Оболенцев Роман Дмитриевич

Оболенцев Роман Дмитриевичв (1 ноябрь 1906 йыл27 октябрь 1968 йыл) — СССР нефтехимигы, химия фәндәре докторы (1951), профессор (1953). РСФСР-ҙың (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Оболенцев Роман Дмитриевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Алексеевка[d], Первомайский район[d], Харьков өлкәһе
Вафат булған көнө 27 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Роман Дмитриевич Оболенцев Харьков губернаһы (хәҙер Украинаның Харьков өлкәһе Первомайский районы) Алексеевка ауылында 1906 йылдың 1 ноябрендә тыуған.

1936 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлай. 1935-1941 йылдарҙа Ленинградтың «Химгаз» заводында эшләй. 1941-1951 йылдарҙа — Һарытау дәүләт университетының нефть һәм газ эшкәртеүҙе химик ойоштороу кафедраһы мөдире. 1951 йылдан алып — химия бүлеге мөдире, 1961 йылда — Органик химия институты директоры. Бер үк ваҡытта 1956-1964 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе , 1960-1968 йылдарҙа — «Көкөрт органик берләшмәләр химияһы һәм технологияһы» проблемалары буйынса СССР Министрҙар Советының фән һәм техника буйынса Хөкүмәт комитеты ҡарамағындағы ғилми совет рәйесе. 1968 йылда Украина ССР-ы Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр химияһы институтына күсә.

Киевта 1968 йылдың 27 октябрендә Киевта вафат була. Ҡаланың иҫке өлөшөндәге Байковый зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Нефтехимияның яңы тармағына — нефттең көкөрт органик тәбиғи берләшмәләре химияһына — нигеҙ һалыусы. Урал-Волга буйы, Көнсығыш Себерҙең көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефтен эшкәртеүҙе теоретик нигеҙләй. Уның етәкселегендә 200-ҙән ашыу юғары дәрәжәле таҙа индивидуаль берләшмәләр синтезлана. Был берләшмәләр нефть көкөрт берләшмәләре компонентын моделләштереүгә килтерә, уларҙың ярҙамы менән СССР-ҙың көнсығыш райондарының нефть компоненттары классификацияһы барлыҡҡа килә. Р. Д. Оболнецев 180-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында:

  • Физические константы углеводородов жидких топлив и масел. Москва, 1953;
  • Гидрогенолиз сераорганических соединений нефти. Москва, 1961 (в соавторстве);
  • Сераорганические соединения нефтей Урало-Поволжья и Сибири. Москва, 1973 (в соавторстве).

Һылтанмалар үҙгәртергә