Ракша Юрий Михайлович

Ракша Юрий Михайлович (тыуған ваҡыттағы фамилияһы: Теребилов Юрий Мефодьевич; 2 декабрь 1937 йыл — 1 сентябрь 1980 йыл) — СССР рәссамы, кино рәссам-ҡуйыусыһы.

Ракша Юрий Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Юрий Мефодьевич Теребилов
Тыуған көнө 2 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе лейкоз[d]
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө рәссам
Жанр пейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Михайлович Ракша [1] (Теребилов) Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуа. Әсәһе, Теребилова Зоя Дмитриевна (ҡыҙ фамилияһы — Треньхина; ҡартатаһы — казак Дмитрий Треньхин[2]), фанера комбинатында төрлө эштәрҙә эшләй. Атаһы, Мефодий Артемьевич Теребилов, сығышы менән Украинанан. Уның ғаиләһе, кулак мөһөрө тағылып, мәжбүри рәүештә Бәләбәйгә (Башҡорт АССР-ы) ҡыуыла. Унда ул Торгсинда һатып алыусы булып урынлаша. Ауылдар буйлап йөрөп, әйберҙәрҙе һәм аҙыҡ-түлекте алтынға һәм затлы әйберҙәргә алмаштыра. Ата-әсәләре Цэс тауы эргәһенә (Ш.Руставели урамы), яңы сәнәғәт зонаһы төҙөлөшө ҡыҙған ерҙә урынлаша[3]. Мефодий Артемьевич улының тыуыу тураһында таныҡлығында атаһының исемен Михайлович тип яҙҙыра, сөнки уның үҙен гел Михаил тип атағандар. Юрийҙың һеңлеһе Валентинаны инде документ буйынса яҙҙыралар, һәм ул Мефодьевна була.

1939 йылда атаһын фин һуғышына алалар. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Мефодий Артемьевич ғаиләһен ун йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була һәм Юраның баласағы атайһыҙ тиерлек үтә.

Юрий Өфөлә мәктәпкә уҡырға бара, йәй кәзәләр көтә.

Юрий ун йәштән алып рәссам В.Огородов етәкселегендә Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң сәнғәт студияһында шөғөлләнә.

1950 йылда атаһы Сахалинда хеҙмәт иткән еренән Украинаға күсерелгәс, ғаиләһен дә шунда алып китә. Өфөгә өс йылдан һуң әйләнеп ҡайталар. 8-се синыфтан һуң Юра үҙаллы Мәскәүгә уҡырға юллана. Мәскәүҙә В. И. Суриков исемендәге институт янындағы урта һынлы сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.

19571963 йылдарҙа Юрий ВГИК-тың һынлы сәнғәт факультетында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Мосфильмда рәссам -ҡуйыусы булып эшләй. Уҡыған саҡта, 1962 йылда Юрий сценарий факультеты студенты Ирина Евгеньевна Ракшаға өйләнә. Стипендиянан тыш йәшәргә аҡса булмағас, Мәскәү-Сортировочная станцияһында йөк тейәүсе булып эшләй.

Кинолағы беренсе эше — «Ваҡыт, алға!» (1965, А. Фрейдин менән берлектә), артабан ул 10-дан ашыу нәфис фильм биҙәй. Режиссерҙар М. А. Швейцер, Монахов, А. Куросава менән эшләй («Дерсу Узала»). Режиссер Лариса Шепитько менән рәссам-ҡуйыусы булараҡ «Күтәрелеү» фильмын төшөрә[4].

Юрий Ракша Алыҫ Көнсығыщ тайгаһында, нефтселәр майҙанында, геологтар эргәһендә, Байкал-Амур магистралендә сәйәхәт итә. Ул һыҙмалар, һүрәттәр эшләй, аҙаҡ, Мәскәүгә ҡайтҡас күргәндәрен төптән уйлап, әҫәрҙәрен яҙа («Киләсәк тураһында һөйләшеү» картинаһы (1979). Юрий Ракша ике йөҙҙән ашыу һынлы сәнғәт эштәре ижад итә, бик күп графика эштәре, фильмдарға йөҙләгән эскиздар эшләй, егермеләп китапты иллюстрациялай.

1980 йылда Мәскәүҙә киҫкен лейкоз формаһынан вафат була. Ваганьковский зыяратында ерләнә[5].

Ғаиләһе: ҡатыны Ирина Евгеньевна, яҙыусы, һәм ҡыҙы Анна. Һеңлеһе — сәнғәт белгесе Сорокина Валентина Мефодьевна (Теребилова) (1940 й. р.), М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының (Өфө) төп һаҡлаусы хеҙмәткәре.

Ракшаның картиналары (200-ҙән ашыу) Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында, шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Ижады үҙгәртергә

Иң билдәле картиналары: «Ҡиәмәт» (1968), «Тыл» (1970), «Ҡышҡы бәләкәй станция» (1968), «Умырзая» (1967—1969), «Минең әсәй», «Замандаштар», «Беҙҙең быраулау скфажинаһы», «Киләсәк тураһында һөйләшеү», «Минең Ирина», «Дауам», «Ер еләге аҡланы» (1977), «Яҙыусы Василий Шукшин» (1973), «Шағир Арсений Тарковский» (1978), «Тыуғандарға — йәшәү»[6]; «Куликово яланы» триптихы[7] («Алышҡа фатиха», «Ополчениены оҙатыу», «Көтөлөү») (1980).

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

Үҙе тере саҡта Юрий бер ниндәй ҙә шәхси күргәҙмәһе үткәрмәй. Барыһы ла ул үлгәндән һуң үткәрелә

Юрий Ракша эштәре ун туғыҙ күргәҙмәлә ҡуйыла, шул иҫәптән шәхси һәм Мәскәү, Ленинград, Загорск, Иркутск, Париж, Лондон, Токио ҡалаларында һәм ГДР, Монголия, Польша, Голландияла үткәрелә

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • «Куликово яланы» триптихында, уның үҙәк өлөшөндә, Дмитрий Донскойҙы уратып алған хәрбиҙәр араһында, Юрий Ракша Бренк образында яҙыусы Василий Шукшинды, ә эргәһендә үҙен һүрәтләй.
  • «Дерсу Узала» фильмына Оскар премияһын тапшырғандан һуң матбуғат конференцияһында фильмдың режиссёры Акира Куросава былай тип әйтә: «…миңә иң тәжрибәле, талантлы професиионал һәм үҙ эшенең оҫтаһы Юрий Ракша менән эшләү бәхете тейҙе…».[8]

Библиография үҙгәртергә

  • Публикации репродукций картин в журналах «Огонек», «Юность», «Работница».
  • Юрий Мефодьевич Ракша: Живопись. Графика. Кино. Статьи [Текст]: альбом / Авт.-сост. И. Е. Ракша. М.: Гознак, 1987. — 195 с.: ил.
  • Юрий Михайлович Ракша: кат. выст. М., 1980; Юрий Ракша: альбом /сост. И. Е. Ракша. М., 1983.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Юрий Ракша на сайте vashdosug.ru
  2. Фото: Дмитрий Треньхин в военной форме
  3. Фото: семья Теребиловых в 1955 году
  4. Советские художники театра и кино. — Советский художник, 1988. — Т. 8. — С. 246.
  5. Ракша Юрий Михайлович (1937—1980) на сайте «Где дремлют мёртвые»
  6. Ю. Ракша. «Рожденным — жить», 1971 г.
  7. Ю. Ракша. «Поле Куликово» (1980)
  8. Илья Переседов. Идеальный реалист. 2018 йыл 6 март архивланған. Подробная иллюстрированная биография Юрия Ракши на сайте kinogramma.ru

Һылтанмалар үҙгәртергә