Павао Риттер Витезович

Павао Риттер Витезович (хорв. Pavao Ritter Vitezović; 7 ғинуар 1652 йыл20 ғинуар 1713 йыл) — хорват яҙыусыһы, тарихсы, тел белгесе.

Павао Риттер Витезович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Титул барон[d], Ritter[d] һәм придворный советник[d]
Тыуған көнө 12 ғинуар 1652({{padleft:1652|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2]
Тыуған урыны Сень[d], Лицко-Сеньская жупания[d], Хорватия
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1713({{padleft:1713|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4] (61 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Габсбургтар монархияһы
Үлем сәбәбе ауырыу
Яҙма әҫәрҙәр теле Латин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, геральдист, картограф, лексикограф, универсаль шәхес, шағир
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Pavao Ritter Vitezović
 Павао Риттер Витезович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы менән хәрбиҙәр ғаиләһенән. Уның ата-бабалары Эльзас немец рыцарҙары булған (Риттер фамилияһы шуға бәйле). Улар Австрия герцогтары саҡырыуы буйынса Хорватияға килә һәм төбәкте ғосмандар һөжүменән яҡлап сик буйында хеҙмәт итә. «Витезович» — «Риттер» немец һүҙенең хорват теленә тәржемәһе.

1652 йылда Адриатик диңгеҙе яр буйында урынлашҡан Сень ҡалаһында тыуған. Бында башланғыс мәктәпте тамамлай. Немец теленән тыш хорват телен өйрәнә (ҡала епискобы Рим папаһынан төбәк мәктәптә хорват телен уҡытырға рөхсәт ала). 1665 йылдан Загребта иезуиттар мәктәбендә белем ала, әммә уҡыуҙы тамамламай. 1670 йылда Римгә бара. 1676 йылда Крана өлкәһенә Богеншперк замогына күсә, бында туған яғының тарихы һәм географияһы менән ҡыҙыҡһына. 1679 йылда туған ҡалаһына ҡайта.

1681 йылда Сень ҡала советы ағзаһы булып китә. Шул уҡ йылда Шопрон ҡалаһында үткән Сабор ултырышында Сень вәкиле була. Ғосман империяһына ҡаршы һуғыш башланғас, 1683 йылда Риттер Меджимурскиға барып эләгә. 1684 йылда Линц ҡалаһына йүнәлә, Хорватия баны армияһында капитан званиеһын ала. Аҙаҡ Сегедвар һәм Лендава ҡәлғәләрен яулап алыуҙа ҡатнаша.

1685—1687 йылдар дауамында Венала Хорватия Саборы вәкиле булып тора. 1687 йылда Пресбургта уҙған Венгрия короллеге паламенты ултырышында туған ҡалаһынан делегат булараҡ ҡатнаша. Шул уҡ йылда рыцарь титулын ала.

1690 йылда Загребҡа күсә, бында ҡала нәшриәте эшен тергеҙергә ҡарар итә. 1691 йылда Лика-Крбава округы вице-префекты вазифаһын ала. 1694 йылда Загребтағы нәшриәттең етәксеһе итеп рәсми рәүештә тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда һалымдар күтәрелеүенә протест белдереү менән Сабор тарафынан Венаға ебәрелә. 1698 йылда тоҙға һалым буйынса йәнә Саборҙың император хөкүмәтенә делегаты була.

1699 йылда Хорватия Саборының вәкиле булараҡ Австрия империяһының комиссияһы составына инә, был комиссия Венеция һәм Ғосман империяһы менән делимитация эше менән шөғөлләнә. Шулай ҙа, Павао Риттерға Хорватияның сиктәрен киңәйтеү ҡарарын алырға ирешә алмай.

1695 йылда яңы нәшриәт аса, бында латин һәм хорват телдәрендә китаптар нәшер ителгән. Был китап 1706 йылға тиклем эшләй, ошо йылда янғын барышында юҡ була. 1710 йылда Венаға күсә, бында барон титулын ала. Сербия һәм Босния географияһын өйрәнеүҙе дауам итә. 1712 йылда Венгрия короллеге парламентында йәнә Сень ҡалаһының вәкиле була. 1713 йылда Венала вафат була.

Ижады үҙгәртергә

Үҙенең хеҙмәттәрен латин һәм хорват телдәрендә яҙа. Хорватияның патриоты була, уның тарихына Витезовичтың бихисап әҫәрҙәре арналған (Адам Зринскийға бағышланған һәм Ғосман империяһын еңеүгә ҡарата 1700 йылда нәшер ителгән «Тергеҙелгән Хорватия»; «Календарь йәғни хорват китабы» (1695); «Сигетварҙы яулап алыу» (1684—1685); «Стемматография» (1702); «Ирекһеҙ Босния» (1712), «Траурҙа Хорватияның ике быуаты» (1703); «Хроника йәғни быуаттар тарихы»). Бер үк ваҡытта Хорватияның әһәмиәтле ғаиләләре тарихы менән ҡыҙыҡһына («Гусич ғаиләһе тарихы», 1681).

Хорват лингвистикаһына ҙур өлөш индерә, һәр бер хәрефкә берәр өн тура килгән яңы орфография тәҡдим итә. Шулай уҡ ҡулъяҙма латин-иллирий һүҙлегенең авторы булып тора (автор йәшәгән осорҙа нәшер ителмәй).

Әҙәрҙәре үҙгәртергә

Латин телендә:

  • «Apographum ex Joanne Lucio» (1681)
  • «Novus Skenderbeg» (1682)[5]
  • «Nova Musa» (1683)
  • «Anagrammaton liber primus» (1687)
  • «Croatia rediviva 2016 йыл 14 ғинуар архивланған.» («Revived Croatia», 1700)
  • «Stemmatographia sive armorum Illyricorum delineatio, descriptio et restitutio» (1701)
  • «Stemmatographiae Illyricanae liber I. Editio nova auctior» (Zagrabiae, 1702)
  • «Plorantis Croatiae saecula duo» («Two Centuries of Croatia in Mourning», 1703)
  • «Bossna captiva» («Bosnia in Captivity», 1712)
  • Lexicon Latino-illyricum

Хорват телендә:

  • «Odiljenje sigetsko» (1684)
  • «Priričnik aliti razliko mudrosti cvitje» (1703)
  • «Kronika aliti spomen vsega svieta vikov» (1696)

Ҡулъяҙмалары:[6]

  • Banologia
  • Sive de banatu Croatiae
  • Serbia illustrata

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #5905399 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #125828195 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France Paul Ritter Vitezovich // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Brozović D., Ladan T. Pavao Vitezović Ritter // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 с. — ISBN 978-953-6036-31-8
  5. Ritter Paulus alias Vitezovich. Novus Skenderbeg. — 1682.
  6. Mirko Marković. Stari Zagrepčani: život na području Zagreba od prapovijesti do 19. stoljeća. — Nakl. Jesenski i Turk, 2005. — P. 168. — ISBN 978-953-222-218-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә