Прометий (лат. Prometium, Pm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 61.Лантаноид. Тәбиғәттә осрамай тиерлек, сөнки ундағы барлыҡ изотоптар радиоактивлы. Тәүге тапҡыр яһалма рәүештә 1945 йылда алынған. Иң оҙаҡ тора торған изотобы — прометий-145, ярым тарҡалыш осоро 18 йыл була.

Прометий
Кем хөрмәтенә аталған Прометей
Алдағы Неодим
Асыусы йәки уйлап табыусы Джейкоб Маринский[d][1], Lawrence E. Glendenin[d][1] һәм Charles D. Coryell[d][1]
Асыу датаһы 1945[1]
Табылыу урыны Ок-Риджская национальная лаборатория[d][1]
Элемент символы Pm[2]
Химик формула Pm[3]
Каноническая формула SMILES [Pm][3]
Атом һаны 61[4]
Электр кирелеге 1,13
Ионный радиус 0,97 ангстрем[5] һәм 1,09 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе 2 һәм 3
Вики-проект WikiProject Elements[d]
Связанное изображение
 Прометий Викимилектә

Символы үҙгәртергә

Прометий элементының символы - Pm (Прометий тип уҡыла).

Тарихы үҙгәртергә

Прометий, ҡыҫҡа ваҡытлы радиоактив элемент булараҡ, тәбиғәттә бик аҙ күләмдә осрай (баһалауҙар буйынса, ул Ер ҡабығында бер нисә йөҙ грамм) һәм күп тикшеренеүселәрҙең тырышлығына ла ҡарамаҫтан, аналитик рәүештә табыла алмай.

Прометий 1945 йылда америка химигы Д. Маринский, Л. Гленденин һәм Ч. Кориэлл прометийҙы урандан ион алмашлы ыҫмала ярҙамында бүлеп сығарған

1947 йылда, прометийҙың химик үҙенсәлектәрен тикшереү үткәргәс, яңы элемент барлығы иҫбатлана[6].

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

Мифик герой - ут урлап, уны кешеләргә тапшырған титан Прометей исеменән алып ҡушылған.

1950 йылда IUPAC Атом үлсәүе буйынса комиссия 61-се элементҡа прометий исеме бирә, бөтә иҫке — иллиний, флоренций, прометей һәм циклоний — кире ҡағыла.

Сығарып алыу үҙгәртергә

Металлик прометийҙы PmF3 металлотермия ысулы менән алалар.147Pm атом реакторҙарында барлыҡҡа килә торған төрлө радиоактив изотоп элементтар ҡатнашмаһынан айырып алына.

Ҡулланылышы үҙгәртергә

Радиолюминофорҙарға өҫтәмә булараҡ ҡулланыла, прометий уларҙы β-нурланыштан яҡтыртырға мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта, α-нурланышҡа нигеҙләнгән матдәләрҙән айырмалы булараҡ, ул радиолюминофорҙарҙың тиҙ туҙыуына килтермәй[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 PROMETHIUM (ингл.)
  4. периодическая система химических элементов — 1869.
  5. 5,0 5,1 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  6. DOI:10.1021.2Fja01203a059
    Вы можете подставить цитату вручную или с помощью бота.
  7. Лаврухина А. К., Поздняков А. А. Аналитическая химия технеция, прометия, астатина и франция. — Наука, 1966. — С. 308. стр.118

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Прометий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 21-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә