Оксфорд инглиз теле һүҙлеге

киң билдәле һәм күп быуаттар буйы төҙөлөп килгән инглиз теле һүҙлеге

Инглиз теленең оксфорд һүҙлеге (ингл. Oxford English Dictionary, OED), Оксфорд һүҙлеге, Ҙур Оксфорд һүҙлеге — Оксфорд университеты нәшриәте сығарып килгән төп тарихи инглиз теле һүҙлеге. Ул инглиз теленең тарихи үҫешен күҙәтә, ғалим һәм академик тикшеренеүселәргә төрлө яҡлы ресурсты ҡулланыу мөмкинлеген бирә, шулай уҡ телдең бөтә донъя буйлап күп төрлө вариацияларҙа ҡулланылыуын тасуирлай[1][2].

Оксфорд инглиз теле һүҙлеге
Рәсем
Атамаһы A New English Dictionary on Historical Principles (NED)
Дәүләт  Бөйөк Британия
Төп тема словарь английского языка[d]
Жанр словарь английского языка[d]
Баҫма йәки тәржемә The Oxford English Dictionary (Second Edition on CD-ROM, Version 4.0)[d] һәм The Oxford English dictionary (2ed Edition, 1989)[d]
Автор John Simpson[d], Edmund Weiner[d] һәм Марри, Джеймс Огастес Генри[d]
Нәшер итеүсе Издательство Оксфордского университета[d]
Нәшер ителеү урыны Оксфорд[d]
Ил  Бөйөк Британия
Әҫәрҙең теле инглизсә
Рәсми сайт oed.com
Статус онлайн-доступности пейволл[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 207 909

Был һүҙлек «Oxford University Press» нәшриәт йорто сығарған инглиз теленең академик һүҙлектәре араһында иң билдәлеһе һәм күләмлеһе булып тора[3] . 2005 йылғы сығарылышта 301 100 самаһы статья бар (350 млн баҫма билдә). Һүҙлекте «Мюррей һүҙлеге» (Murray’s) тигән рәсми булмаған атама менән дә йөрөтәләр (беренсе баш мөхәррире Джеймс Мюррей фамилияһынан).

Һүҙлектең беренсе электрон версияһы 1988 йылда ҡулланыуға инә. Онлайн-версия 2000 йылдан эшләй, 2014 йылдың апреленә ҡарата унда ай һайын ике миллиондан ашыу кеше инә. Һүҙлектең өсөнсө сығарылышы, моғайын, электрон рәүештә генә сығыр: Оксфорд университетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе уның ҡасан да булһа баҫылып сығыры икеле тигән[4][5][6].

Йөкмәткеһе үҙгәртергә

Оксфорд һүҙлегенең лексиконына инглиз әҙәби һәм йәнле телендә 1150 йылдан башлап йөрөгән йәки әлеге ваҡытта ҡулланыуҙа булған бөтә һүҙҙәрҙе үҙ эсенә ала. Һүҙлектә уларҙың ентекле этимологик, семантик, орфографик, орфоэпик һәм грамматик тасуирламаһы бирелә. Миҫалдар һәм өҙөмтәләр нигеҙендә төрлө тарихи осорҙа һәр һүҙҙең мәғәнәһендәге, яҙылышындағы, әйтелешендәге һәм ҡулланылышындағы үҙгәрештәр күҙәтелә һәм теркәлә бара. Һүҙлектең беренсе баҫмаһында 500 меңләп һүҙ һәм 5 меңдән ашыу авторҙың 20 меңләгән әҫәренән 2 миллионлаған цитата бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. The Oxford English Dictionary. Oxford Dictionaries. Дата обращения: 16 август 2019.
  2. About. Oxford English Dictionary. Дата обращения: 16 август 2019.
  3. Гудовщикова И. В. [ Оксфордский словарь] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Dickson, Andrew. Inside the OED: can the world’s biggest dictionary survive the internet?, The Guardian (23 февраль 2018). 16 август 2019 тикшерелгән.
  5. Jamieson, Alastair. Oxford English Dictionary 'will not be printed again' (29 август 2010). 16 август 2019 тикшерелгән.
  6. Flanagan, Padraic. RIP for OED as world's finest dictionary goes out of print (20 апрель 2014). 16 август 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә