Ричард I Арыҫлан Йөрәк

Ричард I Арыҫлан Йөрәк (ингл. Richard the Lion Heart, франц. Richard Cœur de Lion, 8 сентябрь 1157 йыл — 6 апрель 1199 йыл) — 1189—1199 йылдарҙа Англия короле.

Ричард I Арыҫлан Йөрәк
ингл. Richard the Lionheart
франц. Richard Cœur de Lion
Ричард I Арыҫлан Йөрәк
Флаг
Флаг
Англия Короле
Флаг
Флаг
6 июль 1189 — 6 апрель 1199
Коронация: 3 сентябрь 1189
Алдан килеүсе: Генрих II
Дауамсы: Иоанн Ерһеҙ
 
Дине: Католицизм
Тыуған: 8 сентябрь 1157({{padleft:1157|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Англия, Оксфорд
Үлгән: 6 апрель 1199({{padleft:1199|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (41 йәш)
Шалю (фр.)баш., Лимузен
Ерләнгән: Фонтевро, Франция
Нәҫел: Плантагенеттар
Атаһы: Генрих II
Әсәһе: Алиенора Аквитанская
Ҡатыны: Беренгария Наваррская
Балалары: Филипп де Коньяк (инг.)баш.

Плантагенеттар династияһынан. Англия гербына 3 арыҫлан һүрәте индерә.

Тормош юлы үҙгәртергә

Англия короле Генрих II Плантагенет менән Аквитания герцогиняһы Алиенораның биш улының өсөнсөһө, Ричард, 1157 йылдың 8 сентябрендә Оксфордта, Бьюмонт ҡәлғәһендә тыуған. Яҡын туғандар булыуына ҡарамаҫтан, был ваҡытта Англия һәм Франция королдәре бер-береһе менән ыҙғышып йәшәгән. 1168 йылда Рим папаһы Александр III тырышлығы менән генә Генрих II менән Людовик VII үҙ-ара ваҡытлыса килешә.

Был осорҙа Генрих II дәүләтен өс малайына бүлеп бирергә уйлай. «Йәш король» Генрих III (1155 йылғы) — Англияла, Ричард — әсәһе милкендә булған Аквитания герцоглығы һәм Пуату графлығында, Джеффри II Плантагенет (1158 йылғы) Бретандә хаким итергә тейеш була. 1169 йылда Француз короле Людовик VII-сегә тоғро булырға( Пуату менән Аквитания вариҫы булараҡ) вассал анты бирә. Аталарының килешеүе буйынса, Ричард француз короле Людовиктың ҡыҙы Аделгә (Алис) өйләнергә тейеш була. Ричард әсәһе Алиенора Аквитанская һарайында тәрбәләнә, күп тел белә, әсәһе милкенең вариҫы була. 1170 йылда Пуатьела Ричардҡа «Сент-Илер аббаты» тигән символик титул бирелә, башына аҫыл таштар менән биҙәлгән таж кейҙерелә, биленә ҡылыс тағыла, уға шулай уҡ рыцарь шпоралары кейҙерәләр. Лиможда Ричардты рәсми рәүештә тәхеткә ултырытыу йолаһы башҡарыла. Лиможда Ричард әсәһе менән төҙөлә башлаған изге Августин сиркәүенең нигеҙенә тәүге таштар һала[1].

Ричард бик уҡымышлы була, француз, окситан телендә шиғырҙар яҙа, тик инглиз телен бөтөнләй белмәй. 1 метр 93 сантиметр буйлы, һары сәсле, зәңгәр күҙле, йөҙгә бик матур була. Бәләкәйҙән һуғышырға ярата, сәйәсәттә һәләттәрен күрһәтеп өлгөрә, матур йырлай, ағалары кеүек әсәһен бик ярата, уға иғтибарһыҙ булғаны өсөн атаһына үпкәләп йөрөй.

1170 йылда өлкән ағаһы Генрих, Генрих III (Англияла уны Йәш Король тиҙәр) исеме менән тәхеткә ултыртыла, ләкин ысынында ул хакимлыҡ итеп өлгөрмәй. Йәш Генрих менән Джеффри аталары Генрих II Плантагенетҡа ҡаршы фетнә ойоштора.

 
Замок Жоффруа де Ранкона Тельбур, здесь укрылся Ричард после того, как Генрих II захватил замок Сент и взял в плен 60 рыцарей и 400 оруженосцев[2]

1173 йылда Ричард ағаһы Джеффри менән Йәш Генрихтың атаһына ҡаршы күтәргән фетнәһенә ҡушыла. Генрих II башта албырғап ҡалһа ла, бер аҙҙан был боланы бер ниндәй икеләнеүһеҙ баҫтыра. Ричард ағаларынан алда Пуатьеға килеп, 1174 йылдың 23 сентябрендә атаһының ярлыҡауын үтенә, һуңынан атаһына ҡаршы сыҡҡан феодалдарға ҡаршы ағаһы Йәш Генрих менән бергә һуғыша. Алиенора Аквитанскаяны Англияға һаҡ аҫтында алып китәләр. .

1177 йылда папа Александр III үҙенең легаты аша Ричардтың француз короле Людовик VII ҡыҙы Аделгә өйләнеүен талап итә. Аделгә атаһы Берри провинцияһын бирнә итеп бирергә риза була. Быға тиклем Ричард бер нисә тапҡыр ҡеүәтле кеше ҡыҙына өйләнергә уйлаған була (береһе Фридрих Барбаросса ҡыҙы), ләкин ниңәлер өйләнмәй.

1179 йылда Генрих II Алиенора Аквитанскаянан Ричардҡа Аквитания герцогы титулын биреүен талап итә. 1 ноябрҙә Ричард ағалары менән француз короле Филипп II Августың тәхеткә ултырыу байрамында була.

1183 йылда Ричард ағалары менән асыуланыша, атаһына уға ҡаршы фетнә күтәргән феодалдарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Йәш Генрих француз короленән ярҙам һорай һәм уның ярҙамы менән Сен-Леонар-де-Нобланы ала. Май аҙағында Йәш Генрих ауырып китә, Ажан епископы аша атаһынан ғәфү үтенә, әсәһен азат итеүен һорай . Йәш король үлгәндән һуң , Ричард Англия короле вариҫына әйләнә, Аквитанияны Генрих Ерһеҙ Иоаннға бирергә була. Ләкин Ричард быға ҡаршы сыға. Ричард Джеффри һәм Иоанн менән асыуланыша. 1184 йылда Плантагенеттар Вестминстерҙа йыйылышып, килешә, Рождество байрамына король һарайында улар яңынан йыйылыша. Алиенора Аквитанскаяға Руанда улы Генрихтың ҡәберен барып күрергә рөхсәт ителә. Был сәйәхәт ваҡытында Ричард әсәһе янында була. Әсәһенә ул Аквитанияға тулы сюзеренитет ( хакимлыҡ) бирергә уйлай.

Ричард - Англия короле үҙгәртергә

Бретон герцогы Джеффри рыцарҙар турнирында (1186) үлгәс, Генрих II француз короле менән яңы солох төҙөй . Ричард бының менән риза булмай, һуғышты дауам итә. Филипп Август Берри, Грасэ һәм Иссуденды яулап ала. 1187 йылда Иерусалимды мосолмандар алыуы хәбәре Ричардты ниәтен үҙгәртергә мәжбүр итә . Ричард Франция короле Филипп менән һуғышты туҡтатып тороу тураһында килешә [3].

Ричард Тур епископы Варфоломей ҡулынан тәре ала. Франция һәм Англия сиркәүҙәрендә яңы Тәре походына аҡса йыйыу иғлан ителә. Пуату ҡалаһында Изге ергә походҡа барырға теләгәндәрҙе төрмәнән азат итә. Ричард Иерусалимды тиҙерәк мосолмандарҙан азат итергә теләһә лә, Пуатуҙағы барондар фетнәһе, граф Раймундҡа ҡаршы көрәш арҡаһында юлға ҡуҙғала алмай . Был боланы баҫтырыу өсөн ике королдең бер нисә тапҡыр осрашып, һөйләшеүе кәрәк була. Ричард француз короле Филипп Августҡа үҙенең Франциялағы биләмәләре өсөн вассал анты бирә. 1189 йылда атаһы ебәргән Кентербери архиепископы менән осрашыуҙа Ричард ҡустыһы Иоанндың уның менән Изге ергә китеүен талап итә, сөнки ул, атаһы ул юҡ саҡта Иоаннды тәхеткә ултыртыр тип ҡурҡа. Англия короле менән француз короле һуғышты дауам итә. Улар һуңғы тапҡыр Коломбьела осраша һәм үҙҙәре яҡлы барондарҙың исемлеге менән алмашалар.

Генрих Коломбьенан бик ныҡ сирләп ҡайта. Үлер алдынан яраны Генрих Уильям Маршалға француз короле Филипп менән Ричардҡа ҡушылған сеньорҙар исемлеген уҡырға ҡуша, шулай итеп король улы Иоанндың хыянат итеүен белә. 1189 йылдың 6 июлендә король вафат була[4].

 
Вестминстер һарайы алдында Ричард I һәйкәле

Хроникаларҙан күренеүенсә, атаһыһының үлемен Ричард бик ауыр кисерә. 1189 йылдың 20 июлендә ул Руанда Нормандия герцогы титулын ала (1096 йылда Нормандия герцогы Вильгельм Англияны баҫып алған) .

Атаһына хыянат иткән брондарға Ричард мөлкәттәрен ҡайтарып бирмәй, ә атаһына тоғро хеҙмәт иткәндәренә милектәрен һәм хеҙмәт иткән вазифаларын ҡалдыра. Атаһының барондарынан Ричард тик Анжу сенешале Этьен де Марсэйҙы ғына төрмәгә яба. [5]. Ричард туғаны Иоанн менән яраша, уға Мортэн графы титулы , Англияла ер биләмәләре бирә, уға атаһы биргән бөтә милекте ҡалдыра [6].

Иң тәүҙә Ричард әсәһен иреккә сығара. Алиенора ил буйлап йөрөп, ғәйепһеҙ төрмәгә ултыртылғандарҙы азат итә (күбеһе браконьерлыҡта, йәки рөхсәтһеҙ урманда ағас киҫеүҙә ғәйепләнгән кешеләр) . Генрих тарафынан законһыҙ йәберләнгән барондарға хоҡуҡтары кире ҡайтарыла. Gesta Henrici авторы яҙғанса, Англияла Ричард тәхеткә ултырыу ҙур шатлыҡ итеп ҡабул ителә, барыһы ла донъяның яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә өмөт итә.

Англияла Ричард тәүҙә ҡаҙнала күпме аҡса бар икәнен барлай, сөнки уға Тәре походына барырға аҡса кәрәк.[7]. Тәхеткә ултырырҙан алда Генрих II никахтан тыш тыуған улы Джеффриҙы Йорк архиепископы итеп ҡуйыу мәшәҡәте була, сөнки королева Алиенора һәм архиепископ Губерт Готье быға ҡаршы төшә. Ҡустыһы Иоанн Изабелла Глостерға өйләнгәс, уға Ноттингем, Уоллингфорд, Тикхилл ҡәлғәләрен бүләк итә.

1189 йылдың 3 сентябрендә Ричард Вестминстерҙә тәхеткә ултыра. Был байрам ваҡытында Лондонда иҫерек кешеләр ҡалалағы бай еврейҙарҙың өйҙәренә баҫып инә, еврейҙарҙы туҡмай, үлтерә башлай. Был енәйәтте ойоштороусыларҙы ҡулға алалар, өсөһөн үлем язаһына хөкөм итәләр. Бөтә Англия графлыҡтарына Ричард еврейҙарға һөжүм итеүҙе тыйған указ ебәрә.

Оҙаҡламай король Тәре походына ныҡлы әҙерлек башлай. Ҡаҙнаға аҡса күберәк инһен өсөн, Ричард дәүләт вазифаларын һата башлай, түләй алмаған чиновниктар төрмәгә ябыла. Сиркәү ҙә был эштән ситтә ҡалмай, вазифалар һатыла, сиркәү әһелдәре ер һатып алырға мәжбүр ителә. Ул Шотландия короле Вильгельм I вариҫтарын Англия короленә вассаллыҡ антынан 10 мең маркаға азат итә[8]. Шулай итеп, үҙе Тәре походында йөрөгән осорға Ричард Англияны төньяҡтан янаған һуғыш ҡурҡынысынан ҡотҡара[9]. Ричард үҙе әйтеүенсә, ул әгәр ҙә һатып алырға теләүсе булһа, Лондонды ла һатыр ине. Англияны бик аҙ белгән Ричард ( король булып торған ун йылдың ярты йылын ғына ул Англияла үткәрә), ил менән идара итеүе армия менән флот тотор өсөн халыҡҡа бик күп һалым алыуҙан ғибәрәт була . 1189 йылдың 11 декабрендә король Дуврҙан Нормандияға китә. Ричард менән Филипп осрашып, бер береһенә тоғро ҡалырға һәм ярҙам итешергә, Тәре һуғышы осоронда бер береһе менән һуғышмаҫҡа һүҙ бирәләр. Әгәр ҙә ике королдең береһе был поход ваҡытында үлеп ҡалһа, иҫән ҡалғаны уның кешеләрен һәм мөлкәтен Тәре походын дауам итеү өсөн тотонорға тейеш була [10]. Февралдә Ричард әсәһе, кәләше, туғандары Иоанн һәм Джефри менән осраша, бер нисә дәүләт вазифаһына яңы кешеләрҙе тәғәйенләй. Туғандарынан, ул киткәс, өс йыл буйы Ричардтан һорамайынса Англияға бармауҙарын талап итә. Изге ергә китер алдынан Ричард Гаскондә Сантьяго-ди -Компостелаға изге ергә барыусы диндарҙарҙы талаусылар йәшәгән бер ҡәлғәне ала . Юлбаҫарҙарҙың башлыҡтарының береһе, Гийом де Шизи, язалана.

Өсөнсө тәре походы үҙгәртергә

Ричард менән Филипп Везелдә 1190 йылдың 4 июлендә походҡа китер алдынан осраша. Ике армия Лионға тиклем бергә бара, шунан ике юл менә ары китә: француз короле Генуяға, Ричард — Марселгә, бында Англия флоты килергә тейеш була. Тик инглиз флоты килеп етеп өлөгөрмәй, Марселдә алынған караптарҙа Генуяға бара, шунан диңгеҙ буйлап барып, Ричард Салерноға етә. Салерноға инглиз флоты килеп өлгөрә.

23 сентябрҙә 100 корабль һәм 14 барканан торған флотилия Мессина портына килә, бында француз короле Филипп та була.

28 сентябрҙә Ричард апаһы Иоанна (Сицилия короле Вильгельм I тол ҡатыны) менән осраша. Уны Танкред I Палермо ҡәлғәһендә тота. Иоаннаның сибәрлеген күргәс, Филипп «уға өйләнергә була»[11]. Тик был уй Ричардҡа оҡшамай. Мессина халҡында инглиздәрҙең тәртибе менән ризаһыҙлыҡ арта, инглиздәр менән ыҙғыш башлана. Ричард Мессинаны баҫып ала.

1191 йылдың 4 мартында Ричард Танкред менән солох төҙөй, Англия тәхете вариҫы итеп ағаһы Джеффри улы Бретонь герцогы Артурҙы билдәләй, Танкред уға ҡыҙын бирергә тейеш була[12]. Был Изге Рим империяһы (Германия) менән аралар боҙлоуға килтерә, Ричардтың ҡустыһы Иоанн үпкәләп, уға ҡаршы фетнә ойоштора. Ричард менән Филипп тағы ыҙғыша башлай. Филипп Ричардтан туғаны Аделгә өйләнеүен талап итә, Ричард атаһы Генрих II «уның менән ул тыуҙырған» (уларҙың уртаҡ балаһы бар), ти[13]. Филипп менән Ричард бер аҙҙан яраша, Аликс йәрәшеүҙән азат ителә, Англия ун мең марка көмөш һәм Францияға Жизор ҡәлғәһен кире бирергә тейеш була.

1191 йылдың 30 мартында Мессинаға Алиеонора менән Беренгария Наваррская, королдең яңы кәләше, килә. Беренгария менән Иоанна айырым карапта Ричардтың артынан юлға сыға.

 
Исаак Комнин эмблемаһы

Инглиз флоты көслө штормға эләгә. Иоанна менән Беренгария булған карап Кипр утрауына туҡтай. Кипр императоры Исаак Комнин Ричардты портҡа индермәй. Ричард Лимасол ҡәлғәһен штурм менән ала, тәре йөрөтөүселәр император Исаакты әсиргә ала яҙа. Ричардҡа ярҙамға Палестинанан тәре йөрөтәүселәр ғәскәре килә. Император Исаак солох тәҡдим итә, тик уның шарттарын үтәргә ашыҡмай, ҡаса [14].

12 майҙа Ричард Беренгария Наваррскаяға өйләнә, уларҙың балаһы булмай. Был никах Алиенора Аквитанскаяның биләмәләрен көньяҡтан хәүефтән һаҡлау өсөн кәрәк була. Кипрҙа Ричард үҙ исеменән хаким итергә Ричард Камвилл һәм Роберт Тернхемскийҙы ҡалдыра. Был утрау тәре йөрөтөүселәр өсөн туҡатар урынға әйләнә.

Акраны ҡамауҙа тотоу һәм алыу үҙгәртергә

 
Филипп Август һәм Ричард Арыҫлан Йөрәкле Акраның асҡысын ала (1191). XIV быуат миниатюраһы. Ҙур француз хроникалары. Париж, Франция Милли Китапханаһы, Ҡулъяҙмалар бүлеге, 2813.

8 июня 1191 йылдың 8 июнендә Ричардтың караптары Акра ҡултығына үтә , бында инде ике йыл Акра өсөн мосолмандар менән тәре йөрөтөүселәр араһында һуғыш бара. Ричард менән Филипп мосолмандар юлбашсыһы Сәләх-эд-диндан Иерусалимды һәм 1187 йылдан башлап, әсиргә алынған бөтә христиандарҙы азат итеүен талап итә. Сәләх-эд-дин риза булмай, Ричард Акраны уратып алған стенаны ватырға бойорҡ бирә. 12 июл Акраны христиандар ала, Саладин Сефорияға сигенә, юлда мосолмандар Хайфаға тиклем бөтә ҡәлғәләр, ҡалаларҙы, баҡса, виноград баҡсаларын юҡ итә. Акралағы мосолмандарҙы азат итеү өсөн 200 мең динар һәм 2500 христианды азатлауҙы талап итәләр. [15].

Сәләх-эд-дин менән Ричард һәм Филипп һуғышһалар ҙа, бер береһенә иҫ киткес хөрмәт менән ҡарай, бер береһенә бүләктәр ебәрешә. .

Акраны алғандан һуң, Ричард тәре йөрөтөүселәрҙән тағы өс йыл, йәки Иерусалимды алмайынса, тыуған яҡтарына ҡайтмаҫҡа ант итеүҙәрен талап итә. Филипптың Ричард булмағанда уның Франциялағы биләмәләрен ҡулға төшөрөү уйы тыуа һәм ул бындай ант бирмәй, шулай уҡ Кипрҙы бүлешеү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Ике король тағы ыҙғыша башлай.

29 июлдә Ричард Филипптың ҡайтып китеүенә риза була, ул инглиз короленә ғүмергә тоғролоҡ һаҡларға һүҙ бирә , үҙенең тәре йөрөтөүселәрен Ричардҡа ҡалдыра . Ричард менән Филипп Акрала ҡулға төшөргән байлыҡты бүлешә. Леопольд V (Австрия героцогы) үҙенә лә өлөш сығарыуҙы талап итә. Ричардтың ярандары уның штандартын ергә ташлап, тапай[16]. 31 июлдә Филипп Тир ҡалаһына китә. Филипптың ҡайтып китеүе хәлде киҫкенләштерә, ләкин Ричардты походты ары дауам иткәне өсөн тәре йөрөтөүселәр нығыраҡ хөрмәт итә башлай.

Тәре йөрөтөүселәр яңы кампанияға әҙерләнә башлай: Ричард Мысыр юлындағы Аскалонды алырға ниәтләй .

Акрала алынған аманаттар өсөн Сәләх-эд-дин аҡса ла ебәрмәй, әсиргә эләккән христиандарҙы ла азат итергә ҡушмай. Килешеләгән ваҡыт үткәс,Ричард 2700 әсирҙе язаларға бойора: «улар ҡулдары бәйле килеш сарациндар алдында үлтерелә»[17].

Иерусалимға поход үҙгәртергә

Акраны Бертран де Верден менән Стивен (Этьен) Лонгчампҡа ҡалдырып, 22 августа Ричард тәре йөрөтөүселәрҙе Хайфа|Хайфаға алып китә. Поход 30 авгусҡа хәтле бара. Нахр-Фалик йылғаһы буйына Сәләх-эд-дин ғәскәре уларға ҡаршы сыға. Яңынан һөйләшеүҙәр башлана, 5 сентябрҙә солтандың ҡустыһы Мәлиҡ — әл-Әдил менән һөйләшеү барышында Ричард Иерусалимды кире биреүҙе талап итә. 7 сентябрҙә Ричард Сәләх-эд-дин ғәскәрен Арсуф янындағы алышта еңә. Хринсит яҙыуынса, Ричард бында иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә [18]. Аскалондағы әмирҙәр Сәләх-әд-диндән ҡәлғәлә солтан, йәки уның берәй улы ҡалыуын талап итә [19]. Сәләх-эд-дин Аскалон, Яффа ҡалаларын емертә, уның ғәскәре үткән ерҙә бер ни ҡалмай. Ричард диңгеҙ буйындағы бөтә ерҙәргә хужа булырға теләп, Малик- әл-Адил менән һөйләшеүҙәр башлай, .

Октябрь аҙағында Ричард Иерусалимға поход өсөн ғәскәр йыя. Уның әмере буйынса тамплиерҙар Яффанан Иерусалимға иткән юлда Казаль-де-Плейн һәм Казаль-Муайен ҡәлғәләрен төҙөй. Тик ямғырҙар ғына уларҙы бер аҙға туҡтата[19]. Тәре йөрөтөүселәр Иерусалимдың яҡын ғына икәнен белеп, күтәреңке күңел менән йөрөй[20]. Ләкин Ричард, Иерусалимды штурмларға әмер бирмәй- уны алыр өсөн ҡоролма эшләргә ағас булмай, Сәләх-эд-дин ғәскәре лә яҡында ғына йөрөй. Иерусалимды алғас, тәре йөрөтөүселәрҙең күбеһе ҡайтып китәсәк, ҡаланы ҡулда тотоу бөтөнләй мөмкин булмаясаҡ[21]. Ричард сигенә, француздарҙың бер өлөшө Яффа, Акра һәм Тирға китә. Король туғаны Генрих II Шампанский (Шампань графы) менән Ибелинға юллана.

Король тағы солтандың ҡустыһы менән һөйләшеүҙәр башлай, хатта апаһы Иоаннаны солтандың бер туғанына кейәүгә бирергә лә риза була . Ричардтың дошман менән йыш осрашыуы христиандарға оҡшамай, «уларҙың ҙур ризаһыҙлығын, төрлө шик- шөбһә тыуҙыра» (Амбруаз)[22]. Иерусалимға яңы поход ваҡытында Ричардҡа, төрлө сәбәптәр табып, киреләнгән француздар менән дә килешергә кәрәк була. Инглиз короле Монферрат маркизын Иерусалим короле итергә риза була һәм ғәскәрҙе уға тапшыра. 1192 йылдың 28 апрелендә Конрад Монферратский мосолмандар тарафынан үлтерелә. Ике яҡ килешеү буйынса [23] француз һәм инглиз королдәре туғаны Генрих Шампанский Иерусалим короле тип иғлан ителә. Ги Лузиньянский Ричардҡа 40 мең дукат биреп, Кипр утрауына эйә була. 17 майҙа Ричард Синай сүллегендәге Дарон ҡәлғәһен ала.

Инглиз- норманд хикәйәһендә яҙылғанса, Ричард был ваҡытта Изге Самуил тауында бер изге кешегә бара. Ул « Хоҙай әлегә үҙ бәндәләренең Изге ер менән Изге Тәрене христиандарға бирерлек сафланыуын күрмәй», ти[24][25]. Был күрәҙәселек тәре йөрөтөүселәрҙең күңелен төшөрә. 1192 йылдың 20 июнендә Ричард Египеттәге Бильбаистан сыҡҡан бай карауанды ҡулға төшөрә. Тәре йөрөтөүселәр Иерусалимға барырға әҙер була, тик , Амбруаз яҙғанса, Ричард еңелеүҙән, « мәңгелеккә ғәйепле булып ҡалыуҙан» ҡурҡҡан[26]. 4 июлдә, тамплиер һәм госпитальерҙар, француз һәм инглиз рыцарҙары, Изге ерҙә тыуған рыцарҙар вәкилдәре булған кәңәшмәлә, Иерусалимдан алышһыҙ ғына сигенергә ҡарар ителә. Тәре йөрөтөүселәрҙең рухы һына.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Перну, 2009, с. 27
  2. Gillingham, 2002, pp. 49–50
  3. Перну, 2009, с. 65
  4. Перну, 2009, с. 69—70
  5. Перну, 2009, с. 72—73
  6. Перну, 2009, с. 74
  7. Перну, 2009, с. 77
  8. Перну, 2009, с. 87
  9. Басовская, 2009, с. 34
  10. Перну, 2009, с. 89
  11. Перну, 2009, с. 101
  12. Flori, Jean (1999 (french)), Richard Coeur de Lion: le roi-chevalier, Paris: Biographie Payot, ISBN 978-2-228-89272-8 p. 117
  13. Перну, 2009, с. 112
  14. Перну, 2009, с. 115—118
  15. Перну, 2009, с. 136
  16. Бының тураһында Ришар де Девиз яҙ.
  17. Перну, 2009, с. 137
  18. Перну, 2009, с. 144
  19. 19,0 19,1 Перну, 2009, с. 145
  20. Перну, 2009, с. 150—151
  21. Перну, 2009, с. 152
  22. Перну, 2009, с. 153
  23. Перну, 2009, с. 155
  24. Johnston R. C. The Crusade and death of Richard I. Oxford, 1961
  25. Перну, 2009, с. 157
  26. Перну, 2009, с. 158