Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе (Кочетовская)

1743

Православие ғибәҙәтханаһы
Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе
Ил Рәсәй
Станица Кочетовская станицаһы,
Семикаракорский районы,
Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Епархия Волгодонск епархияһы,
Семикаракорское благочиние 
Төҙөлөшө ???—1743 йылдар
Бөгөнгө хәле ғәмәлдәге
Сайт Рәсми сайт

Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе (Изге Успение ғибәҙәтханаһы) — Ростов өлкәһе Кочетовская станицаһындағы православие ғибәҙәтханаһы[1]; Волгодонск епархияһы, Семикаракорск благочиниеһы.

Тарих үҙгәртергә

Сиркәү-археологик учреждениеларының Консистория архивы мәғлүмәттәре буйынса 1720 йылда станицала Изге Николай Чудотворец сиркәүе булған һәм унда Коломенский епархияһынан килгән дин әһеле Федот Захаров хеҙмәт иткән. Сиркәүҙең нисәнсе йылда төҙөлгәнлеге тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

1743 йылда Божья Матерь Успениеһы яңы ағас сиркәүе һәм уның Николай Чудотворецҡа бағышланған тәкәтмә-ҡанаты төҙөлгән һәм 1744 йылда изгеләндерелгән. 1758 йылда Кочетовская станицаһы халҡы Воронеж консисторияһына сиркәүҙең һауа шарттары арҡаһында зыян күреүе тураһында яҙылған. Өсөнсө ағас сиркәү 1762 йылдың 5 авгусында һалына башлаған, ә 1763 йылда ул изгеләндерелгән. 1816 йылға тиклем сиркәү хеҙмәт иткән, ә шул йылдың октябрендә янғындан юҡҡа сыҡҡан. Уның урынына станица халҡы яңы таш табыныу йорто төҙөгән, һәм уны 1817 йылдың 20 июлендә изгеләндергәндәр. Киләһе йылда ҡыңғырауҙар манаралы яңы таш ғибәҙәтхана һала башлағандар. Яңы Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе 1825 йылда төҙөлөп бөткән һәм 1827 йылдың 27 сентябрендә изгеләндерелгән. Уның Пресвятая Богородица Успениеһына бағышланған төп тәхете һәм тағы ла Изге Петр менән Павел тәхете һәм Изге Николай тәхеттәре булған.

Был сиркәү Октябрь революцияһын һәм Граждандар һуғышын үткәргән. Ул Семикаракорский районында ябылмай ҡалған берҙән- бер сиркәү булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла сиркәү эшләгән. 1942 йылда немец бомбаһы ҡыңғырауҙар манараһына төшкән, һуғыш ваҡытында уның ҡыңғырауҙарын да билдәле булмаған хәрби кешеләр ҡайҙалыр алып киткәндәр. 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуарына тиклемге немец оккупацияһынан азат ителгәс, станицалағы сиркәү яңынан эшләй башлаған. 19631967 йылдарҙа сиркәү ябылған. Ғибәҙәтхананы яңынанан аяҡҡа баҫтырыуға яҙыусы Виталий Закруткин Мәскәүгә хат яҙып ярҙам иткән.

СССР тарҡалғандан һуң Кочетовская станицаһында Пресвятая Богородица Успениеһы сиркәүе[2] тергеҙелә башлаған. Сиркәүгә йөрөүселәр көсө менән бинаның эсе биҙәкләнгән, иконостасы баҫтырылған, миһрабы ремонтланған, яңы тәреләр ҡуйылған, сиркәү территорияһы тәртипкә килтерелеп, ҡойма менән уратып алынған.

Адресы: Ростов өлкәһе, Семикаракорск районы, Кочетовская станицаһы, Яр буйы урамы, 7-се йорт.[3] Руханийы — дин әһеле Артемий Батышев.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә