шулай уҡ ул үҙ кисерештәренә лә һылтана[10]. Шулай итеп, новелланың эстәлеге күпмелер дәрәжәлә тормошта булған хәл-ваҡиғаны тарихи штрихтар менән тулыландырып, ысынбарлыҡҡа нигеҙләнә[9].

Да Порто йоғонтоһонда Банделлоның ғына повесы яҙылмаған, әммә тағы ике итальян авторының әҫәре лә: ҙур булмаған поэма « Несчастная любовь Ромео һәм Джулии» (Romeo Dello amore di di e Poemetto Giulia, 1553) Веронала йәшәүсе Герардо Больдери (Boldieri Gherardo) һәм трагедия «Адриана» (Hadriana, 1578) Венецияла йәшәүсе Луиджи Грото, сюжет популяр булып китеп,һуңынан испанец Лопе де Вега " Кастельвин и Монтесы"пьесаһында ҡуллана («Los Monteses Castelvines y», 1590) . Францияла Да Портоның новеллаһын Адриан Севин яраҡлаштыра (Sevin Adrian. Halquadrich and Burglipha, 1542)[9].

Артабан Ромео һәм Джульетта сюжетын Европа әҙәбиәтендә уңышлы таралыуына һәм үҫеүенә француз тәржемәһендә Банделло повесы дауам итә, Пьер Буато йыйынтығында (франц. Pierre Boiastuau) «Трагические истории из итальянских произведений Банделло» (Histoires de italiens Oeuvres Tragiques Bandel des extraictes, 1559), шулай уҡ ул Вильям Пейнтнерҙың инглиз теленә тәржемәһе йыйынтығын (ингл. William Painter) « Дворец наслаждения» (Palace of Pleasure, 1567).

Һәр әҙәби эшкәртеү үҙенең деталдәрен индерә, Ромео һәм Джульетта тарихына ла үҙ акцетын ҡуя. Сюжет, дөйөм алғанда, үҙгәрешһеҙ ҡала (Лоп де Вегала ғына бәхетле финал). Иң юғары интерпретация Шекспирға ҡарай, . Пьеса «Превосходнейшая и печальная трагедия о Ромео и Джульетте» (and The Most of Juliet Tragedie Lamentable and Excellent Romeo) исеме аҫтында 1599 йылда Лондонда рәсми баҫтырып сығарыла (1597 йылда етешмәгән текст менән пират баҫмаһы сыҡҡан).

Шекспир пьесаһының ҡайһы бер юлдары «Астрофил һәм Стелла»ғы сонеттар циклындағы шиғыр юлдарына яҡынайтылған. (1591) Филипа Сид и «Делия» (1592) Сэмуэля Дэниэля[8].

. Шекспир әҫәренең темаһы, үҙ сиратында, әҙәбиәттә һәм башҡа сәнғәт төрҙәрендә оҙон вариация рәттәре тыуҙырҙы, был хәҙерге көнгә тиклем дауам итә[11].

Сюжеты үҙгәртергә

Веронала ике абруйлы ғаилә ,Монтекки һәм Капулетти, араһында даими һуғыш барған. Капулетти хеҙмәтселәре ойошторған ыҙғыштан һуң,яңы алыш хужалар араһында тоҡана. Бенволио алышыуҙы туҡтатырға тырыша, әммә уға Тибальт ҡамасаулай. Герцог (оригиналда — Prince, тәржемә итергә була «принц» йәки «кенәз» тип) Веронала йәшәүсе Эскал, ғаиләләр араһында татыулыҡ тергеҙеү өсөн, кем килешеүҙе боҙа, шул үлем язаһына тарттырыласағы тураһында иғлан итә..

Йәш Ромео Монтекки һуғышта ҡатнашмай. Тынғыһыҙ , һылыу һалҡын Розалинаға, Джульеттаның ике туған апаһына, яуапһыҙ ғашиҡ булып, моңһоу уйҙарға бирелеүҙе өҫтөнлөк күрә.Уның ике туған ағаһы Бенволио һәм дуҫы Меркуцио(Герцогтың ҡәрҙәше) егетте үҙенсә шаяртырға тырышалар.

Капулетти йортонда күңелле байрамға әҙерләнәләр. Синьор Капулетти Веронаның абруйлы кешеләрен балға саҡырып хеҙмәтсеһен ебәрә. Имеҙеүсе яратҡан Джульеттаһын синьор Капулетти янына саҡыра. Әсә кеше 13 йәшлек ҡыҙына, уның ҙур ҡыҙ икәнен һәм кисен балда буласаҡ кейәүе — йәш һәм матур граф Парис,Герцогтың ҡәрҙәше, менән осрашасағын киҫәтә,

Меркуцио менән Бенволио Ромеоға битлек кейеп үҙҙәре менән бергә Капулетти йортона балға барырға үгетләйҙәр. Ул ризалаша, сөнки унда йорт хужаһының туғаны Розалина ла буласағын белә.. Балдың иң ҡыҙған мәле. Тибальт, Джульеттаның ике туған ағаһы, дошман ғаилә вәкилдәренән булған Ромеоны таный. Синьор Капулетти ҡыҙыу Тибальтты туҡтата. Әммә Ромео бер нәмә лә һиҙмәй: Розалинаны онотоп, күҙҙәренән нур сәселеп торған сибәр ҡыҙҙан күҙен ала алмай. Был Джульетта.Ҡыҙҙа таныш булмаған егеткә ҡарата хис-тойғолар уяна. Ромео Джульеттаны үбә. Улар үҙәренең ниндәй упҡын алдында торғандарын аңлайҙар.

Джульетта Ромео менән үҙ алдына һөйләшә. Ромео уның тәҙрә янына килә(ләкин балкон аҫтына түгел,ғәҙәттә, шулай ҡабул ителә[12][13]) ,ул был һүҙҙәрҙе ишетә,ҡыҙға ялҡынлы мөхәббәтен белдерә. Ҡараңғы төн ҡосағында йәштәр бер-береһен яратырға һәм тоғро булырға һүҙ бирәләр.

 
Фредерик Лейтон « Капулетти һәм Монтеккиҙың татыулашыуы» (1854).

Ромео йортҡа инеп тормай, рухани Лоренцо янына килә һәм мөмкин тиклем тиҙерәк Джульетта менән никахлаштырыуҙы һорай. Лоренцо тәүҙә ҡаршы килә, аҙаҡ Ромео менән Джульеттаның никахы ике бер-берһенә дошман ғаиләне татыулаштырыр, тигән уй менән никах уҡырға ризалаша. Имеҙеүсе аша ғашиҡтар йәшерен тантана тураһында килешәләр, һәм Лоренцо уларҙы никахлаштыра.

Шул уҡ көндө Меркуцио менән Тибальт үҙ-ара бәхәсләшәләр. Бәхәс тиҙ арала шпага менән һуғышҡа күсә. Бенволионың уларҙы айырырға тырышыуы юҡҡа була. Тибальт, уларҙы шулай уҡ айырырға тырышҡан Ромео ҡулы аҫтында, Меркуционы үлемесле яралай. Ромео, ярһып, Тибальтҡа ташлана һәм оҙаҡ аяуһыҙ көрәшкәндән һуң, уны үлтерә. Бенволио. Герцогҡа хәлде аңлатып бирә.

Джульетта үҙенең имеҙеүсеһенән ике туғанының үлемен һәм Герцогтың Ромеоны Веронанан ҡыуыу ҡарарын ишетә. Лоренцо егетте тынысландыра, күрше Мантуя ҡалаһында йәшеренергә кәңәш бирә. Ромео Джульетта бүлмәһенә үтеп инә һәм уның менән төн үткәрә, ә иртәнсәк китә.

Икенсе көндө иртән Джульеттаның ата-әсәһе уға Паристың ҡатыны булырға тейешлеген һәм уның ҡаршылашҡанын ишетергә лә телмәүҙәрен әйтәләр. Джульетта тамам өмөтөн юғалта. Ул хатта ағыу эсергә лә әҙер була, ләкин Лоренцо уға үлгән тип уйлаһындар өсөн, йоҡлата торған бер эсемлек эсергә тәҡдим итә.Джульетта ул ҡушҡанды эшләй. Ромеоға үҙҙәренең планын хәбәр итер өсөн, Лоренцо сапҡын итеп Джиованниҙы ебәрә,ләкин тарғун эпидемияһы арҡаһында хат Ромеоға барып өлгөрмәй. Ромео Джульеттаның үлем хәбәрен ишетеп бәхилләшергә ашыға. Капулеттиҙарҙың нәҫел (фамильный) төрбәһендә Ромео граф Парисҡа килеп төртөлә,ярһыуҙан башланған низағтан уны үлтерә.

Джульеттаның йоҡлағанын белмәйенсә, ул үлгән, тип уйлап, ағыу эсә. Джульетта уяна, Ромеоның мәйетен күреп, үҙенә бысаҡ ҡаҙай.. Тиҙҙән төрбәгә ике ғаилә вәкилдәре һәм Герцог та килә.. Лоренцо бында элегерәк килә, тик геройҙарға ҡамасаулай алмай, хәлде аңлатып бирә. Балаларының кәүҙәләре өҫтөндә Монтекки һәм Капулетти ғаиләләре үҙҙәренең ҡырылыштары тураһында оноталар.

Рус теленә тәржемә үҙгәртергә

Урыҫ теленә тәржемәләр XIX быуаттың тәүге яртыһынан барлыҡҡа килә башлайҙар. «Ромео һәм Джульеттаның» сәхнә өсөн шиғри тәржемәһен 1838 йылда М. Н. Катков "Московский наблюдатнль « журналында баҫтыра. Беренсе тәржемә И. Расковшенко тип иҫәпләнә (1839). Билдәле тәржемәләр: Н. П. Грековтың(„Светоч“, 1862, № 4), А А..Григорьевтың („ Русская сцена“, 1864, № 8), Д. Л. Михаловскийҙың. (1888), А. Л. Соколовкийҙың (1894), П. А. Каншиның, Т.. Щепкина-Куперниктың, А Радлованың, Осий Сорокиҙың, А В. Флориҙың һәм башҡа шағир һәм тәржемәселәрҙең. Пьесаның башланғыс һәм һуңғы юлдары тәржемәләрҙә:

  • Т. Л. Щепкина-Куперник:[14]
    • Ике билдәле һәм данлы ғаилә араһында , /Ҡупшы Веронала яңынан тоҡанды / Үткәндәге ҡанлы низағтар / тыныс йәшәгән халыҡты ҡан түгергә мәжбүр итәләр.
    • Беҙгә моңһоу донъя шәм килтерер — / Лика ҡайғынан ҡуйы болоттар араһына йәшереп Барайыҡ,нимә булған, шул турала аңлашайыҡ / Берәүҙәрҙе — ғәфү,икенселәрҙе — яза көтөр / Бынан да моңһоуыраҡ повесть юҡтыр, / Ромео һәм Джульеттаға ҡарағанда.
  • Борис Пастернак:
    • Ике бер тигеҙ хөрмәтле ғаиләләр / Веронала, беҙҙе ваҡиғалар ҡаршылайҙар, /Ике нәҫел үҙ- ара көрәш алып барып / ҡан түгеште туҡтатаырға теләмәйҙәр.
    • Һеҙҙең яҡынайыу эңер ҡосағында. / Болот ҡатламы аша ҡояштың күҙе күренмәй. / Сығайыҡ, бергәләп ауыр юғалтыуҙы кисерәйек / Йә аҡлайбыҙ,йә ғәйепләйбеҙ. / Ромео һәм Джульетта тураһында повесть / аяныслы булып ҡалыр донъяла…
  • Екатерина Савич:
    • Бер ваҡыт Веронала ике ғаилә , /Бөтә ерҙә тиң ҡаҙанышлы булып , / Үҙ ҡанында ҡулдарын йыуҙылар, / Бер-береһе хаҡында тиҫкәре фекерле булып
    • Иртә күңелһеҙ донъя алып килә , / Һәм ҡояш та ҡалҡырға ашыҡмай. / Барайыҡ һәм һөйләшәйек барыһы тураһында — / Кемде хөкүмгә тапшырып, кемде ғәфү итергә. / Бынан да ҡайғылы көй булмаҫ. /Ромео һәм Джульетта тураһында йырға ҡарағанда ла

Сюжетына яраҡлаштырыу үҙгәртергә

 
» Джульетта өйө"тип аталған Вероналағы балконлы өй

Әҙәбиәттә үҙгәртергә

Экранлаштырыу үҙгәртергә

Сергей Прокофьев балетын һәм Шарль Гуно операһы был әҫәрҙәгә,статьяларға тура килтереп экранлаштырыл

Музыка үҙгәртергә

Мюзикл «Story Side Побережье» (1957 йылдың 26 сентябрендә донъя сәхнәһендә Бродвей театр премьераһы Winter) — Уильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» классик пьеса адаптацияһы

  • Фильм «Вестсайдская история (фильм)» АҠШ режиссерҙарыРоберт Уайз, Джером Роббинс

Мюзикл Жерара Пресгюрвика «Roméo & Juliette» (2001 йылдың 19 ғинуарында донъя премьераһы, Париж; Рәсәй премьераһы 2004 йылдың 20 майында, Мәскәү).Рәсәй версияһы ролләрендә сығыш яһайҙар: София Нижарадзе, Андрей Александрин, Николай Цискаридзе, Алексей Лосихин, Александр Бабенко һәм башҡалар.

Рок-опера Владимир Калленының\ Шекспирҙың"Ромео һәм Джульетта" классик сюжеты буйынса. Либретто авторы һәм режиссеры — Владимир Подгородинский. Санкт-Петербургтың «Рок-опера» театры өсөн яҙған, беренсе тапҡыр 14 ноябрь 2010 йылда Санкт-Петербургтың Газ Мәҙәниәт йортонда башҡарыла.

 
Вероналағы «Джульетта кәшәнәһе»

Януш Юзефовичтың театр компанияһы «Let It Production Show» (премьера Санкт-Петербург, 2014) « һәм Джульетта» 3d-live мюзиклы. Шекспир пьесаһы заманса интерпретацияһы, ваҡиғалар 2150 йылда бара. . Төп ролдәрҙе башҡарыу өсөн 20 йәшкә тиклем булған башҡарыусыларҙы һайлайҙар. Джульеттаны уТеона Дольникова, уйнай, башҡа ролдәрҙе Рәсәй мюзиклдары актерҙары башҡаралар: Капулетти атай — Владимир Дыбский, Дмитрий Колеушко; Леди Капулетти — Алена Булыгина-Рудницкая, Светлана Вильгельм -Плащевская; Тәрбиәсе — Манана Гогитидзе, атҡаҙанған арт. Елена Терновая; монах Лоренцо — Константин Шустарев, Меркуцио — Noize MC[15][16].

Шекспир пьесаһы мотивтары буйынса бик күп йырҙар һәм композициялар төрлө илдәрҙең башҡарыусылар репертуарынан яҙылған. Улар араһында: «Ромео һәм Джульетта» йырҙары түбәндәге төркөмдәрҙең: Straits Dire, Balanced Pretty, ВИА «Ариэль» (1973), «Тыйылған барабанщиктар» (2001), «Ундервуд» (2005), Владимир Кузьминдың (1987), DJ Грув (1997), Александр Малининдың (1998), Сергей Пенкиндың (1998), Диана Гурцкаяның (2002).

Шулай уҡ был темаға арналған пьесалар бой -бэнд SHINee Корея мини-альбомы «Romeo», "Джульетта"йырҙары, «Наутилус Помпилиус» төркөмө, «Джульєтта» Океан Ельзи төркөмө, Murder Love Is металкор-төркөмө Drop Dead, Gorgeous, «Alfa-Ромео + Beta-Джульетта» төркөмө, «Слот», «Крематорий», төркөмдәре йырҙар һәм альбомдар «Ромео» төркөмө «Нэнси», «Джульетта» төркөмө Jane Air, йыр «Romeo» төрөк йырсыһы ХандеЙенер һәм башҡа күптәр.

Вероналағы хәтер үҙгәртергә

Вероналағы властар пьесаның абруйлығын туристарҙы йәлеп итер өсөн, бик әүҙем ҡулланалар һәм ҡала бюджетын[17] тулыландыралар. Джульетта һәм Ромеоның йорттары һәм шулай уҡ Джульеттаның кәшәнәһе, тарихи яҡтан уларҙа пьесаның геройҙары менән бер ниндәй уртаҡлыҡ булмаһа ла, бигерәк тә ышанған туристар араһында абруйлы һәм мауыҡтырғыс булып торалар.[18] Джульеттаның өйөнөң ишек алдында уның бронза һыны тора. Туристарға, кем уны тотоп ҡарай, шул мөхәббәт һәм бәхеткә өлгәшә,тип һөйләйҙәр.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Bevington D., Bell A. Romeo and Juliet // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  2. Romeo and Juliet | Memory Beta, non-canon Star Trek Wiki | Fandom
  3. Bevington D. Romeo and Juliet // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. https://www.film-lexikon.de/Melodram
  5. https://wolnelektury.pl/katalog/lektura/romeo-i-julia/
  6. Thompson S. Motif-Index of Folk-Literature (ингл.): A Classification of Narrative Elements in Folktales, Ballads, Myths, Fables, Medieval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends — 1958.
  7. В Италии, особенно в Вероне, имя героини предпочитают ставить перед именем её возлюбленного: Джульетта и Ромео, кроме тех случаев, когда речь идёт именно о названии трагедии Шекспира. В итальянской традиции — Giulietta e Romeo — названы фильм Ренато Кастеллани/Renato Castellani (1954), опера Риккардо Дзандонаи/Riccardo Zandonai (1922) и мюзикл Риккардо Коччанте/Riccardo Cocciante (2007), использующие местные мотивы.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 «Уильям Шекспир. Ромео и Джульетта: история сюжета, текста и переводов трагедии» — автор О. Николаева
  9. 9,0 9,1 9,2 «Луиджи Да Порто, Банделло, Больдери о Ромео и Джульетте» — автор О. Николаева
  10. Cогласно выводу историка Сесила Клафа (Cecil H. Clough), имевшего в виду историю отношений Луиджи Да Порто и Лючины Саворньян (Lucina Savorgnan), которой посвящена новелла.
  11. «Источники сюжета шекспировской пьесы „Ромео и Джульетта“. The Story and The History» — автор О. Николаева
  12. Балкон Джульетты, ставший всемирно известным визуальным символом романтического объяснения влюблённых, введён в сюжет произведения о Ромео и Джульетте итальянским автором Луиджи Да Порто (в 1524 г.). Во всех последующих версиях сюжета Джульетта показывается в окне, а не на балконе. У Шекспира во второй сцене второго акта трагедии ремарка также гласит: «Enter Juliet above». Однако в конструкции сцены шекспировского театра присутствовало подобие балкона, откуда Джульетта, должно быть, произносила свои реплики. С течением времени в театральных постановках балкон стал неотъемлемой частью действия, во время которого происходит пылкое признание юных героев пьесы.
  13. «В 'Ромео и Джульетте' нет балкона»: как возник один из самых распространенных литературных мифов
  14. По изданию Гослитиздата, 1956 г.
  15. Джульетта и Ромео. Дата обращения: 29 октябрь 2017.
  16. В Петербурге прошли премьерные показы 3D мюзикла «Джульетта и Ромео». Дата обращения: 29 октябрь 2017.
  17. Пётр Вайль. Любовь и окрестности
  18. Ренцо Кьярели. Верона. — Флоренция: Bonechi Edizioni, 2006. — С. 28—30, 38, 91. — ISBN 88-7204-523-1.

Текст тәржемәһе үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә