Резерфордий (лат. Rutherfordium, Rf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 4-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 104.

Резерфордий
Кем хөрмәтенә аталған Эрнест Резерфорд
Асыусы йәки уйлап табыусы Альберт Гиорсо[d]
Асыу датаһы 1964
Табылыу урыны Дубна
Элемент символы Rf[1]
Химик формула Rf
Каноническая формула SMILES [Rf]
Атом һаны 104
Электронная конфигурация [Rn] 5f¹⁴ 6d² 7s²
Схематичная иллюстрация
 Резерфордий Викимилектә
104
Резерфордий
261
5f146d27s2

1997 йылға тиклем СССР-ҙа һәм Рәсәй-ҙә курчатовий(Ku) булараҡ билдәле булған — периодик системала 104-се элемент.

Резерфордий — яһалма синтезланған юғары радиоактив элемент, ярым тарҡалыу осоро 1,3 сәғәт самаһы тәшкил иткән иң билдәле тотороҡло изотоп (267 Rf) . Элемент тураһында аҙ билдәле, ҡайҙалыр ҡулланыла алмай, сөнки ул бер ваҡытта ла макроскопик күләмдә алынғаны юҡ. Резерфордий — беренсе трансактиноид элемент, уларҙың һиҙемләнгән химик үҙенсәлектәре гафнийға яҡын.

Символы үҙгәртергә

Резерфордий элементының символы — Rf (Резерфордий тип уҡыла).

Тарих үҙгәртергә

Резерфордий 1964-69 йылдарҙа Г.Флёров тарафынан асыла.

Тәүге тапҡыр периодик системаның 104-се элементы 1964 йылда Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты ғалимдары тарафынан Г.Флёровет етәкселегендә алынған[2]. Улар 115 МэВ энергия ҡеүәте менән плутоний-242 сәбен неон-22 ядролары менән аттырған:

 

Барлыҡҡа килгән 104-се элемент атомдары газ хәлендәге цирконий хлориды мөхитенә эләгә, унда хлор менән бәйләнә һәм үҙлегенән бүленеү детекторына күсә.

Изотоптары үҙгәртергә

2016 йылдың башына резерфордийҙың 16 изотобы билдәле (шулай уҡ 4 атом изомеры), масса һандары 253—270 һәм ярым тарҡалыу осоро микросекунд өлөштәренән алып 1,3 сәғәткә тиклем тиклем (267 Rf).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә