Пашков Алексей Фёдорович

Пашков Алексей Фёдорович (17 март 1920 йыл15 ғинуар 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).

Пашков Алексей Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 март 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Дыуан-Ҡошсо кантоны, Башҡорт АССР-ы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Фёдорович Пашков 1920 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының Дыуан-Ҡошсо кантоны Атавка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбенең 5 класын тамамлағандан һуң колхозда эшләй.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Дыуан районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. 1943 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1].

1943 йылдың 1 октябрендә, орудие командиры булараҡ, пехота менән бергә Украинаның Днепропетровск өлкәһе Перевалочная ауылы районында Днепр аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярында плацдармды киңәйтеү ваҡытында пехотаның уңышлы алға барыуын тәьмин итә. 1943 йылдың 1 октябренән 14 октябренә тиклемге осорҙа Днепропетровск өлкәһенең Верхнеднепровский районы Мишурин Рог ауылы районында йылғаның уң ярында, Пашковтың орудие расчёты дошмандың алты танк һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша, өс танкты, ике бронемашинаны, снарядтар менән биш автомашинаны юҡ итә. Орудиеһы сафтан сыҡҡас, артиллеристар граната менән яныусы ҡатышмалар һалынған шешәләрҙе эшкә ҡушалар. Пашков Алексей Фёдорович шәхсән үҙе 2 дошман танкыһын юҡ итә. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 20 декабрҙәге Указы менән гвардия сержанты Алексей Фёдорович Пашко́вҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3155) тапшырыла[2].

Һуғыштан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылда танк училищеһын тамамлай, ә 1949 йылдан — офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын үтә[3]. 1960 йылдан — запаста, ә һуңынан отставкаға китә һәм Башҡортостандың 1-се автохужалығында, Өфө авиация институтында хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эшләй, Өфө аяҡ кейеме фабрикаһында кадрҙар бүлеге начальнигы, «Башспецстрой» тресында кадрҙар бүлегенең өлкән инспекторы, «Башгражданпроект» проект институтының техник бүлеге инженеры, «Башгаз» идаралығының граждандар оборонаһы буйынса өлкән инженеры.

Алексей Фёдорович Пашков 1998 йылдың 15 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы (20.12.1943, № 3155)[4].
  • Ленин ордены (20.12.1943).
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены .
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены .
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
  • «Владимир Ильич Ленин тыуыуының100- йыллығына» миҙалы.
  • "1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы.
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл.» миҙалы.
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл.» миҙалы.
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл.» миҙалы.
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл.» миҙалы.
  • «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» миҙалы.
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 40 йыл» миҙалы.
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» миҙалы.
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы.
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы.

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Знаменитые дуванцы.
  2. Герои Советского Союза(недоступная ссылка).
  3. помнит-мир спасенный…/ И помнит мир спасённый(недоступная ссылка)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 68/36, л. 18/439, 440).

Һылтанмалар үҙгәртергә