Пермь өйәҙе1781 йылдан 1923 йылға тиклем Пермь наместниклығы һәм Пермь губернаһы составында ойошторола.

Пермь өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Пермь губернаһы
Үҙәге Пермь
Барлыҡҡа килгән 1781
Бөтөрөлгән 1923
Майҙаны 27 268 км²
Халҡы 272 967[1] кеш. (1897)
Файл:Permskaya gubernia Permsky uezd.png

Административ уҙәге — Пермь ҡалаһы.

Тарих үҙгәртергә

1781 йылда нигеҙләнгән. 1781 йылдаң Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының үҙәк өлөшө ингән. 1796 йылдаң алып Пермь губернаһы составында. 1923 йылда өйәҙ бөтөрөлә, уның территорияһы Урал өлкәһенең Пермь округына инә.

География үҙгәртергә

Майҙаны — 27 268 км² (1897). Административ уҙәге — Пермь ҡалаһы. XIX быуат аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһы Соликамск өйәҙе, көнсығышта — Верхотур өйәҙе, көньяҡта — Көңгөр һәм Уҫы өйәҙҙәре, көнбайышта Оханск өйәҙе менән сиктәш була.

Иҡтисад үҙгәртергә

Халҡы башлыса игенселек, һөнәрселек менән шөғөлләнә. XIX быуат аҙағында Йоҡ-Кама заводы, 39 тире иләү, 30 май һығыу, 6 таҡта ярыу, 5 суйын иретеү, 2 араҡы, 2 тимер етештереү заводтары һәм башҡа предприятиелар эшләй. Ҙур йәрминкәләр Архангел-Пашийский заводы ҡасаба, Ильинка, Үрге Чусовой Ҡаласығы ауылдарҙа үткәрелә. XIX быуат уртаһында Сулман йылға буйлап пароход бәйләнеше асыла. Пермь тимер юлы участкалары — Пермь—Екатеринбург (1878), Пермь—Котлас (1899), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) һәм башҡалар — һалына. Пермь өйәҙе 50 сиркәү, 8 мәсет иҫәпләнә (1870).

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы 1795 йылда — 82 400 кеше, 1870 йылда — 152 714 (шул иҫәптән башҡорттар 2168), 1897 йылда — 272 967 (башҡорттар — 3 677, татарҙар — 6 982, урыҫтар — 259177 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 243 614 крәҫтиән, 18 655 мещан, 5 942 дворян, 787 сауҙагәр иҫәпләнә; мосолмандар — 10608, православие динендәгеләр — 259 949 (шул иҫәптән 19 761 старообрядсы), католиктар — 1024, йәһүдтәр — 1003 һәм башҡалар. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Пермь өйәҙе территорияһында 1‑се башҡорт кантоны ойошторола. 1869 йылда өйәҙҙә 1667 торама пункт була. 1874 йылда 3 станға, 43 улусҡа бүленгән. XIX быуат аҙағында башҡорттарҙың төп өлөшө Башҡорт Ҡолтайы, Ҡуян ауылдарында йәшәй.

Административ-территориаль бүленеше үҙгәртергә

1913 йылда Пермь өйәҙе составында 44 улус иҫәпләнә[2]:

  • Архангело-Паший — Архангело-Пашийский заводы а.,
  • Бисер — Иҫке Бисер заводы а.,
  • Богород,
  • Оло-Буртым,
  • Васильевск,
  • Үрге-Муллин,
  • Дивья — Усть-Дивья а.,
  • Добрянско-Заводская — Добрянский заводы а.,
  • Добрянско-Подзаводская — Добрянский завод а.,
  • Ильин,
  • Калино-Камасин — Калино а.,
  • Канабековская,
  • Кояновская,
  • Красно-Слуцкая,
  • Крестовоздвиженская,
  • Кривецк,
  • Ҡолтайы,
  • Курашим — Курашимский заводы а.,
  • Кусье-Александровская — Кусье-Александровский заводы а.,
  • Лысвинская — Лысвинский заводы а.,
  • Мотовилихинская — Мотовилихинский заводы а.,
  • Насад,
  • Үрге-Муллин — Нижне-Муллинский заводы а.,
  • Никулин,
  • Яңы-Ильин,
  • Останин,
  • Перем,
  • Полазнин — Подполазнинский заводы а.,
  • Полуден,
  • Сенкинск,
  • Сергинск,
  • Слудск,
  • Средне-Егвинск,
  • Сретенск,
  • Троицк,
  • Успенск,
  • Усть-Гаревая — Усть-Гаревское а.,
  • Усть-Сыльвин,
  • Филатов,
  • Челвинско-Русаков — Васильевское а.,
  • Чусовой — Чусовой а.,
  • Юговская — Юговский заводы а.,
  • Юго-Кама — Юго-Камский заводы а.,
  • Янычевская.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Пермская губерния: список населённых мест по сведениям 1869 года. СПб., 1875;
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Һылтанмалар үҙгәртергә