Оло Сәрмәсән (урыҫ. Большой Черемшан) — Рәсәйҙәге йылға. Һамар өлкәһендә башланып, бер аҙ Татарстан Республикаһы, Ульянов өлкәһе аша аҡҡандан һуң ҡайтанан Һамар өлкәһе ерҙәренә сығып,[1]уның биләмәләре буйлап аға. Йылға Волгаға тамағынан 1551 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 336 км.

Оло Сәрмәсән
Характеристика
Оҙонлоғо 336 км
Бассейн 11 500 км²
Һыу ағымы
 · Координаталар 54°20′00″ с. ш. 52°03′41″ в. д.HGЯO
Тамағы Волга
 · Урынлашыуы Димитровград ҡ.
 · Координаталар 54°10′10″ с. ш. 49°32′44″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°10′10″ с. ш. 49°32′44″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Татарстан Республикаһы,Ульяновск өлкәһе,Һамар өлкәһе
РДҺР 11010000412112100004728
Оло Сәрмәсән (Татарстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Оло Сәрмәсән Викимилектә

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Сәрмәсән башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000412112100004728
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100472
  • Бассейн коды — 11.01.00.004
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Тарихы үҙгәртергә

XVII быуат аҙағында ғына Оло Сәрмәсәндең үргә ағымындағы ерҙәргә халыҡтар төпләнеп ултыра башлай, сөнки 1736 йылдан байтаҡ алда башҡорттарҙың ерҙәрен һатыу һәм һатып алыу тыйылған була. Мәҫәлән, риүәйәттәр раҫлауынса[3], Сәрмәсән Түбәләре (Клявлино) ауылына килеп төпләнеүселәр башҡорттарҙан ерҙе телдән килешеү буйынса ғына һатып ала.

Этимологияһы үҙгәртергә

 

Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан (922 йыл) яҙмаларында Булғар иленә барып етеү өсөн уға Джарамсан йылғаһы аша сығырға тура килеүе хаҡында әйтелә. Джарам (иҫке сармат телендә) — «ағыу; ағып торған» мәғәнәһен аңлата[4].

Ҡайһы бер тарихсылар «Черемшан»ды череместар(мари) менән бәйләй. Ә бит Әхмәтзәки Вәлиди "Ибн Фаҙландың сәйәхәтнамәһе" хеҙмәтендә 922 йылда Башҡорт һәм Булғар илдәре аша хәрәкәт иткән Ибн Фаҙландың был ерҙәрҙә мариҙарҙы осратмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала[5]. 1880-се йылдарҙа баҫылып сыҡҡан "Волга Булғарияһы" картаһында[6] көнсығыштараҡ фарази рәүештә Мари (Сярмысъ) олоҫо урынлаштырылған.

Төркиәт ғилеменә таянып фекер йөрөтһәк, Юрматы һәм Сярмысъ, венгрҙарҙың Дъярмат һүҙҙәренең бер тамырҙан булыуын танырбыҙ. Ғалим Р. Кузеев буйынса, юрматылар башҡорттарҙың боронғо уғыр-булғар ҡатламынан ғибәрәт. Әхмәтзәки Вәлидиҙең был хеҙмәтен немец теленән башҡортсаға тәржемә иткән журналист Марат Исмәғилев (Ишембай ҡалаһы): "Булғар дәүерендә Юрматыларҙың (үҙ-үҙҙәрен йәки күршеләре тарафынан) Сюрматсем тип аталыуы бик ихтимал", — тигән фекерҙә. Йәғни Сюрматсемдың өлөшләтә ҡыпсаҡ теленә тәржемәһе — "Сюрматлар", ә ҡыпсаҡ теленә тәржемәһе — Юрматылар булып сыға. Өҫтәүенә юғарыла атап үтелгән картала Оло Сәрмәсән йылғаһы хатта урыҫсала "Б. Сармэсанъ" тип аталған. Тимәк, йылғаның Сәрмәсән атамаһы һәм ҡасандыр уның буйында көн иткән Юрматыларҙың атамаһы араһында бәйләнеш булыуы ихтимал. Ҡайһы бер тарихсылар Сюрмат атамаһының үҙен Сарматтың бер формаһы тип ҡарай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Б. Черемшан.
  3. А. И. Куликов У истоков Большого Черемшана. — Клявлино, 2007. — С. 7.
  4. Барашков В. Ф., Дубман Э. Л., Смирнов Ю. Н. Самарская топонимика. — Самара: Самарский университет, 1996.
  5. А-З. Валиди Тоган. Отчет о путешествии Ахмет ибн Фадлана, с. 37. (оригинал книги: A. Zeki Validi Togan. Ibn Fadlan's Reisebericht. Leipzig.1939)
  6. Рагозин Виктор Иванович. "Волга: [Геогр. описание]".т.1. "От Оки до Волги".. — Санкт Петербург., 1880-1881.. — - 25 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ