Пэктуса́н[2][3], шулай уҡ Байтоушань[2][3] (кор. 백두산?, 白頭山?) йәки Чанбайша́нь (ҡыт. 长白山) — Төньяҡ Корея (Янгондо провинцияһы) һәм Ҡытай (Цзилинь провинцияһы) сигендә урынлашҡан потенциаль әүҙем вулкан. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 2744 м (2750 м[2]) тәшкил итә һәм ул Маньчжуро-Корея тауҙарының ғына түгел, бөтә Маньчжурияның һәм Корея ярымутрауының[4]да иң бейек нөктәһе булып тора.

Пэктусан (Чанбайшань)
ko-kp 백두산, ҡыт. 长白山
Координаты: пропущена долгота
Тау системаһыМаньчжуро-Корея тауҙары 
Арҡа йәки массивЧанбайшань 
Вулкан формаһыСтратовулкан 
Һуңғы атылыу1903 
Түбәһе бейеклеге2744 м [1] 
Төньяҡ Корея
Красная точка
Пэктусан (Чанбайшань)

Этимологияһы үҙгәртергә

Корейса атамаһы Пэктусан (кор. 백두산?, 白頭山?) «аҡ башлы тау» тигәнде аңлата. Ҡытайса Чанбайшань (ҡыт. 长白山) һәм маньчжур телендәге Гольмин Шангиян Алин (маньчж. ᡤᠣᠯᠮᡳᠨ
ᡧᠠᠩᡤᡳᠶᠠᠨ
ᠠᠯᡳᠨ
) атамалары «мәңге аҡ тау» тип аңлатыла. Монголса атамаһы Ондор Цагаан Оола «бейек аҡ тау» тигән мәғәнәлә.

Географияһы үҙгәртергә

Вулкан Ҡытай сиге буйында урынлашҡан. Тау түбәһендә вулкан кратерында Чхонджи күле урынлашҡан. Ул күл Гиннесстың рекордтар китабына донъяла иң бейек кратер күле булараҡ ингән (һыу өҫтөнөң бейеклеге 2188 м тәшкил итә[5]). Чхонджи күленән Сунгари йылғаһы баш ала. Вулкан битләүҙәрендә шулай уҡ Тумыньцзян һәм Ялуцзян йылғаларының сығанаҡтары урынлашҡан.

Тауҙың үҙәк өлөшө аҫтында магма күтәрелеүе арҡаһында йылына яҡынса 3 миллиметрға бейегәйә. Иң юғары өлөшө 8 ай тирәһе ҡар менән ҡаплы ята.

  Тышҡы видеофайлдар
  Чанбайшань тәбиғәте тураһында CGTN каналында сериал.Вулкандың бейеклек бүлкәтлеге тураһында эпизод

1959 йылда вулкандың корея өлөшөндә Төньяҡ Кореяның иң ҙур ҡурсаулығы булдырыла, ә бер йылдан һуң Ҡытай яғында тәбиғи резерват барлыҡҡа килә. 1979 йылда халыҡ-ара биосфера ҡурсаулығы итеп берләштерелә.

Флора һәм фауна үҙгәртергә

Был тауҙа элек-электән кешеләр ҡырағай женьшеньдың тамырын йыйған. Был үҫемлек Ҡытайҙа Чанбайшань тауының «өс хазинаһының» береһе тип һанала. Бында женьшень тураһында төрлө легендалар барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, женьшень-әүермән тураһында[6][7]. 1982 йылда бында 460 грамм ауырлыҡтағы женьшень тамыры табыла, әлеге ваҡытта Халыҡ йыйылыштары йортонда һаҡлана[8].

Бында һирәк осрай торған маньчжурия тигры, леопард, айыу, бүре һәм башҡа хайуандар төйәк итә.

Климат үҙгәртергә

Тау башында уртаса йыллыҡ температура -8,3°C тирәһе. Йәй температура 18 °C тиклем күтәрелеүе, ә ҡышын — -48 °C тиклем түбәнәйеүе мөмкин. Елдең уртаса тиҙлеге — 11,7 м/с, уртаса дымлылыҡ — 74%. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа йәйгеһен вулкандың ҡар ҡалпағының ныҡ кәмеүе рәүешендә климаттың йылыныу эҙемтәләре асыҡ күренә.

Тарихы үҙгәртергә

Вулкандың кратеры 969 йылда (± 20 йыл)[9] 7 баллыҡ көслө атылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм 96 км³ тау тоҡомдары ырғытҡан тип фаразлана. Ғалимдарҙың аныҡланған иҫәпләүҙәре буйынса вулкандың атылыуы 946 йылда була һәм 96 түгел, ә яҡынса 23 км² тау тоҡомдары, шулай уҡ 45 миллион тонна көкөрт газы һәм ике миллиард тонна һыу ташланыуына килтерә. Был Гренландияла ошо осорҙағы боҙ ятҡылыҡтары күрһәткән мәғлүмәттәрҙән яҡынса 20 тапҡырға күберәк[10][11].

Вулкан күп тапҡыр әүҙемлек күрһәтә — урғылыуҙар 1597 йылда (был урғылыуҙың көлө хатта Хоккайдо утрауының көньяҡ өлөшөндә лә табыла), шулай уҡ 1668 һәм 1702 йылдарҙа була. Һуңғы атылыу 1903 йылда була (таш һәм газ сығыу менән бергә шартлауҙар).

Символик мәғәнәһе үҙгәртергә

Тау ике ил халҡында изге тип һанала. Пэктусан КХДР һәм Корея Республикаһының дәүләт гимндары тексында телгә алына.

Ҡытай үҙгәртергә

Тау боронғо китаптарҙа, шул иҫәптән Хоу Ханьшула төрлө исемдәр аҫтында телгә алына. Хәҙерге атамаһы Цзинь династияһы осоронда нығынған.

Корея үҙгәртергә

Корея легендаһы буйынса, тауға күктән Кочосон беренсе корея дәүләтенә нигеҙ һалыусының атаһы Хванун төшкән.

КХДР үҙгәртергә

Ким Чен Ирҙың рәсми биографияһы уның Чхонджи күле янында тыуған тип раҫлай. 1992 йылда вулкан кратерын уратып алған түбәләрҙең береһендә, Хяндоконда дәүләт скульпторҙары киңлеге 216 метр булған ғәйәт ҙур яҙыуҙы уя:«Пэктусан, Революцияның изге тауы. — Ким Чен Ир. 16 февраль 1992 г.» (혁명의 성산 백두산. 김정일. 1992년 2월 16일 새김). Пэктусандың һүрәте Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының гербын биҙәй.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [1] (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института (проверено 24 февраль 2019)
  2. 2,0 2,1 2,2 Карта бите K-52-XXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  3. 3,0 3,1 Карта бите K-52-XV. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  4. 백두산 (아시아 산) [白頭山] (кор.). Korea Britannica. Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года.
  5. Mount Changbai Sets Two Guinness Records. People's Daily (11 август 2000).
  6. 长白山人参的传说 (ҡыт.) / 刘思平整理. — 北京: 通俗文艺出版社, 1957. — 70 с.
  7. Жэньшэнь-оборотень // Китайские народные сказки / Перевод с китайского Б. Рифтина. — М.: Художественная литература, 1972. — С. 273—278, 330 (примечания). — 100 000 экз.
  8. Разгадка тайны горы Чанбайшань. Газета «Жэньминь жибао» он-лайн. Дата обращения: 19 март 2021. 2021 йыл 8 ноябрь архивланған.
  9. Horn, Susanne; Schmincke, Hans-Ulrich Volatile emission during the eruption of Baitoushan Volcano (China/North Korea) ca. 969 AD (инг.) // Bulletin of Volcanology : journal. — 2000. — Т. 61. — № 8. — С. 537—555. — DOI:10.1007/s004450050004
  10. Quantifying gas emissions from the «Millennium Eruption» of Paektu volcano, Democratic People’s Republic of Korea/China, Science Advances 30 Nov 2016
  11. Геологи нашли следы легендарного извержения священной горы Ким Чен Ира, 04.12.2016.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:ВП-порталы