Поляр түңәрәк

планета өҫтөндәге күҙ алдына ғына килтергән түңәрәк һыҙыҡ

Поля́р түңәрәк — планета өҫтөндәге күҙ алдына ғына килтергән түңәрәк һыҙыҡ, параллель, киңлектән юғарыраҡ (йәғни экваторҙан арыраҡ) поляр көн һәм поляр төн бар. Поляр түңәрәк планетала ғына була ала, сөнки Ер күсәренең әйләнеү ауышлығы мөйөшө орбита яҫылығына (эклиптикаға) ҡарата нулдән ҙурыраҡ. Поляр түңәрәктәрҙең киңлеге планета күсәренең әйләнеү ауышлығы мөйөшө менән билдәләнелә: полюс киңлегенән (ул 90° тиң) планета күсәренең ауышлығын (градустарҙа) алып ташлайҙар.

Поляр түңәрәк
Рәсем
Ер картаһында Поляр түңәрәктәр

Поляр түңәрәк ерҙең төньяҡ һәм көньяҡ ярымшарҙарында ла бар. Поляр түңәрәк киңлегендә был ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошонда[1] ҡояш дискыһының үҙәк нөктәһе, төш ваҡытына еткәс (ҡояштың иң юғары кульминацияһы), горизонт линияһына тейә. Поляр түңәрәктән планетаның географик полюсына тиклем поляр билбау ята.

Ерҙә үҙгәртергә

Ерҙә поляр түңәрәктәр ± 66°33′44″ (66,562°) киңлектәрендә урынлашҡан. Урыҫ телендә Төньяҡ поляр түңәрәктән Төньяҡ полюсҡа тиклемге ара «Заполярье» йәки Арктика тип атала.

Атмосфера рефракцияһы һәм Ҡояш ер өҫтөнән нөктә булып түгел, ә диск булып күренеүе һөҙөмтәһендә[2], Ерҙә киңлеге 53 километр булған 2 билбау бар, уларҙа поляр көн була, ә бына поляр төн булмай. Мәҫәлән, төньяҡ билбауҙа Кандалакша ҡалаһы урынлашҡан.

Һәр ярымшарҙа поляр түңәрәк киңлегенең бер нисә мәғәнәһен айырып ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, 65,392° киңлегендә поляр көн 1 тәүлеккә һуҙыла, 22 июндә Төньяҡ ярымшарҙа һәм 22 декабрҙә Көньяҡ ярымшарҙа, ләкин поляр төн әлегә юҡ — йылдағы иң ҡыҫҡа көн 3 сәғәт тә 1 минутҡа һуҙыла. Ҡайһылыр урында көндөң минималь оҙонлоғо 3 сәғәттән артмай икән, ул сағында унда поляр төн була, тип танырға кәрәк. Поляр көн булған, ләкин поляр төн булмаған ҡалалар иҫәбенә Рованиеми, Уэлен, Туруханск, Варзуга, Воркута, Салехард, Лабытнанги һәм күп кенә башҡа ҡалалар инә. Поляр төн бер тәүлеккә һуҙылған 67,727° киңлегендә, 22 декабрҙә Төньяҡ һәм 22 июнь Көньяҡ ярымшарҙа поляр көн 42 тәүлеккә барып етә, йәғни 1 июндән алып 13 июлгә йәки 1 декабрҙән 13 ғинуарға тиклем. Ҡайһылыр урында йылына поляр көн 1 көндән 41 тәүлеккә тиклем дауам итә икән, унда поляр төндөң әлегә булмауын танырға кәрәк. Экваторҙан 66,34° киңлегендә ятҡан күләгәләге поляр түңәрәкте лә ҡарарға мөмкин. Унан төньяҡтараҡ 22 июндә төн уртаһында Ҡояш күләгә бирә, йәғни ҡояш дискыһы тотошлайы менән горизонт аръяғына төшөп китмәй.

Хәҙерге ваҡытта ер күсәренең ауышлығы әкренләп кәмей, һәм поляр түңәрәктәр яйлап ҡына яҡындағы полюсҡа табан күсә бара, экваторҙан алыҫлашҡандан алыҫая бара.

Төньяҡ поляр түңәрәк киңлегендә ҡышҡы ҡояш торонда Ҡояш бер тапҡыр сыҡмай (көньяҡ киңлектә — байымай), ә йәйге ҡояш торошонда — киреһенсә. Полюсҡа яҡыная килә (поляр түңәрәктән) был күренештәр ҙур осорҙарға һуҙыла, атап өйткәндә, полюстарҙа поляр көн һәм төн ярашлы рәүештә 189 һәм 176 тәүлеккә һуҙыла.

Хәҙерге заман технологиялары ярҙамында поляр түңәрәктең торошон ваҡыттың телеһә ниндәй мәлендә билдәләргә була.

Поляр түңәрәк үткән территориялар үҙгәртергә

(Нуль меридианынан көнсығышҡа табан йүнәлештә)

Төньяҡ:

Көньяҡ:

  •  — Эндерби ере (Скотт тауҙары), Вильгельма II ере (шельф боҙлоғо), королевы Мэри ере, Уилкс ере, Аделя ере, Георг V ере, Антарктик ярымутрауы.

Поляр түңәрәкте киҫеп үткәндә осраған символик күрһәткестәр үҙгәртергә

Марста үҙгәртергә

Марс, Ер кеүек үк, үҙ күсәре тирәләй әйләнә: әйләнеү күсәре орбита яҫылығына ҡарата 25,19° ҙурлығындағы мөйөшкә ауышҡан, ер күсәре ауышлығына тигеҙ тип әйтерлек (23,45°). Тимәк, көн менән төндөң, шулай уҡ йыл миҙгелдәренең алмашыныуы Марста Ерҙәге кеүек үтә. Поляр түңәрәктең урынлашыуы ла ерҙәгегә оҡшаш: киңлек яҡынса 64,81°. Ҡояштан бик алыҫ урынлашҡанға күрә, Марста уның мөйөш диаметры Ерҙәгегә ҡарағанда кәмерәк, шуға күрә поляр көн менән поляр төндө ҡарау мөмкинлеген биргән киңлектәр бик аҙ.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Северный полярный круг
  • Южный полярный круг
  • Заполярье
  • Салехард — единственный город в мире, расположенный на Полярном круге.
  • Тропики

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В северном полушарии — зимнее солнцестояние; южное полушарие — летнее
  2. на Земле угловой диаметр Солнца — ≈31′55.9″ (он постоянно изменяется, см., например, http://www.wolframalpha.com/input/?i=angular+diameter+of+the+sun

Һылтанмалар үҙгәртергә

Северный Полярный Круг