Радлов Василий Васильевич

Василий Васильевич Радлов (ысын исеме-аты Вильгельм Фридрих Радлов) (1837 йылдың 5 (17) ғинуары, Берлин — 1918 йылдың 12 майы, Петроград) — сығышы менән немец булған Рәсәй Көнсығышын өйрәнеүсе, төркиәтсе, этнограф, археолог һәм педагог, төрки телдәре менән халыҡтарын сағыштырма-тарихи планда тәүләп өйрәнә башлаған ғалимдарҙың береһе.

Василий Васильевич Радлов
Friedrich Wilhelm Radloff
Тыуған көнө

17 (5) ғинуар 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Берлин

Вафат көнө

12 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Петроград, РСФСР

Ғилми даирәһе

төркиәт, фольклористика, археология

Эшләгән урыны

Антропология һәм этнография музейы

Альма-матер

Берлин университеты

Ғилми етәксеһе

Вильгельм Шотт

Уҡыусылары

Н. Ф. Катанов,
П. М. Мелиоранский

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Васильевич Радлов 1837 йылдың 5 ғинуарында Берлиндә ҡала полицияһы комиссары ғаиләһендә тыуа, берҙән-бер ул була.

1854 йылда, гимназияны тамамлағас, Берлин университетының философия факультетына уҡырға инә. Тәүҙә теология менән мауыға, аҙаҡ сағыштырма-тарихи тел ғилеме менән ҡыҙыҡһына башлай, Ф. Бопптың лекцияларын тыңларға йөрөй. Галлия университетында ике семестр А. Ф. Поттың һиндевропалылыҡ һәм тарихи фонетика буйынса лекцияларын тыңлай. Шәрҡиәтселек менән мауығып китеп, географ К. Риттерҙың, шәреҡ телдәре буйынса Х. Штейнталь менән В. Шоттың дәрестәренә йөрөй. Һуңғыһының йоғонтоһонда унда Урал һәм Алтай телдәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, һәм йәш Радлов Урал-Алтай телдәрен төплө өйрәнеү өсөн Рәсәйгә йәшәргә китергә тигән ныҡлы ҡарарға килә. Шул маҡсатта рус телен ныҡлы өйрәнә башлай.

1858 йылдың 20 майында Радлов Йен университетында «Азия халыҡтарына диндең йоғонтоһо тураһында» тигән темаға диссертация яҡлай һәм философия фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ була.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Төрки телдәрен өйрәнеү менән тығыҙ бәйле.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә