Нуғай теле

Төрки тел

Нуғай теле — (ногай тили, ногайша") [2] дөйөм алғанда Ставрополь крайы, Дағстан, Ҡарасай-Черкесия, Әстерхан өлкәһендә йәшәүсе нуғайҙарҙың теле. Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.

Нуғай теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

ногай тили, ногайша

Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Дағстан, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы, Әстерхан өлкәһе

Рәсми статусы

Дағстан, Ҡарасай-Черкес Республикаһы

Был телдә һөйләшеүселәр

87 119 (2010) [1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Төрки тармаҡ

Ҡыпсаҡ төркөмө
Ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһе
Әлифба
Тел коды
ГОСТ 7.75–97

ног 505

ISO 639-1

ISO 639-2

nog

ISO 639-3

nog

Был телдә Википедия
Ҡарасай-Черкес Республикаһының һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһың төрки телле халыҡтары

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы Н. А. Бас­ка­ков 1936 йылғы диа­лек­то­ло­гик экс­пе­ди­ция ма­те­риа­лдары нигеҙендә фо­не­тик, лек­сик һәм мор­фо­ло­гик күрһәткестәр буйынса 3 төп диа­лек­т билдәләй: аҡнуғай (ку­бан­ь нуғайҙары диалекты), ҡа­ра­нуғай (Дағстан нуғайҙары диа­лек­ты), үҙнуғай (Став­ро­поль­ крайы нуғайҙары диа­лек­ты)[3] . .

Ғалим Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диа­лек­т тип билдәләй – аҡ­нуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,Ҡарасай-Черкесияның Хабез районы , Ставрополь крайының Ҡарамырҙа һәм Каң­лы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диа­лекты; Нуғай, Дағстандың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)[4]

Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — татар теле, Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — ҡумыҡ теле.

Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан төрөк һәм үзбәк, ҡарағалпаҡ телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.

Диалекттары үҙгәртергә

Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасай нуғайҙары).

Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.

Алфавиты үҙгәртергә

1928 йылға тиклем ҡулланылышта ғәрәп әлифбаһы була, һуңыраҡ латин әлифбаһы, 1938 йылданкириллица.

Мәғлүмәт саралары үҙгәртергә

Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» гәзиттәре сығарыла..

"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын «Нуғайса нәсихәттәр» 2016 йыл 6 февраль архивланған. тапшырыуы сығып килә.

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео "Поговорим" (на ногайском языке)
  • YouTube сайтында Видео Разговорник (ногайский язык) (15.04.2015)
  • YouTube сайтында Видео История - Ногайцы, традиции и культура великого народа

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Перепись-2010. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 6 февраль 2018 года. 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
  2. Викисловарь. Категория:Ногайский язык 2019 йыл 21 май архивланған.
  3. НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К 2019 йыл 2 июнь архивланған.
  4. Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см