Павлов Николай Спиридонович

Павлов Николай Спиридонович (25 август 1922 йыл — 2 апрель 1978 йыл ) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).

Павлов Николай Спиридонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ыҫлаҡбаш, Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 2 апрель 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

1922 йылдың 25 авгусында  Ыҫлаҡбаш ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы). Сыуаш. Мәктәптә 8 класс уҡыған

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 декабрендә Полесье өлкәһенең Парич районы Дуброво ауылы эргәһендәге бейеклек өсөн барған алышта уның етәкселеге аҫтындағы орудие расчеты фашистарҙың 27 танкы менән һуғыша. Һөҙөмтәлә расчет тарафынан 5 танк юҡ ителә.

1943 йылдан  ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тыуған ауылында китапханасы булып эшләгән, Еҙҡаҙғанда (Ҡаҙағстан) төҙөлөштә эшләгән.

1978 йылдың 2 апрелендә вафат була. Ыҫлаҡбаш ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Ыҫлаҡбаш урта мәктәбе бинаһында Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридоновичҡа ошондай яҙыу менән мемориаль таҡта  

ҡуйылған:Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридонович уҡыған. Артиллерист.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 28/36, л. 2/81—83).
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5118, л. 8, 119, 120).
  3. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1517).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Павлов Николай Спиридонович. «Герои страны» сайты.