Рапира (итал. fioretto, франц. fleuret, исп. florete, нем. Florett, ингл. foilfoil) — ҡорос һығылмалы йөҙлө һәм эфестан (һаҡлағыслы йомро формалағы гарда һәм гайка һап) торған осло спорт ҡоралы, күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән хәрби рапираның аналогы.

Рапира
Рәсем
Спорт төрө фехтование
 Рапира Викимилектә
Электр спорт рапираһының ҡоролмаһы
Рапирала фехтовальщиктың кейеме

Характеристика үҙгәртергә

Тура дүрт мөйөшлө үҙгәреүсән киҫелешле, өҫкә ҡарай пропорциональ кәмей барған ҡылыстың үткер йөҙөнә 6 мм башаҡ ҡуйылған.

Ҡылыстың үткер йөҙө нигеҙе тура урынға күсә (һырлы осло), уға эфес түбәндәге тәртип буйынса кейҙерелә: гарда, һалыу, тотҡаһы һәм ҡылыстың йөҙөн беркетеүсе эфес, гайка.

Рапираның дөйөм оҙонлоғо 110 см артмай (ҡылыстың үткер йөҙө — 90 см). Гарда диаметры 120 мм тиклем, гарда тәрәнлеге — 55 мм тиклем.

Гайка менән һаптың оҙонлоғо, Рәсәй ҡағиҙәләренә ярашлы, 220 мм артмай. Шулай уҡ, халыҡ-ара ҡағиҙәләре буйынса ла ул 232 мм артыҡ булмай. Рапираның дөйөм массаһы 500 г артмай.

Ябай (күнекмә) рапираларының йөҙөндәге башы хәрәкәтһеҙ. Электрлы рапираларҙың (фехтование буйынса ярыштарҙа 1954 йылдан рәсми ҡулланыла) башы хәрәкәтсән.

Электроконтактлы төймәле ҡоролма, уға баҫҡанда (дошманға укол тейеү ваҡытында) электр сынйырының ялғанышы барлыҡҡа килә.

Электрлы рапираларҙың башынан бер ҡыры буйлап гардаға тиклем провод йәбештерелгән соҡорло урын бар. Ул электроконтактлы ҡоролма гарда аҫтындағы контакт разъём («игеҙәк») менән тотоштырыла.

Рапираның тура һабы ҡайһы ваҡыт перрендикуляр фигуралы йөҙгә алмаштырыла. Тура һаптан айырмалы рәүештә, фигуралылар эсендә фиксациялы эфес бар.

Уны, һапты тотҡан ваҡытта, ҡулды беләҙек тирәһендә бөкләмәҫ өсөн ҡулланалар. Бындай типтағы һаптар «пистолет» тип атала, һәм ҡағиҙә булараҡ, электрлы рапираларға ҡуйыла.

Тарихы үҙгәртергә

Хәҙерге спорт рапираларында фехтование итальян күнекмә рапираларында фехтованиеһынан — fioretto барлыҡҡа килгән.

Спорт тарихы үҙгәртергә

Спорттың был төрө буйынса Владимир Вышпольский СССР-ҙың беренсе чемпионы була, һуңыраҡ ул өс тапҡыр илдәге иң көслө шпажист булып таныла.

Шулай уҡ, был осорҙа ир-егеттәр араһында алдынғы оҫталар булып Константин Булочко, Николай Афанасьев һәм Иван Комаров таныла.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар рапирасылар ярыштарында Раиса Чернышева һәм фехтование буйынса 1946 йылда беренселекте яулаған атҡаҙанған спорт мастеры Анна Пономарева менән үҙ-ара көрәш алып бара.

Шуныһы ҡыҙыҡ, бер ваҡыт 1940 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡылыстарҙа фехтование буйынса беренселек өсөн кәрәш үтә.

Берҙән-бер СССР ҡылыссы-чемпионкаһы Ленинградтан В. Дедюлина була. Был дисциплина буйынса ил чемпионаты ярты быуаттан һуң ғына уҙғарыла.

Рапираларҙа фехтование Йәйге Олимпия уйындары программаһына үткәрә башлау менән индерелә. Ярыш 1908 йылда ғына бер тапҡыр үткәрелмәй ҡала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Фехтование / сост. серии В.Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2005. — 152 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә