Нәжес (ғәр. نجاسة‎ — бысраҡлыҡ, хәшәрәт, шаҡшы[1]) — ислам хоҡуҡиәтендә (фикһ) зарурлығы булмай тороп ҡағылырға ярамай торған нәмәләр.

Ауыр нәжес
  • бәүел
  • кал (тиҙәк)
  • мәни (сперма)
  • ҡоҫоҡ
  • баланан бушанғандағы бүленделәр (нифас)
  • күрем (айлыҡ)
  • ҡатын-ҡыҙ бүленделәре (истихада)
  • ҡан
  • үлек мал ите
  • сусҡа ите
  • алкоголь

Нәжес төрҙәре үҙгәртергә

Ислам хоҡуҡиәтендә (фикһ) нәжес ауыр һәм еңел төргә бүленә. Ауыр нәжестәргә кешенең тәбиғи бүленделәре — бәүел, кал, мәни (сперма) инә[ком 1]; эякулятҡа тиклемге бүленде (мазий); ҡоҫоҡ; баланан бушанғандан һуңғы бүленделәр (нифас); күрем һәм ҡатын-ҡыҙҙың башҡа бүленделәре (истихада); ҡан һәм башҡалар. Ауыр нәжестәргә шулай уҡ үле мал ите, сусҡа ите[2], иҫерткестәр инә[3]; мал-тыуарҙың тиҙәге, бәүеле һәм ҡаны[ком 2]. Еңел нәжестәргә мал-тыуарҙың бәүеле, тиҙәге, йыртҡыс ҡоштар бүленделәре һәм башҡалар инә [4].

Нәжестәр ҡаты (үлгән мал ите һәм башҡалар) һәм шыйыҡ (ҡан һәм башҡалар) була. Күренгән (тиҙәк һәм башҡалар) һәм күренмәгән (кипкән бәүел һәм башҡалар) бар[4].

Еңел нәжес
  • йорт хайуандары бәүеле һәм тиҙәге
  • йыртҡыс ҡоштар бүленделәре

Сикләүҙәр үҙгәртергә

Һәр мосолман тәнен һәм кейемен нәжестәр тейеүҙән һаҡларға тейеш. Әгәр кейемгә йә намаҙлыҡҡа, намаҙ уҡыған ергә нәжес тейгән булһа, намаҙ дөрөҫ һаналмай. Нәжес әҙ тейгән булһа, һаналмай: шыйыҡтары өсөн — ус аяһындай, ә ҡатылары өсөн — 3 г самаһы. Тәндең йәки кейемдең сирек өлөшө еңел нәжес менән бысранған булһа, намаҙ ҡабул ителмәй[4].

Фекерҙәр үҙгәртергә

  1. . Шафиғи һәм ханбалит мәҙһәбтәрендә мәни (сперма) таҙа тип һанала
  2. ҡош-ҡорт тиҙәге, бәүеле һәм ҡаны еңел нәжестәргә инә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Нәжес (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ҡалып:ЭИ/2