Нәдир-шаһ Афшар (фарс. نادر شاه — Nâdir Šâh), шулай уҡ Нәдир-ҡули хан, уларҙың вәкилдәре XV быуатта ҡыҙылбаштар ҡәбиләһе менән берләшеп[5], Хөрәсәнгә үзбәк һөжүмдәрен кире ҡағып торорға Сәфәүиҙәр ебәргән булған[6]. Нәдир Шаһтың яулап алыу һуғыштары нигеҙендә ҙур империя барлыҡҡа килгән, унда Иран менән Әзербайжандан тыш провинция йәки вассал сифатында Әрмәнстан, Грузия, өлөшләтә Дағстан, Афғанстан, Белуджистан, Хиуа һәм Бохара ханлығы ингән. 1737—1738 йй. Нәдир шаһ Төньяҡ Һиндостанға йүнәлә һәм 1739 йылда Делиҙы  — Бөйөк моголдар империяһының баш ҡалаһын баҫып ала[7], әйткәндәй, ул да төрки дәүләт була.

Нәдир шаһ
фарс. نادر شاه
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Афшаридская империя[d]
Тыуған көнө 22 октябрь 1688({{padleft:1688|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][3] или 6 август 1698({{padleft:1698|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Деррегез[d], Сәфәүиҙәр дәүләте
Вафат булған көнө 19 июнь 1747({{padleft:1747|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4]
Вафат булған урыны Кучан[d], Афшаридская империя[d]
Ерләнгән урыны Мавзолей Надир-шаха[d]
Мәшһәд
Бер туғандары Ибрахим-хан[d]
Хәләл ефете Разия-султан[d]
Балалары Реза Кули-мирза[d], Насрулла-мирза[d] һәм Йозеф фон Семлин[d]
Нәҫеле Афшариды[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Шаһ һәм Император
Хәрби звание генерал[d]
 Нәдир шаһ Викимилектә

Нәдир шаһ үҫкәндә Исламдың шиғыйҙар фирҡәһе йүнәлешендә тәрбиәләнгән[8], артабан дингә битараф ҡалған[9]. Ил башына килгәс, ул дәүләт дине булараҡ шиғыйлыҡтан баш тарта һәм бик еңеләйтеп уның яңы формаһын индерә. Имам итеп алтынсы Джафар әс-Садиҡ ҡуйылырға тейеш була[10]. Сәфәүиҙәр кеүек үк, Нәдир шаһ төрки әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә[11]. Уның исеме — نادر (nādir) — ғәрәпсәнән «һирәк осрар», «үҙе бер башҡа» тип тәржемә ителә.

Сығышы, ғүмер башы үҙгәртергә

Нәдир-ҡули Абиверде ҡалаһында, Ашхабадтан 100 саҡрым самаһы ерҙә донъяға килә. Каахкин районының Хиваабат тигән урынында әле лә боронғо Нәдир ҡәлғәһе һаҡлана. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, уға балсыҡ менән ҡом Хиуанан килтерелгән, буласаҡ шаһ шунда әсирлектә булған икән. Тотҡондан ҡайтҡас, ул хаким Бабахан ҡыҙына өйләнә[12].

Атаһы төрки, афшар ҡәбиләһенең ҡырҡлы араһынан, уларҙы Хөрәсәнгә үзбәк яуын ҡайтарып торорға ебәргән булалар[6] Нәдир үҙе 1734 осман вәзире Хакимзадәгә ике хат ебәрә (береһе төрки, береһе фарсы телендә), ул османдар менән төркмәндәр бер сығышлы, килешеп йәшәйек, тип яҙа. Могол хакимы Мөхәммәд Шаһҡа ла халҡы туркоман сығышлы, тимәк Могол һәм Афшар халҡы Аҡһаҡ Тимер затынан булып, бер тамырға барып тоташа, тип хәбәр ебәрә. 1741 йылда осман солтанына ул Һиндостан башында Мөхәммәд Шаһты ҡалдырыуын уның төрки булыуы менән аңлата[13]. В. Минорский яҙыуынса, Нәдир уғыҙ теленең көньяҡ-төркмән диалектында, ябай ғына әйткәндә әзербайжан телендә һөйләшкән[14].

Ун һигеҙ йәшендә әсәһе менән Нәдир-ҡулины үзбәктәр әсирлеккә алып китә. Бер аҙҙан унан ҡаса һәм Хөрәсәнгә ҡайта, төрлө хандарға хеҙмәт итә. Һуңғараҡ үҙе ҡораллы отряд төҙөп алып үҙ-ара һуғыштарға яугир булып яллана, талауҙарҙа ла ҡатнаша. Тиҙҙән исеме тотош Хөрәсәнгә таныла, хандар үҙ байлыҡтарын талатмаҫ өсөн уны ҡурсыусы итеп яллайҙар, бик күп аҡса түләй башлайҙар. Бабул бәк ханға ялланғанда уның ҡыҙын урлап, өйләнә. Был никахтан Риза-ҡули тигән улы була[15].

Ғәскәр башы үҙгәртергә

Сәфәүиҙәр дәүләте ул заман ҙур ҡыйынлыҡтар кисергән. Шаһ сәйәсәтен оҡшатмаусылар бер-бер артлы баш күтәрә, сөнниҙәр менән курдтар бер яҡлы булып китә, Төркиә менән Рәсәй баҫыша. Урыҫ ғәскәренең Персияға уңышлы һөжүме, 1723 йылдың йәйендә османдарҙың Кавказ аръяғына баҫып инеүе 1723 йылдың 12 сентябрендә Петербург менән солох килешеүе төҙөргә мәжбүр итә, Рәсәйгә Дербент, Баҡы, Решт, Ширван төбәге, Гилян, Мазендеран һәм Астрабад ҡалдырыла. Османлылар Грузияны, Әрмәнстанды, хәҙерге Әзербайжандың көнбайыш яғын тар-мар килтерә. 1724 йылда Рәсәй менән Төркиә ғәмәлдә Ирандың төньяҡ биләмәләрен бүлешеп ала.

Ул арала афған фетнәселәре башлығы 1722 йылда Ирандың баш ҡалаһын баҫып ала һәм Сәфәүи хакимы Солтан Һөсәйенде бәреп төшөрә. Бик аҙ ғына ваҡытҡа Персияла афған хакимлығы урынлаша.

1726 йылда Нәдир 3000 кешеһе менән Мазендаранға килә, бында Сәфәүиҙәрҙең афғандар бәреп төшөргән йәш шаһы Тахмасп II ғәскәр туплай башлаған була. Нәдир-ҡули унан ғәфү үтенә һәм афғандарҙы ҡыуып сығарышырға теләгәнен әйтә. Шаһ уны яҡшы ҡабул итә һәм шул йылы уҡ Нәдир ғәскәр башы булып китә, Тахмасп-Ҡули-хан исеме алып, афғандарҙы Мешхедтан ҡыуып сығара. Рәхмәт йөҙөнән шаһ уға солтан дәрәжәһе бирә һәм Мазандаран менән Хөрәсәндең губернаторы итә. 1729 йылда Нәдир-ҡули ғәскәре афғандарҙы Дамғандан бәреп сығара һәм Афғанстанға ҡыҫырыҡлай.

Нәдир үҙенең ағаһын үлтерә, келат ғәскәрен үҙенекенә ҡуша һәм ике йыл эсендә илде ете йыллыҡ афған ҡоллоғонан ҡотҡара. Тахмасп Нәдирҙең көсәйеүенән ҡурҡып, хәрби хәрәкәтте туҡтатырға ҡуша, әммә тегенеһе шаһ һарайын ҡамап, дәүләттә бик ҙур власть талап итеп ала. Тахмасп уға идара итергә дүрт ҙур майҙанлы өлкәһен бирә: Хөрәсән, Мазендеран, Систан һәм Керман; Нәдир Хөрәсәндә үҙ исеме һуғылған тәңкә сығарта.

Ғәскәренә әҙме-күпме генә ял итергә биреп, Нәдир шаһ төрөктәргә ҡаршы һуғышҡа ебәрә, улар ҡулында Иран Әзербайжаны һәм Ираҡтың иң яҡшы төбәктәре була бит. Нәдир еңеүҙәр яулап Әрмәнстанға барып етә, тик һуғышҡа Тахмасп II ҡушылып, етәкселек итә белмәй, Нәдир яулағандарҙы юғалтыу ғына түгел, Персияның бер өлөшөн дә биреп ҡуя.

Нәдир «кафыр» сөнниҙәр менән килешеүгә ҡарата халыҡ нәфрәтен уятырға тырыша, Тахмаспты хакимлыҡтан бәреп төшөрә (1732), тәхеткә малай ғына Аббас Өсөнсөнө ултырта һәм үҙен уның регенты тип иғлан итә[16].

Иран шаһыншаһы үҙгәртергә

Төрөктәр менән һуғыш яңынан башлана, мәгәр 1733 йылда Нәдир яңы ғәскәр туплай һәм Кавказға һөжүм итә. 1734—1736 йылдарҙа Нәдир шаһ Көнсығыш Кавказ аръяғын төрөктәрҙән тартып ала. 1736 йылдың мартында Суговушан (хәҙерге Сабирабад) ҡалаһы йыйынында Нәдирҙе шаһ итеп һайлайҙар. Нәдиргә ҡаршы Гәнжә ханы ҡаршы сыға, сөнки Сәфәүиҙәр генә тәхет хужаһы була ала тип һанаған. Нәдир шаһ быны белгәс, үсләшеп уның Ғағ (Ҡаҙаҡ) һәм Сөмхәт (Борчлу) тигән өлкәләрен тартып ала. Шулай уҡ фарсылар ҡулы аҫтында биш әрмән мәлигенә Дизак, Варанда, Хачен, Джабраил һәм Талыш төбәктәрен Гәнжә ханынан бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. Нәдир Ҡарабахта булдырған был биш мәликлек әрмән әҙәбиәтендә «Хамсаи меликутюннер» тип атала. Ә 1740 йылда Нәдир шаһ йәш шаһ Аббасты атаһы янына оҙата һәм тиҙҙән икеһен дә үлтерттерә[17].

Абраам Ереванци Нәдирҙең Иран тәхетенә нисек ултырғанын һүрәтләп ҡалдырған. Нәдир төрөктәрҙе ҡыуып сығарғас, илдең бар түрәләрен саҡырып ала һәм тантаналы йыйылыш үткәрә, үҙенең яу еңеүҙәрен һанап сыға, ҡоллоҡтан ҡотҡарғанын һөйләй. Хәҙер илгә батша һайларға кәрәк, ти. Түрәләр бөтәһе бер булып уны батшалыҡҡа күрһәтә, тәхеткә ултырта.

Нәдир тәхеткә ултырғанда 300 кеше булған. Әрмәндәрҙең бик юғары мәликтәре саҡырылған.

Нәдирҙең шиғыйлыҡ һәм сөннилек бер дәүләт дине тип иғлан итергә теләүенә шиғыйҙар башлығы мулла Баши ҡаршы сыға. Нәдир уны быуып үлтерттерә. Шулай уҡ шаһ булыуына ҡаршы сыҡҡан бер нисә түрәне лә язалата.[18]. Үҙ ғәскәренә ҡыйыу күсмән илбаҫарҙарҙы — бәхтиәрҙәрҙе ҡушып, Нәдир 1737 йылда Афғанстанға һөжүм итә. Йыл эсендә Кандагар һәм башҡа урындар яулана; бер нисә афған яугир төркөмдәр Нәдир шаһтың төп көсөнә әйләнә.

Нәдир бойроғо менән Имам Али мәсете диуарына төрки телдә поэма яҙҙыртылған[13] Келат ҡәлғәһендәге Нәдир яҙмаһы ла ҡыҙыҡһыныу уята[13].

Һиндостанға яу үҙгәртергә

 
Нәдир Шаһ Мөхәммәт Шаһты еңгәндән һуң Тауис тәхетендә. Һинд миниатюраһы, ок. 1850 й., Сан Диегоның Сәнғәт музейы

Ҡабулды алғас, Нәдир шаһ Делиға бөйөк могол Мөхәммәд шаһҡа афған ҡасаҡтарын ҡабул итмәүҙе һорап хат яҙа. Үтенесен тыңламағастар, 1738 йылда Нәдир Һиндостанға баҫып инә һәм тиҙ үк уларҙы буйһондора.

1739 йылдың 8 мартында Нәдир шаһ Делиға инә; өс көндән халыҡ баш күтәрә, Нәдир шаһ, ҡаны ҡыҙып, ҡаланы яндырырға, ә халҡын ҡырып сығырға ҡуша. Һуйыш ҡояш байығандан алып икенсе көн төшкә хәтлем бара. Бер нисә көндән Нәдир шаһ улын Бөйөк Могол ҡыҙына өйләндереп, туй үткәрә.

Майҙа Нәдир шаһ моголдарҙың бар байлығын тейәп (шул иҫәптән аҫылташтарҙан эшләнгән данлыҡлы тауис тәхетте алып), Персияға ҡайтып китә. Һалым тигән булып, халыҡты Нәдир шаһ ҡушҡандан да арттырып талау дауам итә.

Дағстан өсөн һуғыш үҙгәртергә

 
Нәдир шаһ һүрәтләнгән миниатюра, 1769 йыл.

Ҡайтып төшкәс, Нәдир шаһ Персия халҡын алдағы өс йылға һалымдан азат итә. 1740 йылда Төркөстанға юллана. Бохара ханы Әбүл Фәйез Нәдир шаһҡа Амударьяға тиклем ерҙәрен бирә һәм ҡыҙын уның туғанына кейәүгә бирә. Хиуа ханы Илбәрез ныҡ ҡаршылаша, әммә еңелә һәм урынына Таһир хан (Әбүл Фәйездең ике туған ҡустыһы) ҡуйыла.

1735 йылда Нәдир Рәсәй менән солох төҙөй, Рәсәй Нәдирҙең Дербент һәм Дағстанда хакимлығын таный. Дербент Иран хакимлығы аҫтында ҡала. Шуның менән файҙаланып, Нәдир 1736 йылда Төркиә менән килешеү төҙөй. Төркиә 1722 йылға тиклем Ирандыҡы булған ерҙәрҙе ҡайтарырға ризалаша. Быға өлгәшкәс, шул йылы уҡ дөйөм «Ҡоролтай»ға үҙенә тоғро Иран түрәләрен саҡырып, үҙен Иран шаһы ти иғлан иттерә.

1740 йылдың ҡышында Нәдир шаһ яратҡан Келат ҡәлғәһен төҙөкләндерергә тотона, тыныс йәшәргә күсергә уйлай, тик башта Дағстанға һөжүм итергә була. Петр I үлгәс, Рәсәй менән Төркиә араһы киҫкенләшеүе менән файҙаланып, Рәсәй менән Төркиәгә ҡаршы килешеү төҙөүгә өлгәшә. Иранға Дербент һәм Каспий буйы өлкәләре бирелә. Бынан һуң Нәдир шаһ Дағстанға яу аса. Урындағы халыҡ һуңғы тамсы ҡанына тиклем ҡаршылаша.

Дербенттағы баш күтәреү аяуһыҙ баҫтырыла. Морад-Али-хан язаланыла, урынына Нәжәф солтан ҡуйыла. Нәдир шаһтың рәхимһеҙлеге тураһында Дербентты яҡлаусыларҙың һәр береһенең бер күҙен сығарып, Йома мәсете ихатаһында күмелгәне тураһында риүәйәттәр һаҡлана.

Бының менән генә сикләнмәй, 100 ғаиләне төпкөл Хамаданға күсерәләр. Халыҡты урынынан ҡыуыу бара. Сикһеҙ яфалауҙарға түҙмәй, Дербент һәм ханлыҡтар, Дағстан һәм Кавказ аръяғы халыҡтары баш күтәреп тора. Шаһ ғәскәре уларҙы баҫтырырға ебәрелә, әммә авар ауылы Джар янында тар-мар ителә.

Дағстанда еңелеү Иранға ҡыйбатҡа төшә: Ибраһим хан һәләк була. Уның менән бергә күп танылған ғәскәр баштары, хандар һәм солтандар ҡырыла, 32 меңлек армиянан 8 меңләп кенәһе ҡасып ҡотола. 1741 йылдың йәйендә Нәдир шаһ 100 меңлек ғәскәр менән Дағстанға бәреп инә. Ҡаршылашыуҙарҙы Нәдир шаһ йыртҡыстарса ҡыра.

Асыуынан тәүге 14 ауылды ер менән тигеҙләй, өс меңләп ләзгин ҡаса. Таулылар ҡаһармандарса ҡаршы тора.

Иран армияһы төп ике төркөмгә бүленгән булған: береһе Мехтули ханлығы баш ҡалаһы Джунгутайға табан яу менән бара, икенсеһе, шаһ етәкселек иткәне, Ғази-Кумухҡа йүнәлә. Әммә таулыларҙан бер кем дә шаһ «тупһаһын үбергә» йыйынмай.

Табасаранда аяуһыҙ һуғыш өс көн бара. Фарсылар грузин отряды ярҙамында ғына ҡотолоп ҡала. Нәдир шаһ ғәскәр башында үҙе яуға сыҡҡас ҡына таулылар сигенә. Тик Табасаранда һуғыш бының менән тамамланмай әле.

Дюбек ауылы янында (бөгөнгө Табасаран районы, Дағстан) ҡырылышта шаһтың 18 меңләп ғәскәре һәләк була. Нәдир хан бының өсөн ғәскәр башын һәм дүрт йөҙбашын язалата.

Нәдир шаһ ғәскәре һөжүмде дауам итә. Дағстан халыҡтары ойошмаған була әле, шуға күрә күп кешеләрен юғалтып, улар еңелә. Халҡы ҡасып бөткән ауылдар аша үтеп, Нәдир шаһ Ғази-Кумухҡа инә.

Ғази-Кумух янында Сурхай-хан шаһ ғәскәре менән йәнә бер яу тота. Әммә еңелеп, 1741 йылдың 9 авгусында Сурхай-хан шаһ лагерына килеп, әсирлеккә бирелә. Тик улдары Муртазали менән Мөһәммәдте Аварияға ебәреп өлгөрә. 14 августа Нәдир шаһ Ғази-Кумухты ала һәм емертә башлай.

Шаһ уны Сурхай-ханды бик һалҡын ҡаршы ала, әммә икенсе көнөнә ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тота башлай. Тиҙҙән башҡа түрәләр ҙә баш һала.

Аварҙар ғына буйһонмай, ерҙәрен һаҡлап ҡала[19].

Шаһ ғәскәренең икенсе төркөмө Мехтули ханлығын яулай, халыҡты талай. Ғәскәр түрәләре Аймаҡ тарлауығында ялға туҡтай.

Ул арала уцмий Әхмәд хан Ҡайтаглы ла ҡаршылашыуҙан туҡтарға мәжбүр була. Был уңышҡа ҡанатланып, Нәдир шаһ 52 меңлек ғәскәр менән Андалалға йүнәлә. Бында ҡаршылашҡан таулылар, шулар араһында Муртазали менән Мөхәммәд хан да була.

Нәдир шаһтың Аварстанда тар-мар ителеүе үҙгәртергә

1741 йылдың сентябренә Дағстанда Аварстан ғына буйһонмай ҡалған була.[20]. Инглиз тарихсыһы Л. Локкарт яҙыуынса:

Авария буйһондоролмай тороп, Нәдир шаһ Дағстандың асҡысына хужа була алмай[21].

Аварстанға янаған хәүеф авар йәмғиәтен берләштерә. Андалалдың имамы Ибраһим-Хажи шаһҡа ике тапҡыр мосолмандарға ҡаршы һуғышмаҫҡа саҡырып, хат яҙа. Әммә хат алып барыусыны язалайҙар. Бынан һуң Андалал ҡаҙыйы, хәҙер солох мөмкин түгел, тик һуғышырға ғына ҡала, тип белдерә[22].

Фарсылар Аварстанға ике төркөм булып килеп, төрлө яҡтан һөжүм итергә йыйына. Шаһ ғәскәре һуғышҡа теләмәй генә бара[23].

Лүтф-Али-хан, шаһ бойороғон үтәп, Андалал яғына йүнәлә. Өс рәт булып үтеп булмаған юл бик тар ғына Аймаҡ тарлауығы аша үтә. Ошонда уларҙы Мехтули ханы ғәскәре ҡарауыллап тороп, ҡырып бөтөрә лә инде[24] И. Калушкин 1741 йылдың 21 сентябрендә, аврҙарға ҡаршы һуғышыу файҙаһыҙ, тип яҙа. Уның әйтеүенсә, фарсы һалдаттары үҙҙәре үк, бер ләзгин уныбыҙға тора, тип таныған[25]. Дағстандар тауҙарҙан дошман башына таштар яуҙырып, 20 меңлек армияны тар-мар итә. Еңеүселәргә 19 пушка, күп ҡорал һәм ылау ҡала.

Койлюдере (бәлки Койсу-дере) тигән ерҙә шаһтың икенсе ғәскәре лә ҡырыла. Мәйеттәр араһында Джәлил-хан кәүҙәһе лә табыла. Күп хандар һәләк була, әҙ генә һалдаттар ҡасып ҡотола. Андалалға Дағстандың барлыҡ төбәктәренән тиерлек яугирҙәр ағыла башлай. Уларға Әхмәд-хан Мехтули етәкселек итә[26].

Андалал тауҙары араһына килеп инеп иран армияһы үҙен бик хәүефле хәлгә ҡуя, улар ҡапҡанға төшкәндәй була. Нәдир шаһ авар хандарынан тау араһынан сығарып ебәреүҙе һорай башлай, ҙур аҡсалар вәғәҙә итә[27].

Яуап ала алмағас, өҫтәмә ғәскәре килеп етмәһә лә, Нәдир шаһ һөжүмгә күсергә бойора. Бишенсе көнөнә Согратль ауылы янында дәһшәтле яу башлана. Нәдир шаһ һуңғы резервын һуғышҡа индерә. Әммә Әхмәд-хан Мехтули үҙе ҡаршы сыға һәм еңеүгә өлгәшә. Нәдир шаһ сигенеп барғанда тарлауыҡта аварҙар көтмәгәндә емергес һөжүм итә һәм дошманын еңә. Һөҙөмтәлә Дербентҡа йөҙләп кенә кеше барып етә. Еңеүселәргә күп байлыҡ һәм шаһ хәрәменең бер өлөшө тороп ҡала. «Бөйөк Ғәскәр башы» Нәдир ошоғаса бында еңелеү белмәгән була.

 
Нәдир шаһ ғүмеренең һуңғы йылдарында сановниктар һәм улдары араһында

Был һуғыштарҙан һуң Нәдирҙең 100 меңлек ғәскәренән 25—27 меңләп кенә һалдаты ҡала.

Аварҙар Дербентҡа, шаһ отрядтарына туҡтауһыҙ һөжүм итеп тора, түҙмәй 1741 йылдың октябрендә Нәдир шаһ Аварияға яңынан юллана. Уңышҡа өлгәшә алмағас, юхалап еңергә маташып ҡарай, кешеләрен ебәреп, һалымдан азат итәм тип вәғәҙә итә. Тик ризалата алмай. Ҡырҡа кире яуап алғас, Нәдир шаһ бер аҙҙан Авариянан сығып китә.

Нәдир шаһтың Аварияла еңелеүе фарсыларҙан йонсоған халыҡтарҙы ҡанатландырып ебәрә. Төрөктәр үҙҙәренә һуғыш асылмаясаҡ тип шатлана. Нәдирҙең еңелеүен Петербургта ла шатланып ҡабул итәләр[28].

Фарсы ғәскәре ҡалдыҡтары Дағстанда һәм Чечняла таралып ҡала[29]..

1741—1743 йылдарҙағы Дағстан халыҡтарына ҡаршы кампания Персияға бик ҡиммәткә төшә. Үҙ халҡы хәйерселәнә.

Нәдир шаһ ғәскәрен еңгән өсөн төрөк солтаны Мәхмүд I Әхмәд-ханға осман армияһы генералы һәм Дағстан шамхалы дәрәжәһе бирә. Аббас Ҡули-аға Баҡыханов шулай уҡ уға 20 тоҡ аҡса бирелгәнен яҙа[30].

Дағстандан ҡасыу үҙгәртергә

 
Мешхедта Нәдир шаһ ҡәбере

Аяуһыҙ сәйәсәте арҡаһында Нәдир шаһҡа ҡаршы Дербент ханлығында һәм Ширванда баш күтәреп кенә торалар.

Дошманға ҡаршы Дағстан халыҡтары берләшә башлай. Нәдир шаһ иһә Дағстанды буйһондороу уйынан ҡайтмай. Бының өсөн нығытмалар, ҡәлғәләр төҙөтә, Дербентта хәрби лагерь аса, уны «Иран хараб» йәки «Ирандың харап булыуы» тип атайҙар. Дербентты үҙенең резиденцияһына әйләндерә һәм һарай төҙөтә. Үҙе буйһонмаҫ аварҙарға караттар ебәрә тора. 1745 йылда Әхмәт хан етәкселегендәге Дағстан баш күтәреүселәре 60 меңлек табасаран ғәскәре менән Дербент янында шаһ ғәскәрен юҡҡа сығара.

Нәдир шаһ яңы ғәскәр йыя башлай, тик 1747 йылда уны үлтерергә маташалар. Бер аҙҙан Дербент ханлығы шаһ хөкүмәтенән бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Ирандың илбаҫар һуғыштары Дағстанды, бигерәк тә Дербент ханлығын бөлгөнлөккә төшөрә. Нәдир шаһтың флот төҙөү ниәте лә тормошҡа ашмай ҡала[31].

Бөлөнөүе һәм үлеме үҙгәртергә

Нәдир шаһ бик шикселгә әйләнә: үҙен үлтерергә йыйыныуҙа өлкән улын — Риза-Ҡулиҙы ғәйепләп, 1743 йылда уны һуҡырайта. Выждан ғазабы яфалап, Нәдир аҡылдан шашҡан һымаҡ була башлай. 50 вельможаһын язалай (улары улын һуҡырайтҡанда балаһын яҡлашмаған, үҙҙәренең ғүмерен тәҡдим итмәгән имеш), шул мәлдән туҡтауһыҙ язалауҙар башлана.

Төрөктәр менән (1743—1746) Басра өсөн һуғышта, Бағдад һәм Мосулда уңышҡа өлгәшә, әммә дәүләттең үҙендә уны күрә алмау арта ғына бара. Ул бик ҡарунға әйләнә, алмаҫҡа вәғәҙә иткән өс йыллыҡ һалымды ла йыйҙырта, шиғыйҙарҙы язалата. Туҡтауһыҙ баш күтәреүҙәр бара, халыҡ тауҙарға ҡаса.

Нәдир шаһ үҙ ғәскәрендәге барлыҡ фарсыларҙы үлтерергә йыйынғас, 1747 йылда Нәдир шаһты ғәскәр башы Сәлех бей үлтерә. Яңы һайланған шаһ Али (Нәдир шаһтың туғаны) манифеста Нәдир шаһ уның бойороғо менән үлтерелгәнен әйтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11896142X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Nādir Shāh // Nadir Shah (ингл.)
  3. Nadir // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  4. Nader Shah // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. И.П. Петрушевский. Ислам в Иране в VII-XV веках. — Издательство С.-Петербургского университета, 2007. — С. 387. — 428 с. — ISBN 978-5-288-04260-7.
  6. 6,0 6,1 Encyclopaedia Iranica. NĀDER SHAH. 2011 йыл 25 апрель архивланған.: «Born in November 1688 into a humble pastoral family, then at its winter camp in Darra Gaz in the mountains north of Mashad, Nāder belonged to a group of the Qirqlu branch of the Afšār (q.v.) Turkmen. Beginning in the 16th century, the Safavids had settled groups of Afšārs in northern Khorasan to defend Mashad against Uzbek incursions. »
  7. Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия . Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
  8. Michael Axworthy. The Sword of Persia: Nader Shah, from Tribal Warrior to Conquering Tyrant. — С. 34.
  9. Michael Axworthy. The Sword of Persia: Nader Shah, from Tribal Warrior to Conquering Tyrant. — С. 168.
  10. К. Босфорт. Мусульманские династии. — С. 231.
  11. Tourkhan Gandjei, The Turkish inscription of Kalat-i Nadiri, Wiener Zeitschrift für die Kunde des Morgenlandes, Vol. 69 (1977), pp. 45-53

  12. статья: «История древнего Мерва» 2021 йыл 10 август архивланған.
  13. 13,0 13,1 13,2 Tourkhan Gandjei, The Turkish inscription of Kalat-i Nadiri, Wiener Zeitschrift für die Kunde des Morgenlandes, Vol. 69 (1977), pp. 45-53
  14. Reviewed Work(s): Nadir Shah by L. Lockhart, Review by: V. Minorsky, Source: Bulletin of the School of Oriental Studies, University of London, Vol. 9, No. 4, p 1122.
      Nadir’s native language could not be “ Turki or Eastern Turkish ”. As an Afshar he surely spoke a southern Turcoman dialect, similar to that of all the Afshars scattered throughout Persia, i.e. in usual parlance, “the Turkish of Azarbayjan.” The Afshars were certainly an Oghuz, and not a Mongol tribe.  
  15. Рыжов К. В. Все монархи мира: Мусульманский Восток. XV—XX вв.: Справочник. — М.: Вече, 2004. — 544 с. 2014 йыл 26 июль архивланған.
  16. Гельмольт (нем.). История человечества. Всемирная история. — Т. 3. — Перевод В. В. Бартольда. — СПб: Просвещение, 1903. — С. 364.
  17. Мирза Адигезаль-бек. Карабаг-наме. Баку: АН Азерб. ССР, 1950
  18. (Абраам Ереванци, История войн 1721—1736 гг, Ереван,1938, стр. 83, 84)
  19. Г. Э. Алкадари. Асари Дағстан. С. 67.
  20. Эхо Кавказа. Выпуски 3-9. Ассоциация, 1993.
  21. LokhartL., 1938. Р. 202.
  22. История аварцев. М. Г. Магомедов.
  23. М. Р. Арунова, К. З. Ашрафян. Государство Нәдир шаһа Афшара. М.: Изд-во восточной литературы, 1958 — С.193.
  24. Тамай А.И. К вопросу о провале Дағстанской кампании шаха Нәдира 1741-1743 гг. (kumukia.ru).
  25. История Дағстана. В. Г. Гаджиев. Том 1.
  26. Багаутдинов С.М. Ахмед-хан Дженгутаевский - забытый герой Кавказа. Махачкала, 2013. С. 45-47..
  27. В. Дегоев. Северный Кавказ: исторические очерки. Кавказская война Нәдир шаһа. «Дружба Народов», 2011, № 4.
  28. АВПР. Л. 391.
  29. Умалат Лаудаев. «Чеченское племя» Сборник сведений о кавказских горцах. Тифлис, 1872.
  30. Бакиханов А. К. Гюлистан-и Ирам. Баку, 1991. С. 150..
  31. Риза Шабани. Краткая история Ирана. — СПб.: Петербургское востоковедение, 2002. — С. 209. — ISBN 978-5-85803-380-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә