Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Портал   Проект
үҙгәртергә 

Шәхестәр

Төрлө илдәрҙә, төрлө дәүерҙәрҙә һәм төрлө халыҡтан булған шәхестәрҙең биографияһын яҙыу —Википедияның мөһим өлөшө. Был порталда үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән билдәле булған йәки тарих ағышына йоғонто яһаған шәхесәр тураһында мәғлүмәт тупланған.

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Ғәлимйән Таған
Ғәлимйән Таған
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (1892—1948) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт ғәскәрендә ҡаһарман полк сардары. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы (1929).

Ғәлимйән Ғирфан улы Тағанов (Ғәлимйән Ғирфан улы Таған) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай олоҫының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.

Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Һалдатҡа алынғас, Тифлиста (хәҙерге Тбилиси) хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.

1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт ғәскәренең 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө уҡсылар полкының сардары сифатында бихисап батырлыҡтар күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хəрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.

(↪ дауамы…)

үҙгәртергә 

Һайланған рәсем

Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Рамаҙан Өмөтбаев
Рамаҙан Өмөтбаев
Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (1924—1997), Башҡорт АССР-ның һәм Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист.

1942 йыл башында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943-сө йылдың йәйендә Kуpcк дуғаһы яуында ҡатнаша, Opёл ҡалаһы янында ауыр контузиялана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауаланып, кире сафҡа инә һәм 11-се гвapдия apмияһы составында Бaлтика дәүләттәрен дошмандан ҡайтарыуҙа ҡатнаша.

(↪ дауамы…)

үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Бүлендек порталдар

үҙгәртергә 

Нисек ярҙам итергә

үҙгәртергә 

Проекттар

үҙгәртергә 

Туғандаш порталдар