Нәбиев Вәли Нәби улы

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы, гвардия старшинаһы.

Нәбиев Вәли Нәби улы (31 ғинуар 1916 йыл6 март 2000 йыл) — Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы үҙгәртергә

1916 йылдың 31 ғинуарында Нагзакарон ҡышлағында (хәҙер Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Гиждуван районы) диһҡан ғаиләһендә тыуған. Үзбәк.

7 класс тамамлай, ауыл хужалығында эшләй.

19361938 йылдарҙа һәм 1941 йылдың декабренән Ҡыҙыл Армияла. 1938 йылда Хәсән күле янында япон милитаристары менән алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры ярҙамсыһы гвардия старшинаһы Вәли Нәбиев 1943 йылдың 18 сентябрендә Украинаның Чернигов өлкәһе Менский районында Березна ҡала тибындағы ҡасаба биләмәһендә разведка яһай, аҙ яҡланған участкаларҙы асыҡлағандан һуң, дошман оборонаһында паника тыуҙырып, Березнаға бәреп инә, һәм был тораҡ пунктты уңышлы азат итеү мөмкинлеген бирә.

Гвардия старшинаһы Нәбиев взводы Украинаның Чернигов өлкәһендәге Бегач, Лопатин ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.

Автоматсылар төркөмө менән беренселәрҙән булып ҡыйыу взвод командиры үҙенең эскадронының Днепр йылғаһын аша сығыуын тәьмин итә.

Һуғыштан һуң ҡыйыу яугир-кавалерист демобилизацияланған. Гиждуван ҡалаһында — Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Гиждуван районы район үҙәгендә йәшәгән. 1948 йылда партия мәктәбен, 1959 йылда — Бохара ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Пенсияға сыҡҡанға тиклем Гиждуван район колхоз-ара көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты етәксеһе булып эшләгән.

2000 йылдың 6 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарында Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия старшинаһы Нәбиев Вәли Нәби улына, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3014) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.[1]
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт билдәһе» ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Хәтер үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө,ҡалаһы, Совет урамы, 14), 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында Вәли Нәбиевтең дә исеме алтын хәрефтәр менән уйылған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.