Понтий расаһы

Понтий расаһы төрө, башҡорттарҙа осрай

Понти́й ра́саһы — европеоид раса төрсәһе, Ҡара диңгеҙ яры буйында йәшәгән халыҡтар араһында таралған. Совет антропологы һәм анатомы В. В. Бунак (1932 йыл) тарафынан өйрәнелгән. Ҡайһы саҡ понтий расаһын кавкасион раса менән яҡынайтып ҡуялар, әммә беренсе төрсә вәкилдәренең йөҙө тарыраҡ. Урта диңгеҙ расаһының каспий төрсәһе менән оҡшаш һыҙаттары байтаҡ. Боронғо халыҡтар араһынан хатти халҡын ошо расаға индерәләр[1].

Д.Ермаков. Грузиндар

Үҙенсәлекле билдәләре үҙгәртергә

Понтий антропологик тип мезокефалия[1] менән айырылып тора, сәстәре һәм күҙҙәре ҡара, йәки шуға яҡын пигментациялы, танауҙары тура, осо төшөбөрәк тора, танау биле бейек, һаҡалдары оҙон булып үҫеүсән. Урта буйлылар, яңы заманда оҙоная баралар.

Таралыуы үҙгәртергә

Была раса төрсәһе адыгтар, абхаздар, абазиндар[2], грузиндар, көньяҡ украиндар, урыҫтар (рязандәр) араһында йыш осрай[3]), татарҙар, мишәрҙәр, башҡорттар араһында ла бар[4][5][6], молдавандар, валах румындары араһында шулай уҡ осрай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Черкесский историко-культурный тип
  2. Дж Тайсаев. Этногенез народов Кавказа. — Litres, 2016-04-14. — 284 с. — ISBN 9785040058679.
  3. Рязанский тип среднеевропейской расы
  4. Р. М. Юсупов «Башкиры: этническая история и традиционная культура»
  5. Антропологический облик русского народа
  6. Трофимова Т. А. Этногенез татар Среднего Поволжья в свете данных антропологии. // Происхождение казанских татар. — Казань, 1948. — C. 58—59.