Нөктә — арауыҡтағы, бер ниндәй ҙә үлсәнә торған характеристикаһы булмаған, абстракт объект (нуль үлсәмле объект). Нөктә математикала төп төшөнсәләрҙең береһе.

Яҫылыҡта нөктәләр йыйылмаһы

Евклид геометрияһында нөктә үҙгәртергә

Евклид үҙенең «Башланғыстар»ында беренсе аксиома итеп нөктәгә «өлөштәре булмаған объект» тип билдәләмә бирә. Евклид геометрияһының хәҙерге заман аксиоматикаһында нөктә төп төшөнсә булып тора, ул тик үҙсәнлектәре теҙмәһе — аксиомалар менән билдәләнә.

Һайланған координаталар системаһында ике үлсәмле Евклид арауығының теләһә ниндәй нөктәһен ысын һандарҙың (x; y) тәртипкә килтерелгән пары итеп күҙ алдына килтерергә мөмкин. Оҡшаш рәүештә, n-үлсәмле Евклид арауығының (шулай уҡ векторлы йәки аффиналы арауыҡтың) нөктәһен n һандан торған (a1, a2, … , an) кортеж тип күҙ алдына килтерергә мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә