Плеханов Игорь Александрович

Плеханов Игорь Александрович (26 июль 1933 йыл — 2 август 2007 йыл)  — мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2004).

Плеханов Игорь Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 26 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө спидвейный гонщик
Спорт төрө мотоцикл спорты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР СССР-ҙың спорт мастеры
 Плеханов Игорь Александрович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь Александрович Плеханов 1933 йылдың 26 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1969 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград дәүләт физик культура институтын тамамлай.

Башавтомотоклубта инструктор-уҡытыусы (1955), «Спартак» ирекле спорт йәмғиәте Башҡортостан өлкә советының мотоспорт буйынса тренеры (1960—1969), ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының мотоспорт буйынса уҡытыусыһы (1963—1973) булып эшләй. 1973—1980 йылдарҙа РСФСР-ҙың автомотоһәүәҫкәрҙәр йәмғиәтенең Башҡортостан республика советы рәйесе була. 1970 йылдан 1972 йылға тиклем СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһының тренеры була.

Донъя чемпионатында таш һибелгән юлдан шәхси зачетта миҙал яулаған СССР-ҙың берҙән-бер уҙышсыһы. Донъя чемпионатында совет уҙышсыларынан беренсе булып финалға сыға (1961). Һигеҙ ил ҡатнашҡан донъя беренселегендә 19 тректа сығыш яһай, бөтә тректар һаны 130-ҙан артыҡ; тиҫтәләгән тректарҙа тиҙлек рекордтары ҡуя.

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Донъя чемпионатының көмөш призеры (1964—1965)
  • Европа чемпионатының бронза призеры (1961, 1967) СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1965)
  • СССР халыҡтары Спартакиадаһының көмөш призеры (1967)
  • СССР чемпионы (1960—1961, 1963, 1965, 1968)
  • СССР чемпионатының көмөш призеры (1959, 1962, 1964, 1967)
  • РСФСР чемпионы (1960—1962), шәхси зачетта.
  • Командалы донъя чемпионатының көмөш (1964, 1966) һәм бронза (1967) призеры.
  • «Башҡортостан» Өфө клубы командаһы составында ярыштарҙа СССР чемпионы (1962, 1964, 1967—1969)
  • РСФСР-ҙың йыйылма командаһы составында СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1965, 1967)
  • «Чехословакияның Алтын шлемы» эйәһе (Пардубице ҡалаһы, 1964, 1966)
  • Граца ҡалаһы йәрминкәһенең Ҙур Кубогын яулаусы (Австрия, 1964)
  • Штирия ере Кубогын яулаусы (Австрия, 1964)
  • Шәхси донъя чемпионаты финалына 6 тапҡыр сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР-ҙың спорт мастеры (1959)
  • СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1965), шлак һибелгән юлдарҙа мотоуҙыш буйынса
  • Мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965)
  • Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (2004 йыл)
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1959, 1968)
  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» Почётлы билдәһе (1993)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә