Паша́ (төр. paşa, ғосман. پاشاpaşa, фарс. «پادشاه», бор. фарсы «pāti-xšāya-»хаким) — Солтан Төркиәһендә, Мысырҙа һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә юғары хәрби һәм граждан хеҙмәткәрҙәргә бирелгән хөрмәтле титул һәм шул титулдағы кеше.

Мөхәммәт Али-паша

Паша тип генералдар һәм губернаторҙар исемләнгән. Маҡтаулы титул сифатында «сэр» йәки «әфәнде» тигәнгә яҡын. Пашанан юғарырыҡ хедив һәм вәзир, түбәнерәк бей.

Рәсми булмаған паша титулы үҙгәртергә

Рәсми булмаған паша титулына бик күп урыҫ начальниктары лайыҡ була. Улар араһында фельдмаршал Суворов, билдәле флотоводей Фёдор Иванович Ушаков.

Ҡыҙыл паша титулына билдәле дипломат, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов лайыҡ була.