Паспорт (франц. passeport, итал. passaporto лат. passer — үтеү һәм port (порт) — элек «порттан сығыу»ға яҙма рөхсәт шулай тип аталған[1]) — эйәһе дәүләт сиген үткәендә йәки сит илдә булғанда шәхесте һәм гражданлыҡты танытыусы дәүләт документы. Паспорт гражданлыҡты күрһәтә, әммә йәшәгән илде күрһәтмәй.

Паспорт
Рәсем
 Паспорт Викимилектә

Паспорт (Рәсәйҙә ул Рәсәй Федерацияһы гражданының сит ил паспорты) һәм шәхес танытмаһы (Рәсәйҙә бының өсөн эске паспорт — Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты ҡулланыла) була. Күп кенә дәүләттәрҙә (мәҫәлән, Беларусь һәм Үзбәкстан) паспорт бер үк ваҡытта төп шәхес таныҡлығы булып та тора. Ҡайһы бер илдәрҙә (мәҫәлән, Әзербайжан, Бельгия, Словакия, Литва, Франция, Ҡытай, Грузия, Ҡаҙағстан, Украина) шәхес таныҡлығы пластик карта формаһында эшләнгән, ә паспорт теләк буйынса бирә.

Паспорт икенсе илгә сығырға рөхсәт ҡуйылған (әгәр ҙә визаһыҙ режим тураһында килешеү төҙөлмәһә), шулай уҡ сикте сығыу билдәһе һалынған брошюра формаһында эшләнә. Шулай идентификациялау мәғлүмәтенә эйә: хужаһының фотоһы, уның исеме, тыуған көнө, енесе, тыуған урыны һәм гражданлығы (паспорт биргән ил атамаһы) яҙыла. Паспорт бөтә донъя буйынса файҙаланыуға тәғәйенләнә, шуға күрә паспорттар ниндәйҙер дәрәжәлә унификацияланған, ә милли телдәге яҙыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, инглиз йәки француз телдәрендә ҡабатлана. XXI быуатта донъяның күп илдәре биометрик мәғлүмәтле паспорттарға күсә.

Дәүләттәр, ҡағиҙә булараҡ, үҙе танымаған ил паспорты менән инеүгә рөхсәт бирмәй, әммә ташламалар ҙа бар. Мәҫәлән, Ҡытай Республикаһы (Тайвань) граждандары АҠШ-ҡа инеү генә түгел, шулай уҡ ябайлаштырылған электрон виза менән (ESTA) инеү мөмкинлеген ҡуллана ала, шул уҡ ваҡытта АҠШ Ҡытай Республикаһын 1979 йылдан алып танымай. Шулай итеп, танылмаған һәм яртылаш танылған дәүләттәрҙең граждандары, әгәр бер үк ваҡытта тағы ла ниндәйҙер илдең гражданлығына һәм паспортына эйә булмаһа, улар бөтә ерҙә лә иркен йөрөй алмай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә