Регенсбург соборы

Регенсбург соборы (нем. Regensburger Dom, Dom St. Peter) — Регенсбург ҡалаһындағы готика соборы. Регенсбург епархияһының (Бавария) төп сиркәүе. Сиркәү немец готикаһы йүнәлешенең ҡыҙыҡлы өлгөһө һәм Баварияның готик архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Собор 1275 йылда төҙөлә башлай һәм манараһынан тыш төҙөлөшө 1634 йылда тамамлана, манараһы 1869 йылда төҙөлөп бөтә. Ғибәҙәтхана янында «Regensburger Domspatzen» (нем.)баш. хор капеллаһы бар, ул XX быуатта (етәксеһе Ф. К. Энгельгарт) киң билдәлелек ала.

Регенсбург соборы
Нигеҙләү датаһы 1520
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Апостол Пётр[d]
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Регенсбург[1]
Епархия Епархия Регенсбурга[d]
Христианский литургический обряд латинская церковь[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1473877?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][2]
Оҙонлоҡ 86 метр
Киңлек 34,8 метр
Бейеклеге/буйы 105 метр
Адрес Domgarten,Domplatz 1
Рәсми сайт bistum-regensburg.de/bor…
План помещения
Святой покровитель Апостол Пётр[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Category:Burials at Regensburg Cathedral[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Regensburg Cathedral[d]
Карта
 Регенсбург соборы Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

  • Яҡынса 700 йылда Niedermünster мәхәллә сиркәүе төҙөлә;
  • 739 йылдарҙа Изге Бонифаций тарафынан епархия барлыҡҡа килә. Ул Porta Praetoria өлкәһендә епископ резиденцияһы өсөн барлыҡҡа килә.һәм унда шул ваҡыттан алып кафедраль собор тора;
  • VIII—IX быуат аҙағында— каролинг соборын төҙөйҙәр;
  • XI быуат башында — ҙур бинаһы киңәйтелә, уның бейеклеге яҡынса 15 метр була, манаралы һәм атриумлы;
  • 1156/1172 — собор ике тапҡыр янып-тергеҙелә;
  • 1273 — ҡалала үткән янғындан (яҡынса 1250) һуң собор емерелә, шунлыҡтан уның көнбайыш яғы реконструкциялана;
  • яҡынса 1285/90 — юғары готика стилендә ҡорола;
  • яҡынса 1320 — яңы өс собор хоры күтәрелә, (иҫке емерелгән соборҙан бер манара ғына тороп ҡалған була (нем. Eselsturm) соборҙың төньяғын— яңы бина төҙөү өсөн ҡулланылған төҙөлөш материалдарын күтәртеү өсөн ҡулланғандар);
  • 1385—1415 — көнбайыштағы ҡатмарлы төп инеү урынын төҙөү тамамлана;
  • 1442 — үҙәк неф тотоп торған ҡыйыҡ төҙөлә, ;
  • 1520 самаһы — алдан төҙөлөш эштәрен тамамлау;
  • 1514—1538 — сиркәүҙең ябыҡ галереяһы төҙөлә (Kreuzgang);
  • 1613—1649 — соборҙы тергеҙеү һәм барокко стилендә реконструкциялау (трансепт киҫелештәре өҫтөндәге көмбәҙ);
  • 1828—1841 — готтар короле Людвик I заказы буйынса реконструкциялау (мәҫәлән, барокко фрескаларын бөтөрөү, емерелгән көмбәҙҙе готика тәре ҡыйығы менән алмаштырыу (Kreuzrippengewölbe));
  • 1859—1869 — архитектор Франц Йозеф фон Денцингер етәкселегендә манаралар төҙөүҙе тамамлау;
  • 1870/1872 — собор төҙөлә башлағандан һуң 600 йыл үткәс соборҙы төҙөү тамамлана: арҡыры нефты һәм ҡыйыҡ осондағы манараны биҙәү;
  • 1923 — соборҙы тергеҙеү һәм хеҙмәтләндереү өсөн хөкүмәт тарафынан идара итеүсе Dombauhütte документын нигеҙләү;
  • 1984—1985 — ер аҫтындағы епископ кәшәнәһен төҙөтөҙөү һәм үҙәк нефта археологик тикшеренеүҙәр үткәреү (элекке роман соборынан ҡалған атриумдың көмбәҙҙәренең көньяҡ ҡанатын бушатыу);
  • 1985—1988 — биналарҙың ҡайһы бер интерьерын үҙгәртеү;
  • 1989 — тышҡы фасадын бысраныуҙарҙан таҙартыу;
  • 2004 — Sailerkapelle миһрабын төҙөү һәм изгеләштереү;
  • 2005 — манараларҙың шпилдәрен таҙартыу.

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Hubel Achim, Manfred Schuller. Zu Regensburg Der Dom. Pustet, 2005 Regensburg, 3-7917-1449 ISBN-X
  • Fridrich Фукс. Die Domtuerme Regensburger. 1859—1869. Schnell & Steiner, Regensburg, 2006. ISBN 978-3-7954-1883-0

Һылтанмалар үҙгәртергә