Ризыҡ — ашарға яраҡлы бер-нисә әйберҙе ҡушып эшләнгән кеше ашай торған ашамлыҡ. Ғәҙәттә, «ризыҡ» һүҙен мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҙығы өсөн ҡулланмайҙар.

Гуляш — мадъяр милли ризығы

Беренсе итеп бирелгән (һурпалар, аштар), икенсе итеп бирелгән (гарнир ҡушылған ит, балыҡ, бутҡалар һ.б.), өсөнсө итеп бирелгән (һуттар, татлы десерттар) ризыҡтар төрөнә бүленә.

Шулай уҡ «ризыҡ» тип милли аш-һыу төрөнә ҡараған берәй ашамлыҡ та аталыуы ихтимал (мәҫәлән, «Гуляш — мадъяр милли ризығы»).

Ризыҡ әҙерләү ысулдары тураһындағы яҙыуҙы «Кулинар рецепт» тип атайҙар.

Башҡорт теленең диалект һөйләштәрендәге «тамаҡ», «тәғәм», «аш» һүҙҙәрендә лә «ризыҡ» мәғәнәһе бар.