Пантелькин Анатолий Александрович

Пантелькин Анатолий Александрович (15 сентябрь 1919 йыл — 14 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Пантелькин Анатолий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Федоровка районы
Вафат булған көнө 14 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (25 йәш)
Һөнәр төрө офицер
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Пантелькин Анатолий Александрович 1919 йылдың 15 сентябрендә Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Юрматы кантоны[1] Кирюшкин ауылында тыуған[2]..

Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылда 7 синыфты, 1936 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлай, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тирмән комбинатында токарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта Осоавиахим пилоттар курсына йөрөй.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм 30 ирекмән иҫәбендә комсомол юлламаһы буйынса Сталинград хәрби авиация пилоттар мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың ғинуарынан.

1945 йылдың 14 мартында А. А. Пантелькин Будапешт (Венгрия) янында хәрби заданиеларҙы үтәгәндә батырҙарса һәләк була[3][4][5]. Венгр ауылы Пекш зыяратында ерләнгән[6].

Батырлығы үҙгәртергә

«116-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры (295-се истребителдәр авиацияһы дивизияһы, 17-се һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) 1945 йылдың ғинуары уртаһына 270 хәрби осош яһай (дошман ғәскәрҙәренә разведка яһау — 26, ер өҫтө ғәскәрҙәрен ҡаплау — 84, штурмовик һәм бомбардировщиктары оҙатыу — 160).

49 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән 16 дошман самолетын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 5 танкты, 30 хәрби йөк автомашинаһын, 150-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 3-сө тимер юл эшелонын яндыра. Капитан А. А. Пантелькин етәкселек иткән эскадрилья 1944 йылдың мартынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем 517 хәрби осош яһай. Һауа һуғышында 29 дошман самолетын бәреп төшөрә. Штурмлау һәм бомба ташлау юлы менән 6 танк 67 автомашина, яғыулыҡ менән 2 цистерна, 10 тимер юл вагоны, боеприпастар, яғыулыҡ менән 3 склад, 580-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы указы менән эскадрилья менән өсөн оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Пантелькин Анатолий Александровичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Хәтер үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы А. А. Пантелькин исеме менән Киев ҡалаһында (элекке Виноградарский) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында урам аталған.
  • Стәрлетамаҡта Пантелькин йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы
  2. Пантелькин Анатолий Александрович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. Александр Николаевич Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 457. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. ОБД Мемориал|57335590
  4. ОБД Мемориал|74094307.
  5. ОБД Мемориал|75228405.
  6. ОБД Мемориал|261997459.
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 262—264).
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 192, л. 5).
  9. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 767, л. 4, 134—136).
  10. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1414, л. 2, 60—62).
  11. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1916, л. 6, 184, 185).
  12. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1049, л. 14, 308, 309).
  13. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 383, л. 6, 303, 304).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар үҙгәртергә