Парамонова Анна Васильевна

Парамонова Анна Васильевна (30 октябрь 1923 йыл — 19 ғинуар 2022 йыл) — табип-стоматолог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Парамонова Анна Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Лопатино[d], Торбеевский район[d]
Саранский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (98 йәш)
Һөнәр төрө стоматолог
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

Биографияһы үҙгәртергә

Анна Васильевна Парамонова 1923 йылдың 30 октябрендә Пенза өлкәһенең Саранск өйәҙе Лопатино ауылында тыуған.

1941 йылда А. В. Парамонова унынсы синыфты тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң хәрби комиссариат юлламаһы буйынса СССР Халыҡ комиссариаты боеприпастарының 583-сө Саранск заводында эшләй башлай, һуғыш аҙағына тиклем заводта эшләй.

1945 йылдан алып 1949 йылға тиклем Ҡазан стоматология институтында уҡый, уны тамамлағандан һуң Мородовия АССР-ының Ичалковский районы дауаханаһында стоматолог булып эшләй.

1953 йылдан 1962 йылға тиклем — Ичалковский район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. 1962 йылдан 1981 йылға тиклем — Ичалковский үҙәк район дауаханаһының баш табибы. А.ВА.Парамонованың туранан-тура ҡатнашлығында һәм етәкселегендә яңы дауахананың беренсе һәм икенсе хирургия корпусы, бала табыу йорто, балалар бүлексәһе менән поликлиника, ашхана, ашығыс ярҙам станцияһы һәм ҡан ебәреү станцияһы төҙөлә.

1965 йылдың 24 декабрендә һәм 1971 йылдың 20 июлендә СССР Юғары Советы Президиусы указы менән «Яҡшы хеҙмәте өсөн» Анна Васильевна Парамонова «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1978 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «Халыҡ һаулығын һаҡлауҙы үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Парамонова Анна Васильевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ошо уҡ йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ була[2].

1981 йылдан 1992 йылға тиклем 1-се Саранск стоматология поликлиникаһында стоматолог булып эшләй.

1992 йылдан алып хаҡлы ялда. Саранск ҡалаһында йәшәй.

Наградалары үҙгәртергә

Исемдәре үҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1978)
  • Мордовия АССР-ының атҡаҙанған табибы (1969) т
  • Ичалковский районының почётлы гражданы (2002)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://stolica-s.su/archives/325971
  2. Ведомости Верховного Совета РСФСР /↵Изд. Верховного Совета РСФСР, Том 22 — 1978 г

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — М.: Медицина, 1988. — 200 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-225-00135-1.
  • Энциклопедия Мордовии / Т. 2: М—Я. — 2004 г. — 699 с. — Библиогр.: с. 677—692. — ISBN 5-900029-08-5