Нуленсе меридиан — оҙонлоғо нуль градусҡа тигеҙ булған меридиан.

Герард Меркатор Atlas Cosmographicae (1595) китабында нуленсе меридианды Гринвичтан 25° көнсығышҡараҡ урынлаштырған.

Экваторҙан айырмалы булараҡ нуленсе меридиандың физик мәғәнәһе юк, нуленсе меридиан географтың ҡарары буйынса ҡабул ителә[1]. Бөгөнгө көндә нуленсе меридиан итеп Гринвич меридианы ҡабул ителгән.

1884 йылда Вашингтонда, АҠШ, 25 илдән 41 делегат ҡатнашлығында Халыҡ-ара меридианал комиссия йыйыла.

Унда башланғыс меридиан итеп Гринвич меридианы алына[2]. Гринвич — Темза йылғаһының уң яҡ ярында, Лондондың көньяҡ-көнсығышанда урынлашҡан административ округ. Гринвич меридианынан иҫәпләү Халыҡ-ара меридианаль комиссия ҡарары буйынса 1884 йылдан иҫәпләнә.

XIX быуатта Рәсәйҙә нуленсе миридиан тип Пулково меридианы алғандар. Пулково меридианы Гринвич меридианы башланғыс меридиан тип ҡабул ителгәс тә нуленсе меридиан булып йөрөгән.

Францияла 1790—1884 йылдарҙы нуленсе меридиан булып, Париж обсерватирияһы аша үткән, Париж меридианы хеҙмәт иткән[3]. Башҡа илдәрҙә 1884 йылға тиклем Гривич һәм Париж меридианынан башҡа Ферро меридианы менән файҙаланғандар.[4]

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Prime Meridian. geog.port.ac.uk.
  2. International Conference Held at Washington for the Purpose of Fixing a Prime Meridian and a Universal Day. October, 1884. Protocols of the proceedings. Project Gutenberg (1884). Дата обращения: 30 ноябрь 2012.
  3. The Meridien Line of the Paris Observatory
  4. Gustav Forstner: Längenfehler und Ausgangsmeridiane in alten Landkarten und Positionstabellen. Dissertation, Universität der Bundeswehr München, Fakultät für Bauingenieur- und Vermessungswesen, Studiengang Geodäsie und Geoinformation, Neubiberg 2005. (pdf).