Пинский Матвей Савельевич

Пинский Матвей Савельевич (21 сентябрь 1916 йыл — 8 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк батальоны командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы.

Пинский Матвей Савельевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Зилово[d], Читинский уезд[d], Байкал аръяғы өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 октябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Матвей Савельевич Пинский 1916 йылдың 21 сентябрендә Зилово станцияһында (хәҙер Чернышевский районы, Байкал аръяғы крайы)тыуған[1].

Белеме урта. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.

1933 йылдан 1937 йылға тиклем Винница өлкәһе Хмельницкий районының Луко ауылында хисапсы була, һуңынан Калуга өлкәһенең Малоярославец станцияһында пассажирҙар хеҙмәтендә нарядчик булып эшләй.

1937 йылда Ҡыҙыл Армияға Калуга өлкәһе Малоярославский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1939 Һарытау бронетанк училищеһын тамамлай.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Нове-Място (Польша) ҡалаһынан көығыштараҡ Пилица йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, 1949 йылда офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен тамамлай

1960 йылдан запастағы подполковник, лаборатория мөдире булып эшләй, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, Өфө нефть институтында хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире.

1987 йылдың 8 сентябрендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[2].

Батырлығы үҙгәртергә

«1945 йылдың 15 ғинуарында танк батальоны (44-се гвардия танк бригадаһы, 11-се гвардия танк корпусы, 1-се гвардия танк армияһы, 1-се Белорус фронты) гвардия майоры С. М. Пинский Нове-Място (Польша) ҡалаһынан көығыштараҡ Пилица йылғаһын беренселәрҙән булып аша сыға. Рава-Мозовецка, Ловичи, Цегельно, Вельнау ҡалалары өсөн барған алыштарҙа үҙенең батальоны менән шоссе һәм тимер юлдарын биләй, шулай итеп дошман коммуникацияларының юлын киҫә. Һөжүмде дауам итеп, Лодзь ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ, Вельнау ҡалаһы районында М. С. Пинский батальоны танктарҙың һәм мотопехотаның ике взводы менән дошмандың аэродромын баҫып ала, унда 70-кә тиклем дошман самолеттары була»[3]

Батальон менән оҫта командалыҡ итеүе һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылдың 27 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән гвардия майоры Матвей Савелиевич Пинскийға Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы (№ 5143) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Баһалар һәм фекерҙәр үҙгәртергә

Комбат М. С. Пинский етәкселеге аҫтында хеҙмәт иткән элекке танк ротаһы командиры Н. Н. Борисовтың хәтирәләре буйынса:

Беренсе осрашыуҙан уҡ комбат үҙенең асыҡлығы һәм ябайлығы менән командир һәм кеше булараҡ ышаныс уятты. Шунда уҡ уның тәбиғәтенән ғәҙел кеше булыуын һиҙҙек…бер ваҡытта ла ҡыҙып барманы. Башҡалар кеүек яза бирергә ынтылманы, тупаҫ булманы, кәмһетмәне. Киреһенсә, ваҡ-төйәктәрҙә лә аҡыл менән эш итә ине. Һәм разведка юҡлыҡтан беҙҙең батальон һаҙлыҡлы йылғала артиллерия утынан 5 танкты юғалтҡанда[9], еңел булмаған хәлдә лә, беренсе тапҡыр алышта уның тәртибен, ҡарарын һәм баһаларын күреп, уға тигеҙләшергә кәрәк өлгө икәнен аңланым[10].

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Матвей Савельевич Пинский в Российской еврейской энциклопедии.
  2. Пинский Матвей Савельевич. «Герои страны» сайты.
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 37, л. 306, 307).
  4. 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 32, л. 7).
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 214, л. 22, 169, 170).
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 6352, л. 2, 27, 28).
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 497, л. 4, 71, 72).
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  9. При наступлении в районе Бердичева из-за отсутствия разведки весь танковый батальон встал перед заболоченным ручьём и потерял 5 танков от огня артиллерии — см. Н. Чобану. Борисов Николай Николаевич. Я помню (14 февраль 2015). Дата обращения: 15 февраль 2015.
  10. Н. Чобану. Борисов Николай Николаевич. Я помню (14 февраль 2015). Дата обращения: 15 февраль 2015.
  11. Мемориальная доска в Уфе.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.

Һылтанмалар үҙгәртергә