Паровозға һәйкәл (Каменск-Шахтинский)

1986

Иҫтәлекле урын
Паровозға һәйкәл
Ил Рәсәй
Урыны Каменск-Шахтинский
Төҙөлгән ваҡыты 1986 йыл
Бөгөнгө хәле яҡшы
Тышҡы рәсемдәр
Памятник паровозу

Паровозға һәйкәл — Ростов өлкәһенең Каменский-Шахтинский ҡалаһында ҡуйылған паровоз һәйкәле. 1986 йылдың 2 авгусында урынлаштырыла. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (Ҡарар № 325 17.12.92 йыл)[1].

тарихы үҙгәртергә

 
Л серияһы паровозы

1986 йылдың 2 авгусында Лиховский ҡасабаһында (Ростов өлкәһенең Каменск-шахтинский ҡалаҙы ҡасабаһы) Тимер юлсылар мәҙәниәт йорто эргәһенә ҡуйыла. Һәйкәл ремонтланған, буятылған һәм мәңгелек туҡталышҡа урынлаштырылған 2-се номерлы (Л-0002) Л серияһы паровозынан (генераль конструктор Лев Сергеевич Лебедянский хөрмәтенә атала) ғибәрәт. Паровоз тәпәш постаментта рельстарҙа тора һәм металл бағаналарға беркетелгән тимер сылбырҙар менән уратып алынған. Ул 1945 йылдың аҙағында Мәскәү өлкәһендәге В. В. Куйбышев исемендәге Коломенск тепловоз эшләү заводында етештерелә. Был сериялы паровоз ФД һәм ИС, Иосиф Сталин (Луганск паровоздар эшләү заводы) серияларына ҡарағанда күпкә экономиялыраҡ була. Уның ҡеүәте ауыр составтарҙы йөрөтөү мөмкинлеге бирә. Паровоз Морозов станцияһында теркәлә.

19471970 йылдарҙа ул Морозов-Лихая маршрутында эшләй. Һуңыраҡ уға алмашҡа экологик тепловоздар һәм электровоздар килә. Һәйкәлде 1986 йылдың 2 авгусында тимер юл транспорты ветерандары П. М. Берков, А. Т. Одининский һәм Н. В, Юров аса. Паровоз эргәһендәге иҫтәлекле таҡтаташта шулай тип яҙылған: «Көньяҡ-көнсығыш тимер юлдарының Лиховск бүлексәһе тимер юлсыларының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм тыныс тормошта күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте хөрмәтенә лиховчандарҙан».

1992 йылдың 17 декабрендәге 325-се ҡарарға ярашлы, паровозға ҡуйылған һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә