Рикардо Давид

инглиз иҡтисадсыһы

Дави́д Рика́рдо (ингл. David Ricardo, 18 апрель 1772(17720418), Лондон — 11 сентябрь 1823, Гатком-Парк) — инглиз иҡтисадсыһы, сәйәси экономия классигы, Адам Смиттың эйәрсене һәм бер үк ваҡытта оппоненты, ирекле конкуренция шарттарында килем нормаһының түбәнәйеү тенденцияһын аса, ер рентаһы формалары тураһындағы теорияларҙы эшләй. Адам Смиттың тауарҙың ҡиммәте уны етештереүгә киткән хеҙмәт күләменә ҡарап билдәләнеүе идеяһын үҫтерә, был ҡиммәттең йәмғиәттәге төрлө синыфтар араһында нисек бүленеүен аңлатҡан бүлеү теорияһын эшләй.

Рикардо Давид
ингл. David Ricardo
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Тыуған көнө 18 апрель 1772({{padleft:1772|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Лондон, Бөйөк Британия короллеге[d][3][5]
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1823({{padleft:1823|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[3][2][6][…] (51 йәш)
Вафат булған урыны Gatcombe Park[d], Минчинхэмптон[d], Струд[d], Глостершир[d], Глостершир[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][7]
Глостершир[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d] һәм Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Ерләнгән урыны Church of St Nicholas, Hardenhuish[d]
Бер туғандары Jacob Ricardo[d]
Хәләл ефете Priscilla Ann Wilkinson[d][7]
Балалары David Ricardo[d] һәм Osman Ricardo[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө иҡтисадсы, биржевой маклер, фәлсәфәсе, сәйәсмән, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Биләгән вазифаһы депутат 6-го парламента Великобритании[d][8], депутат 6-го парламента Великобритании[d], депутат 7-го парламента Великобритании[d][8] һәм High Sheriff of Gloucestershire[d][9]
Уҡыу йорто Талмуд-тора[d][10]
Әүҙемлек урыны Лондон
Сәйәси фирҡә ағзаһы Виги[d]
Участвовал в выборах 1820 United Kingdom general election[d]
Изображается на David Ricardo[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы David Ricardo
 Рикардо Давид Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Давид Рикардо 1772 йылдың 18 апрелендә Лондонда тыуа. Ул тыуыр алдынан Англияға Голландиянан эмиграциялаған португал-йәһүд (сефард) ғаиләһенән сыҡҡан. Ул Эбигейль Дельваллеға өйләнгән биржа маклеры Абрахам Рикардоның 17 балаһының 3-сөһө була. 14 йәшенә тиклем Голландияла уҡый, 14 йәшендә Лондон фонд биржаһында эшләгән атаһына ҡушыла, унда биржа операцияларын башҡарыуҙа атаһына ярҙамлашып, коммерция нигеҙҙәрен төшөнә башлай. 16 йәшенә Рикардо биржала атаһының йомоштарының күбеһен үҙ аллы башҡара ала.

21 йәшендә Рикардо, традицион йәһүдилектән баш тартып, унитарианлыҡҡа күсә һәм квакер динендәге Присцилла Энн Уилкинсонға өйләнә. Бының өсөн уны атаһы мираҫтан мәхрүм итә, әсәһе башҡа бер ваҡытта ла уның менән һөйләшмәй. Шулай итеп, Рикардо ғаилә ярҙамынан ҡолаҡ ҡаға, әммә был ваҡытҡа ул 800 фунт туплап өлгөргән була, был сумма ул заман өсөн ҡара эшсенең 20 йыллыҡ эш хаҡына йәки 2005 йылдағы 50 мең фунтҡа тиң була, биржа операцияларында ла үҙен һәм йәш ҡатынын тәьмин итә алырлыҡ тәжрибәгә эйә була.

5—6 йылдан ул биржа операциялары оҫтаһына әйләнә, ә 12 йылдан биржа маклеры эшен ташлай. 38 йәшенә ул эре финанс фигураһы булып китә. 42 йәшендә иҡтисад теорияһы өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай. Был ваҡытҡа уның, төрлө баһалар буйынса, 500 меңдән 1 миллион 600 меңгә тиклем фунты була[11]. Глостерширҙа поместье һатып ала һәм бай ер биләүсе тормошо алып бара.

1799 йылда Адам Смиттың «Халыҡтар байлығы» тигән китабын уҡығандан һуң иҡтисад теорияһы менән ҡыҙыҡһына башлай. 1809 йылда иҡтисад буйынса беренсе мәҡәләһен яҙа. Рикардоның төп хеҙмәте — «Сәйәси экономия һәм һалым һалыу башланғыстарыruen» тигән 1817 йылда яҙылған китабы.

Рикардо төрлө синыфтарҙың мәнфәғәттәрен бәрелештергән киҫкен һорауҙар менән ҡыҙыҡһына. Бөтәһенән элек ундай һорауҙар иҫәбенә илгә индерелә торған игенгә һалынған пошлиналар һорауы инә. Пошлиналар ер биләүселәргә отошло була, ләкин фабриканттарҙы эшселәргә улар ҡиммәтле икмәкте һатып ала алһын өсөн эш хаҡын арттырырға мәжбүр итә. Рикардо, үҙе ер биләүсе булһа ла, сәнәғәтселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай<ref name="Хайлбронер">.

1819 йылда эшҡыуарлыҡтан бөтөнләй китә һәм Ирландияның һайлау округтарының береһенән Общиналар палатаһы ағзаһы итеп һайлана — Рикардо депутат мандатын урындағы бер лендлордтан һатып ала. Парламентта урын биләгәс, Рикардо был юл менән депутат булыу мөмкинлеген ябыусы реформа яҡлы була. Рикардо формаль рәүештә идара итеүсе тори партияһына ла, оппозициялағы вигиға берекмәй. Виги уға нығыраҡ оҡшай, уларҙың даирәләрендә үҙе лә абруйлы була, ләкин гел бойондороҡһоҙ позицияла ҡала һәм ҡайһы берҙә уларҙың ҡарашына ҡаршы тауыш бирә. Йыш сығыш яһай, башлыса иҡтисад мәсьәләләре буйынса, «иген закондарына» ҡаршы сыға һәм иҡтисадты либералләштереү, ирекле сауҙа, дәүләт бурысын кәметеү һ.б. яҡлы була.

Рикардо тирәһендә уның эйәрсендәре Джеймс Милль, Джон Рамсей Мак-Куллох, Эдуард Уэст (1782—1828) һәм Томас де Квинси туплана. Томас Мальтус менән дуҫлыҡ бәйләнештәрендә тора, уның менән даими полемикалар ҡора, Жан Батист Сэй менән дә дуҫ була. 1821 йылда Англияла беренсе сәйәси экономия клубын ойоштора.

51 йәшендә Глостерширҙа ҡолаҡ инфекцияһынан вафат була.

Рикардоның һигеҙ балаһы була, уларҙың икеһе — Осман менән кесе Давид — парламент ағзаһы, ә Мортимер король гвардияһы офицеры була.

Төп фекерҙәре һәм ҡараштары үҙгәртергә

 
Давид Рикардоның хеҙмәттәр йыйынтығы, 1852

Иҡтисадҡа дәүләттең ҡыҫылышын инҡар иткән һәм ирекле эшҡыуарлыҡты, ирекле сауҙаны күҙҙә тотҡан иҡтисади либерализм концепцияһы яҡлы була.

Рикардоның иҡтисади теорияһының төп моменттары:

  1. Өс төп синыф һәм уларға тап килгән өс килем төрө бар:
    • ер биләүселәр (лендлордтар) — рента;
    • аҡса һәм капитал хужалары — табыш;
    • производстволағы эшселәр — эш хаҡы.
  2. Сәйәси экономияның төп бурысы — килемдәрҙе бүлеүгә идара иткән закондарҙы асыҡлау.
  3. Дәүләт етештереүгә лә, алмашыуға ла, бүлеүгә лә ҡыҫылырға тейеш түгел. Дәүләт сәйәсәте иҡтисади принциптарға таянып төҙөлөргә тейеш, ә дәүләттең халыҡ менән эш итеүенең төп ысулы һалым һалыуҙан тора. Ләкин һалымдар юғары булырға тейеш түгел, сөнки капиталдың ҙур өлөшө әйләнештән алынһа, был халыҡтың күп өлөшөнөң хәйерселеккә төшөүенә килтерә, сөнки милләттең байлыҡ туплауының берҙә-бер сығанағы булып аҡса туплау тора. «Һәйбәт һалым — бәләкәйерәк һалым». Капиталистарҙың килеме артыу мотлаҡ рәүештә эшселәрҙең килеме кәмеүгә килтерә, һәм киреһенсә.

Ҡиммәт теорияһы үҙгәртергә

Рикардо беренселәрҙән булып камил конкуренция шарттарында хеҙмәт сығымдары теорияһының тауарҙар менән хаҡтар нисбәтен тулыһынса аңлата алмауын күрһәтһә лә, ул ҡиммәттең хеҙмәт теорияһын яҡлап сыға, сөнки ул уның моделен һүрәтләү өсөн ҡулайлы була[12].

Рента теорияһы үҙгәртергә

  • Рента һәр ваҡыт ерҙән файҙаланған өсөн түләнә, сөнки уның һаны сикһеҙ түгел, сифаты бер төрлө түгел, ә халыҡ һаны үҫеү менән сифаты һәм урынлашыуы буйынса насарыраҡ булған яңы ер участкалары эшкәртелә башлай, уларҙағы хеҙмәт сығымдары ауыл хужалығы продукттарының хаҡын билдәләй.
  • Рента яһаусы факторҙар — ерҙең уңдырышлылығы (бер төрлө булмаған тәбиғи потенциал) һәм участкаларҙың уларҙа етештерелгән тауар продукцияһының һатыла торған баҙарҙарҙан алыҫлығы.
  • Рента сығанағы — тәбиғәттең айырата бер йомартлығы түгел, ә һалынған хеҙмәт.

Эш хаҡы теорияһы үҙгәртергә

Хеҙмәт тәбиғи һәм баҙар ҡиммәтенә эйә:

  • «хеҙмәттең тәбиғи ҡиммәте» — эшсенең үҙ хеҙмәте менән үҙен һәм ғаиләһен аҫрау, туҡланыу, көндәлек кәрәк-яраҡ һәм уңайлыҡтар өсөн түләү мөмкинлеге;
  • «хеҙмәттең баҙар ҡиммәте» — ихтыяж менән тәҡдимдең реаль нисбәтенән барлыҡҡа килгән хаҡ.

Башҡа теориялары үҙгәртергә

Рикардо шулай уҡ капитал теорияһын, аҡса теорияһын, етештереүҙе үҫтереү теорияһын, сағыштырма өҫтөнлөктәр теорияһын, процент һәм капиталға килем теорияһын һ.б. эшләгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118600214 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 М. С—в Рикардо, Давид (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1899. — Т. XXVIа. — С. 696—698.
  4. Stephen L. Dictionary of National Biography (ингл.) // Dictionary of National Biography, 1885–1900 / L. Stephen, S. LeeLondon: Smith, Elder & Co., 1885. — Vol. 48. — P. 93—96.
  5. Рикардо Давид // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. David Ricardo // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. 7,0 7,1 Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  8. 8,0 8,1 https://www.historyofparliamentonline.org/volume/1820-1832/member/ricardo-david-1772-1823 (ингл.)
  9. https://www.thegazette.co.uk/London/issue/17326/data.pdf (билдәһеҙ) — вып. 17326. — Б. 188.
  10. http://www.historyofparliamentonline.org/volume/1820-1832/member/ricardo-david-1772-1823
  11. Роберт Л. Хайлбронер. Философы от мира сего = The Worldly Philosophers. — М.: КоЛибри, 2008.
  12. Блауг, 1994

Әҙәбиәт үҙгәртергә