Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры

Грузияның иң ҙур музыкаль театры

Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры (груз. თბილისის ზაქარია ფალიაშვილის სახელობის სახელმწიფო ოპერისა და ბალეტის თეატრი) — Тбилиси ҡалаһындағы опера һәм балет театры,  Грузияның иң ҙур   музыкаль театры. Театр 1851 йылда нигеҙләнгән[3]. Руставели проспектында урынлашҡан.

Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры
груз. თბილისის ოპერისა და ბალეტის თეატრი
Нигеҙләү датаһы 1851
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Палиашвили Захарий Петрович
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Урын Тбилиси[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Тбилиси, Грузия
Архитектор Шрётер, Виктор Александрович[d][2]
Архитектура стиле неомавританский стиль[d]
Рәсми асылыу датаһы 1851[2]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d] һәм культурное наследие Грузии[d][1]
Адрес რუსთაველის გამზირი 25 / ლაღიძე რევაზის ქუჩა 1, თბილისი[1]
Рәсми сайт opera.ge
Карта
 Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры Викимилектә

Театрҙың тарихы үҙгәртергә

1874 йылдың 11 октябрендә театр бинаһын янғын юҡҡа сығара. Костюмдар, декорациялар, ҡорамалдар һәм китапхана янып бөтә. Был янғын арҡаһында театр бер аҙ ваҡыт эшләмәй тора.  

1896 йылда театр яңы бинала эшләй башлай.  Миҙгел М. И. Глинканың «Иван Сусанин» операһы постановкаһы менән асыла.

Грузияла Совет власы урынлашҡандан һуң, театр милли музыка мәҙәниәт үҙәгенә әүерелә.

 
1851 йылдың 12 апрелендә театрҙы асыу

Театр сәхнәһендә беренсе тапҡыр грузин композиторҙарының опералары ҡуйыла: Захарий Палиашвилиҙың «Абесалом и Этери» (1919) һәм «Даиси» (1923), Долидзеның «Кето и Котэ»  (1919), Аракишвилиҙың «Сказание о Шота Руставели»  (1919), М. Баланчивадзеның «Коварная Тамара»  (1926), Цинцадзеның «Отшельник» (И. Г. Чавчавадзеның шул уҡ исемдәге поэмаһы буйынса, 1972) опералары[4].

Тбилиси опера һәм балет театрында вокал һәм хореография сәнғәтенең һәләтле оҫталары үҫеп сыға [5]. Йырсы  О. А. Бахуташвили-Шульгина менән дирижёр Иван Петрович Палиашвили  театрҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

1937 йылда театрға Захарий Палиашвили исеме бирелә. Шул уҡ йылда театр  Ленин ордены менән наградлана.

1938 йылда Тактакишвилиҙың  «Малтаква» балетын рәссам  Тамара Абакелия биҙәй.

1946 һәм 1947 йылда Серго Кобуладзе театр менән хеҙмәттәшлек итә. Ул  Мшевелидзеның «Сказание о Тариэле»  операһын (1946) һәм Киладзеның «Синатле» балетын (1947) биҙәй. Был спектаклдәрҙең һәр береһе өсөн Кобуладзе  Сталин премияһы менән наградлана[6].

Театрҙа опера спектаклдәрен Николай Смолич ҡуя[7].

Театр труппаһы үҙгәртергә

1851—1880 йылдарҙа  театр сәхнәһендә итальян опера артистарынан торған труппа эшләй. 1880 йылда ул урыҫ труппаһына алмашына.

Бында эшләйҙәр: И. П. Сараджишвили, А. И. Инашвили, О. А. Бахуташвили-Шульгина, В. М. Зарудная, Л. Г. Яковлев, Д. А. Усатов.

1926—1944 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Давид Бадридзе театр солисы була[8]. 1929—1931 йылдарҙа театр солисы булып СССР-ҙың халыҡ артисы Сергей Лемешев эшләй[9]. 1931 йылдан шулай уҡ   СССР-ҙың халыҡ артисы  Пётр Амиранашвили театр  солисы була[10]. 1929—1933 һәм 1935—1955 йылдарҙа  театрҙа СССР-ҙың халыҡ арисы Давид Андгуладзе эшләй [11],  1956 йылда театр сәхнәһендә уның улы Нодар Андгуладзеның дебюты була. 1935—1944 йылдарҙа театрҙа Давид Гамрекели йырлай. 

1932 йылдан Шалва Ильич Азмайпарашвили театрҙа дирижёр булып эшләй, 1938—1954 йылдарҙа ул баш  дирижёр була.  1942—1947 йылдарҙа   Иосиф Сумбаташвили театрҙың баш рәссамы була.

Театрҙың балет  труппаһында  СССР-ҙың буласаҡ халыҡ артистары һәм  Грузия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һаласаҡ Нино Рамишвили менән Илья Сухишвили ижади эшмәкәрлеген башлай.

Элекке мәшһүр постановкалар үҙгәртергә

  • 1949 — «Мзия», Баланчивадзе.

Художество етәкселәре үҙгәртергә

  • Ольга Бахуташвили-Шульгина (1876—1930)
  • Нина Гедеванова Ананиашвили (1963)
  • Роберт Бардзимашвили

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=4825 — 2017.
  2. 2,0 2,1 http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=2626 (ингл.)Arts and Theatre Institute.
  3. [ Тбилисский академический театр оперы и балета им. З. П. Палиашвили] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Том 6. Хейнце — Яшугин. 1108 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1982 год
  5. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 13. Конда — Кун. 1973. 608 стр., илл.; 25 л. илл. и карт. (стр 92)
  6. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 12. Кварнер — Коигур. 1973. 624 стр., илл., 35 л. илл. и карт.
  7. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т. 5 Симон — Хейлер. — М.: «Советская энциклопедия», 1981. — 1056 с, ил.
  8. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  9. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973
  10. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
  11. Давид Андгуладзе // Вокально-энциклопедический словарь

Һылтанмалар үҙгәртергә

Тбилисская опера - история создания