Новодевичий монастыры

Новодевичий Богородица-Смоленск монастыры — православие ҡатын-ҡыҙҙар монастыры. Мәскәүҙә[3][4], Девичье полела. Мәскәү-йылғаһы бөгөлөндә, Лужники янында, тарихи Пречистенканың (хәҙерге ваҡытта Оло урам Пироговская) иң аҙағында урынлашҡан.

Новодевичий монастыры
Нигеҙләү датаһы 1524
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Одигитрия[d] һәм Смоленская икона Божией Матери[d]
Нигеҙләүсе Василий III
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хамовники[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/Новодевичий монастырь[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Майҙан 5,18 гектар
Электронная почта novodevich@mepar.ru
Рәсми сайт novodev.msk.ru
Вид в ночное время
Указания, как добраться Новодевичий проезд, 1
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][2], (iv)[d][2] һәм (vi)[d][2]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Новодевичьем монастыре[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Novodevichy Convent[d]
Карта
 Новодевичий монастыры Викимилектә

Нигеҙ Бөйөк кенәз Василий III тарафынан 1524 йылда нигеҙ һалынған — Смоленск ҡалаһының Смоленская икона Божьей Матери «Одигитрия» хөрмәтенә һалынған һәм Смоленскиҙы дошман ҡулынан азат итеүгә бағышланған. Ике быуат буйына батша ҡатын-ҡыҙҙарының тотҡонлоҡта торған урыны булып хеҙмәт иткән.

Монастырҙың архитектура ансамбле ХVI—ХVII быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр кисермәй. Мәскәү бароккоһы өлгөһө булараҡ ЮНЕСКО һағы аҫтына ҡуйылған һәм Бөтә донъя мираҫы тип иҫәпләнә.

Эш алып барыусы монастырь Урыҫ православие сиркәүе һәм Дәүләт тарихи музейы ҡарамағында. 2010 йылдан алып бында Мәскәү епархияһының сиркәү музейы эшләй.

Монастырҙа Крутицкий һәм Коломенский митрополиты Ювеналийҙың резиденцияһы, 1977 йылдан алып ул Мәскәү өлкә епархияһы менән идаралыҡ итә.

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

Боронғо Стародевичий тип атап йөрөтөлгән Зачатьевский монастыры һәм Мәскәү Кремлендәге Вознесенский монастырҙары булғанлыҡтан, яңы монастырҙы Новодевичий тип атағандар.

1598 йылғы Патриарх грамотаһы буйынса монастырҙың тулы атамаһы: «Пречестная Великая обитель Пречистыя Богородицы Одигитрии Новый Девичий монастырь».

Смоленск Божья Матерь иконаһы — Одигитрия үҙгәртергә

 
Смоленск Божья Матерь иконаһы. Мәскәү, 1456 йыл.
 
Смоленск иконаһы (Дионисий, 1482 йыл)

Новодевичье монастыры Пресвятая Богородица Одигитрияға арналған, грек теленән тәржемә иткәндә был һүҙ — «Путеводительница», «Наставница» тигәнде аңлата. Одигон ғибәҙәтханаһында (Панагия Одигитрия онастырында) һаҡланған евангелсе Лука тарафынан яҙылған боронғо тәре шулай аталған була.

Риүәйәт буйынса, Рәсәйгә икона XI быуат урталарында (1046 йылда) килеп эләгә. Византия императоры Константин Мономах IX[5] — батша Аннаны, кенәз Всеволод Ярославич ҡатыны буласаҡ ҡыҙын, юлға оҙатҡанда был икона менән фатихаһын биргән. Икона рус кенәздәренең изге ҡомартҡыһына әйләнгән һәм Константинополь менән Русь күсәгилешлегенең һәм династиялар яҡынлығының символы булған.

XII быуат башында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1097 йылда) кенәз Владимир Мономах иконаны Смоленскиға күсерә, унда Успение Богоматери ғибәҙәтханаһына нигеҙ һала һәм христиандарҙың изге әйбере булған мөҡәддәс тәрене шунда урынлаштыра. Шул ваҡыттан башлап тәре Смоленск иконаһы, Смоленск — ҡала тип, ә ғибәҙәтхана — Богоматерь Йорто тип аталған.

Сиркәү риүәйәттәре буйынса, икона ярҙамы менән Смоленск 1239 йылда Батый һөжүменән ҡотолоп ҡалған.

1456 йылда Смоленск епискобы Мисаил илселеге үтенесе буйынса бөйөк кенәз Василий Темный II Мәскәүгә күсерелгән Смоленск иконаһын кире Смоленск ҡалаһына ҡайтарған. Уның теп- теүәл күсермәһе Благовещен соборына ҡуйылған; 1525 йылдың 28 июлендә икона монастырға күсерелә.

Тарих үҙгәртергә

Нәҙер үҙгәртергә

 
Гравюра «Смоленскиҙы ҡамау».
 
Новодевичьевой монастырҙар төҙөлә. Аҡсаның йыйынтығы йылъяҙмаһы Миниатюра. Xvi быуаттың икенсе яртыһы.

1449 йылда бөйөк кенәз Казимир һәм Мәскәү бөйөк кенәзе Василий Темный килешеү төҙөгән, уға ярашлы, Мәскәү мәңгегә Смоленск ерҙәренән һәм Смоленскиҙән баш тарта[6]. 1508 йылда Смоленск Смоленск воеводство Бөйөк Литва кенәзлегенең Смоленск воеводствоһының үҙәгенә әйләнә. Әммә Бөйөк кенәз Василий III ваҡытында был ер өсөн бәхәс яңынан башлана. 1510 йылда Мәскәүгә Псков ҡушыла, ә 1512 йылда, сираттағы рус-литва һуғышы башланғас, Смоленскиҙы уңышһыҙ ҡушыу башланып китә.

1514 йылда Василий Темный III Cмоленск диуары аҫтында әйтеү әйтә: «Хоҙай ярҙамы менән Смоленск ҡалаһын һәм Смоленск ерҙәрен алһам, Мәскәү посадында Богоматерь хөрмәтенә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн монастырь төҙөтәсәкмен»…

Смоленскиҙы ҡамау 1514 йылдың 29 июлендә башлана, Литва гарнизоны икенсе көндө үк еңелә, 31 июлдә Смоленск халҡы Мәскәү кенәзенә ант бирә, 1 августа Бөйөк Кенәз «үҙ отчинаһына (ҡанбабалары еренә)» килеп инә. Уны ҡаршыларға епископ Варсонофий етәкселегендә Смоленск кешеләре мөғжизәле Смоленск иконаһын тотоп сыға.

Монастырға нигеҙ һалыу үҙгәртергә

Бөйөк кенәз Василий III үҙенең нәҙерен онотмай һәм ун йыл үткәс — 1524 йылдың 13 майында Смоленскиҙы 1514 йылда Литва кенәзлеген еңеп, ҡулға төшөрөү һәм Смоленск иконаһы Пречистая Богородица Одигитрияның Бөйөк урыны буласаҡ Новый Девичий монастырына нигеҙ һала.

Монастырь Мәскәү-йылғаһы бөгөлөндә, Мәскәү Кремленән өс саҡрым алыҫлыҡта, Девичье полела, тап 1456 йылда Смоленск иконаһы менән хушлашҡан урында һалына башлай.

Был йорт өсөн кенәз 3 000 һум көмөш аҡса, һарай ауылдары, ер биләмәләре бүләк итә һәм уға «несудимый грамотаһы» биреп, ҡаҙнаға һалым түләүҙән азат итә.

Уның әмере буйынса 1525 йылдың 28 июлендә (7 август) «Пречистая Одигитрия Йорто Новый Девичий монастырына» крестный ход (тәре тотоп барыу) менән Василий III үҙе һәм митрополит Даниил етәкселегендә Смоленск Пресвятая Богородица иконаһы күсерелә. Мөғжизәле иконаны монастырға күсереү иҫтәлегенә йыл һайын Кремлдән Новодевичье монастырына крестный ход (тәре тотоп барыу) байрамы үткәрелә.

Йәшерен батша ҡыҙы үҙгәртергә

 
Василий III Көнбайыш Европа оҫтаһы гравюраһында
 
Преп. София Суздальский. XVII быуат иконаһы Покровка соборы, Суздаль

Монастырҙы төҙөү Василий Өсөнсөнөң ҡатыны менән айырылышыу процесы барышына тап килә, шулыҡтан ҡайһы бер тикшеренеүселәр, кенәз үҙенең нәҙере тураһында бөйөк кенәз ҡатыны Соломония Сабурова менән айырылышыу арҡаһында иҫенә төшөргән тип иҫәпләй.

1505 йылдың сентябрендә Василий Иоаннович Соломония Сабуроваға өйләнә. Уны 500 ҡыҙ араһынан һайлап алғандар. Егерме йыл буйына никахта торған Соломонияның балаһы булмай. Тәхеткә ағаһының улы дәғүә итеүҙән ҡурҡып, кенәз Василий Иоаннович 1523 йылда икенсе никахҡа инергә рөхсәт алыуға ирешә, ә бөйөк кенәз ҡушыуы буйынса Соломония монахиня София исеме аҫтында 1525 йылдың ноябрендә Рождество монастырына ебәрелә[7].

Никах тарҡалыуға ҡаршы митрополит Варлаам,Вассиан Патрикеев, Преподобный грек Максим һөргөнгә ебәрелә, өҫтәүенә, урыҫ митрополитын тарихта беренсе тапҡыр сананан мәхрүм ителә.

«Ты мне, недостойному, даешь такое вопрошение, какого я нигде в Священном писании не встречал, кроме вопрошения Иродиады о главе Иоанна Крестителя», — ответил в 1525 году Василию III инок Вассиан на его вопрос о возможности развода с супругой[8].

Киләһе йыл башында (1526) бөйөк кенәз йәш Елена Глинскаяға өйләнә, ул Литва кенәзе Глинский Василий Львовичтың ҡыҙы була, ул никахтан Иван Грозный тыуған.

Бындай ҡатынды көсләп монастырға ебәреп айырылышыу Русь тарихында беренсе осраҡ була. Был хәл йәмғиәттә ныҡ ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Псков йылъяҙмаларындағы риүәйәттә был турала[9]: «Кенәз Василий Иоаннович был эше менән үҙ башына ҙур гонаһ йыйҙы», — тип әйтелә

В лето 7031 Князь великии Василеи Иоанович постриже княгиню свою Соломонею, а Елену взят за собя. А все то за наше согрешение, яко же написалъ апостолъ: пустя жену свою, а оженится иною, прелюбы творит.

Софияға Новодевичье монастырында йәшәргә тура килмәй, сөнки уның ерҙәге тормошо Суздалдең Покров монастырында тамамлана. Ғәҙел тормош көткәне өсөн бөйөк княгиня-инокиня Рус православие сиркәүе изгеләре исеменә индерелә һәм Преподобная Софья Суздальская тип атап йөрөтөлә.

Новодевичий монастырындағы Смоленск соборының көньяҡ ҡанаты мученица Софияға бағышланған, ул Василий III ғаилә драмаһы тураһында хәтерләтеп тора. Был тарих Новодевичий монастырының артабанғы яҙмышының үҙенсәлекле инеше була.

Преподобная Елена үҙгәртергә

 
Елена Мәскәү Преподоб. Икона Фрагмент «урыҫ Соборы изгеләре». 1-мин иҙәндә. XIX в. (ГМИР).

Новодевичий монастырына игуменлыҡҡа Суздалдән диндар «схимонахиняны» Покров монастырынан Еленаны (Девочкина), кенәз хөрмәт йөҙөнән һәм уның кенәз ырыуы өсөн ысын күңелдән уҡылған лаһи көслө доғалары өсөн саҡыра. Уның менән бергә килгән Суздалдән 18 әбей ҙә килә.

Преподобная Елена бик данлыҡлы дингә өйрәтеүсе була һәм ул монастырь менән үҙе ҡартайғансы етәкселек итә. Һуҡырайған һәм һаңғырауланған Елена васыятнамә яҙа. Уның яҙған васыятнамәһе үҙенсәлекле монастырь уставы булып тора. Был васыятнамәлә ул шулай уҡ Новодевичий монастырының тәүге йылдарҙағы тормошо, унда йәшәгән батша ырыуынан булған аҡһөйәк ҡатын-ҡыҙҙарының тормошо тураһында бәйән ителә. Уларҙы күрергә килгән донъяуи туғандары монастырҙа донъяуи тормош рәүешен алып барған (хеҙмәтселәр тотҡан, устав ҡушмаған аҙыҡ ашаған. Елена уларға ҡаршы үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған.

Преподобная Елена 1547 йылдың 18 ноябрендә вафат була һәм монастырь ерендә күмелә . Ерләү урыны теүәл билдәле түгел. Преподобная Еленаны изге итеп хөрмәтләү батша Алексей Михайлович ваҡытында тәғәйенләнә[10]. 10 август 1999 йыл. Смоленск соборындағы литургиянан һуң патриарх Алексий II Преподобная Еленаны хөрмәтләүҙе яңынан тергеҙә. Ғибәҙәт ҡылған саҡта Елена хөрмәтенә яҙылған тропарь һәм изге кондак яңғырай, ә монастырь икона эшләүселәре Преподобная Еленаның иконаһын төшөрәләр.

Беренсе батша инокинялары үҙгәртергә

Заманында Иван Грозный заманында Новодевичий монастырына уның яҡын ҡатын-ҡыҙ туғандары күсерелә һәм монастырға һарай монастыры статусы бирелә.

1564 йылдың 30 апрелендә был монастырҙа княгиня Дмитриева Иулиания Дмитриевна Палецкая (Удельная) Александра исеме аҫтында монахиняға әүерелдерелә, ул углич бөйөк кенәзе Юрий Васильевичтың, Иван Грозныйҙың энеһенең тол ҡатыны була. Палецкая сиркәүҙә үҙ бүлмәләрендә, айырым йорт сиркәүе, һарай эсе штаты, баҙҙар, боҙлоҡ һәм ашнаҡ бүлмәләре тотоп йәшәй. Һуңыраҡ ИулианияШексналағы Воскресенский Горицкий монастырына күсә. 1569 йылдағы опричнина терроры ваҡытында Иулианаия батша бойороғо буйынса кенәз Владимир Андреевич Старицкийҙың әсәһе Ефросинья Старицкая менән бергә һыуға батырылып үлтерелә[11] . М. Карамзин яҙыуынса, уның ғәйебе «бары тик Батша асыуының ҡорбандары тураһында күҙ йәштәрен түгеүе генә булғандыр»[12].

1582 йылда монастырға батша ҡыҙы Шереметева Елена Ивановна (монахлыҡта Леонида) килә, ул Иван Грозныйҙың улы Иван Ивановичтың тол ҡатыны була. Алыҫ Суздаль монастырына һөргөнгә ебәрелгән Сабурова Евдокия һәм Параскева Солованан айырмалы рәүештә, Елена Шереметьева Мәскәү монастырында почетлыраҡ шарттарҙа тол «батшабикә» сифатында йәшәй.

Годуновтар үҙгәртергә

 
Годунова Ирина Федоровна (баш һөйәген реконструкциялау буйынса)
 
Борис Годунов «Рәсәй батшалары һәм бөйөк кенәз шәжәрәһенән» портреттар серияһыРәсәй, 18-cе быуаттың 3-сө сиреге. Һөйәк, селтәрле һәм рельефлы һырлау, гравировка, буяу)

1598 йылдың ғинуар айының туғыҙынсы көнөндә ире үлгәндән һуң — батша Федор Иоаннович Беренсенең тол ҡатыны — батшабикә Годунова Ирина Федоровна (монахлыҡта Александра) Кремлдән монастырға күсеп килә. Ул шул ваҡытта берҙән-бер тәхет вариҫы булып торған. Уның монастырға күсеүе тәхеттән ьаш тартыуына тиңдәш була, ләкинбер нисә ай монастырь дәүләт башлығы резиденцияһы булып тора: батшабикә-инокиня докладтар ҡабул итә һәм указдарға ҡул ҡуя. Монастырь диуары эсендә уның менән бергә ағаһы — Борис Годунов та була. Девичье полегә святитель Иова етәкселегендә баярҙар һәм халыҡ өс тапҡыр Годуновҡа батша булыуын һорап килә.

22 февралдә (1598 йылда) һеңлеһе фатихаһын алған Борис Годунов монастырҙың Смоленск соборында батша итеп һайланыуҙы ҡабул итә. Мәскәүгә тантаналы ҡайтып ингәндән һуң, Борис Годунов монастырға кире килә һәм унда Бөйөк пост менән Пасханы үткәрә.

Борис Годунов батшалығы осоронда Новодевичий монастыры айырым ҡараш менән файҙалана — Смоленск соборы тулыһынса яңыртыла, яңы иконостас ҡуйыла, биҙәктәре яңынан буяла, «мөғжизәле иконалар ҡәҙерле таштарҙан эшләнгән ҡыйбатлы оклад менән көпләнә», тол монахиня батша ҡатыны өсөн киң бүлмәләр төҙөлә, уларҙы Ирина палаталары тип йөрөтәләр, унда ҙур аш бүлмәһе һәм Иоанн Предтеча йорт сиркәүе төҙөлә (исеме һуңынан святитель. Медиоланский Амвросий сиркәүе тип йөрөтөлә).

Годунова вафат булғас, уның милке монастырь милкенә күсә.

XVI быуаттан алып монастырь Мәскәүҙең көнбайыш сиктәрен һаҡлаусы булып тора. Оборона функциялары булмағанлыҡтан, ул 1571 йылда Дәүләт i Гәрәй хан тарафынан яндырыла, ә 1591 йылда уны бөлөүҙән бары тик башында Ғазы II Гәрәй торған ҡырым татарҙары ғәскәрҙәрен алыҫ Дон монастыры янында туҡтатыу ғына ҡотҡарып алып ҡала. Монастырҙы ҡәлғәгә әйләндерергә теләп, Годунов тешле таш диуарҙар һалдыра, уларҙа бойницалар һәм күп һанлы манаралар булдырыла. Диуарҙың яҡынса оҙонлоғо 900 м, бейеклеге 13 м һәм ҡалынлығы 3 м тәшкил итә. Һәр бер манара янында 350 тиклем уҡсылар һыйҙырырлыҡ ҡараул биналары төҙөлә . Ҡарауыл хеҙмәтен алып барыу өсөн монастырға бер гарнизон уҡсылар ебәтелә.

XVI быуат аҙағында — ХVII быуат башында монастырҙа 122 ҡарт ҡатын-ҡыҙ йәшәгән, шуларҙың 20-һе абруйлы кенәз һәм баяр фамилиялы була: Мещерский, Пронский, Шереметев, Вельяминов, Ростовский, Плещеев, Беклемишев фамилияларын йөрөтә, өҫтәүенә бөтәһе лә батша ҡаҙнаһы иҫәбенән ҡарала. Бынан тыш, Һарай һәм Ҙур Приказ монастырҙың утынға, просфораларға, балауыҙға, мискә балығына һәм тоҙға сығымдарын, үҙ өҫтәрендә тотоп, ҡаплаған. Монастырь ауылдары Дмитровский ,Руза, Клин, Бежецкий, Кашинский, Ростов, Владимир, Верейский, Калуга, Углический, Мәскәү, Волоцкий һәм Оболленский өйәҙҙәренә ҡараған. Монастырь менән игуменья, келарь, ҡарт баяр ҡатындары һәм йырсылар етәкселек иткән («ҙур крылошанка»), икенсе чинде «бәләкәй крылошанка» ябай әбейҙәр тәшкил иткән.

Буталсыҡ заманда үҙгәртергә

Буталсыҡ заманда монастырь рус тәхете өсөн барған көрәштә ҡорбан булыусы батша ырыуынан сыҡҡан шәхестәр һәм төрлө хәрби һәм сәйәси көстәр өсөн һыйыныу урыны була.

1605 йылда Лжедмитрийҙың I монастырь ҡаҙнаһын тартып ала.

1606 йылда Василий Шуйский саҡырыуы буйынса килгән Смоленск һуғышсылары монастырҙы Иван Болотников баҫҡынсыларынан һаҡлап ҡала.

1610 йылда Девичье полела баярҙар поляктар менән 15 йәшлек король улы Владислав Дүртенсене батшалыҡҡа саҡырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.

 
Н. Неврев. «Ксения Борисовна Годунова, һыу килтерә»

1610 йылда поляктар Троица-Сергиев лавранан сығып киткәс, монастырҙа батша ҡыҙ Ксения Борисовна Годунова (монахлыҡта Ольга иночество) Мария Григорьевна Скуратова-Бельская менән батша Борис Годуновтың ҡыҙы һәм Владимир Андреевич Старицкийҙың, батша Иван Грозныйҙың ике туған энеһенең, ҡыҙ, Мәскәү тәхетенең иң яҡын вариҫы Мария Старицкая төпләнә. Әммә, күпмелер ваҡыт үткәс, Иван Заруцкий етәкселегендәге һатлыҡ йән баярҙарҙың казактары монастырҙы үҙ ҡулына ала[13][14]:

А когда Ивашка Зарудный с товарицами Девичий монастырь взяли, то они церковь Божию разорили донагу, а других бедных черниц королеву княж Владимирову дочь Андреевича и царя Борисову дочь Ольгу, на которых преж сего и зрети не смели — ограбили донага. А как пошли из монастыря, то церковь и монастырь выжгли; это ли христианство?

Прииде Понизовая сила под Москву и Новый Девичь монастырь взяша и инокинь из монастыря выведоша в таборы и монастырь разориша и выжгоша весь, старицы же послаша в монастырь во Владимир. Многие же под тем монастырем дворяне и стольники испиху сами смерти от казачья насилия и позору.

1610—1612 йылдарҙа монастырь ҡулдан-ҡулға күсә. 1612 йылдың 24 авгусында ғына кенәз Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы тарафынан хәл иткес алышта Ян Ходкевич ғәскәре еңкелә һәм 25 августа ул Мәскәүҙән сығып китә.

Беренсе Романовтар үҙгәртергә

Батша итеп Романов Михаил Федорович ҡуйылғас, монастырҙы тергеҙеү башлана, ул ҡаҙнаға һалымдан азат ителә.

1615 йылда монастырға 1610 йылда йылда тәхеттән ҡолатылған батша Василий Шуйскийҙың тол ҡатыны — Буйносова-Ростовская Мария Петровна (монахлыҡта — Елена) килтерелә.

1650 йылда монастырь таҙартыла, нығытыла һәм тергеҙелә. 1656 йылда патриарх Никон уны Антиохия патриархы Макарий Өсөнсөгә күрһәтә. Улдары юлдаш һәм диакон спускается үҙ роскошный Антиохия патриархының улы дьяк Алеппский Павел был монастырҙан да матурыраҡ монастырҙы күрмәүҙәре, белмәүҙәре тураһында әйтә:

Насельницы по большей части знатного рода, дочери вельмож; лица их блещут, как солнце; одежды — красивого покроя; они носят на лицах длинные покрывала, а мантии волочатся по земле.

XVII — ХVIII быуат башына монастырҙың 15 000 крепостной крәҫтәиәндәре һәм 150 000 дисәтинә ере 36 ауылда була, ауылдар Онега күленән алып Түбәнге Волгаға тиклем таралып ултырған. шулай уҡ Иван Грозный ваҡытынан алып Кремлдә үҙ ихатаһын тотҡан һәм Пречистенка биҫтәһе лә уға ҡараған, монастырь приказчиктар һәм дьяктар штаты тотҡан. Игуменья Анфиса 1633—1644 йылдарҙа Һарай байрамдарына саҡырылған.

Новодевичий монастырында батша Михаил Феодоровичтың ҡыҙы Татьяна, Петр Беренсенең һеңлеләре Екатерина һәм Евдокия монахлыҡҡа күсә.


Престольный байрамдар үҙгәртергә

XVII быуат традициялары буйынса һәр йылдың 28 июлендә Смоленская Богоматерь Одигитрия хөрмәтенә байрам үткәргәндәр.

Шулай уҡ Пасханан һуң да монастырҙан саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан Вавилон ҡоҙоғона крестный ход (тәре күтәреп барыу) ойошторолған.

Иверская икона Божьей Матери үҙгәртергә

1654 йылда, Алексей Михайлович, рус батшалығына көнбайыш ерҙәрен кире ҡайтарыу аҡсатында Речь Посполитаяға походҡа сыға. Походта уның янында элек Мәскәү Кремлендә һаҡланған Иверская Божья Матерь иконаһын йөрөтәләр[15].

1654 йылдың 10 сентябрендә Смоленск ҡалаһын поляктарҙан алыу тураһында һөйләшеүҙәр үтә һәм 23 сентябрҙә Смоленск ҡалаһы рустарға бирелә бирелә[16]. Йөҙ башы һәм полк воеводалары 25 сентябрҙә батша һыйына саҡыралар, улар янына Смоленск шляхтаһы ла саҡырыла. Шул уҡ йылдың 2 октябрендә Смоленск тулыһынса Мәскәү батшалығына ҡушыла.

Алексей Михайлович, Иоаннович Василий III Иоанновичҡа оҡшарға тырышып, еңел генә алынған уңышлы еңеү өсөн Новодевичий монастырына ҡиммәтле бүләктәр бирә. улар араһында Иверская Божья Матерь иконаһы ла була. Икона монастырҙың көньяҡ стенаһына элеп ҡуйыла[17][18][19].

Тик бер тапҡыр ғына, 1913 йылда монастырь диуарын был икона Романов йортоноң 300-йыллығын билдәләгәндә генә, ташлап сыға һәм дөйөм табыныу өсөн Чудово монастырының митрополиты палаталарына ҡуйыла. Иверская иконаһы монастырҙы япҡандан һуң Дәүләт тарихи музейы фондында һаҡлана. Ә боронғо иконаның күсермәһе генә 2009 йылдың 25 ғинуарында монастырға кире ҡайтарыла. Православиеның бөйөк изге әйберен Крутицкиә һәм Коломенский митрополиты Ювеналий, Можайск архиепискобы Григорий руханиҙар менән ҡаршы ала. Иконамонастырҙың Успенский храмына акафистар уҡып ҡуйыла.

Зиндан үҙгәртергә

Новодевичий монастыры күптәр өсөн зиндан була. 1689 йылда Пётр I бойороғо буйынса уҡсылар болаһынан һуң батша ҡыҙы Софья килтерелә һәм үҙ теләгенән башҡа монахлыҡҡа индерелә. Һуңыраҡ уның бүлмәһенең тәҙрәләре ҡаршыһына Софья яҡлыларҙы дар ағасына аҫып ҡуялар.

Төҙөү үҙгәртергә

Монастырҙың төп бинаһын төҙөүҙә Софья әүҙем ҡатнаша. Уның аҡсаһына Успение сиркәүе, мөйөштәрҙәтағыла ике — Покров Богородицы һәм Преображение Господня сиркәүҙәре һәм аш бүлмәһе төҙөлә.

 
Ике Иоанн Богослов һәм Варлаам менән Иоасаф ғибәҙәтханаларының ҡыңғырау манараһы, яҡынса 1690 й.

Евдокия Лопухина үҙгәртергә

 
Евдокия монахтар Лопухина әһелдәре

1698 йылда батшабикә Евдокия Федоровна Лопухина монахлыҡҡа килтерелә һәм Суздалдең Покров монастырына һөргөнгә ебәрелә. 1727 йылда уның ейәне император Петр II Новодевичий монастырындағы палаталарға күсеп йәшәргә рөхсәт бирә. Был палаталар аҙаҡ Лопухин корпусы тип йөрөтөлә.

Указ юғары йәшерен советы ҡарары менән Евдокия батшабикә дәрәжәһенә тергеҙелә, уның йәшәре өсөн ҡаҙнанан башта (йылына 4500 һум, ә Петр II Мәскәүгә килгәндән һуң был сумманы 60 000 һумға тиклем арттыралар һәм уға айырым ихата бүләләр.

Евдокия 1731 йылда вафат була, уны Смоленск соборының көньяҡ стенаһы янында, Софья һәм Петр Беренсенең апаһы Екатерина Алексеевна батша кәшәнәһе менән бер рәттә ерләйҙәр. Уны күмергә император ҡатын Анна Иоанновна килә.

Приют үҙгәртергә

1724 йылда монастырҙа 250 кеше өсөн приют асыла. Бындағы ҡыҙҙар голланд селтәрҙәре үргән. Уларҙы өйрәтеү өсөнПетр Беренсе Голландияның Брабантынан махсус оҫталар килтерткән.

1812 йылдағы Ватан һуғышы үҙгәртергә

1812 йылда Мәскәүҙән сигенгән француз һалдаттары Новодевичье монастырын шартлатырға тырыша — тик, риүәйәттәр буйынса, бер монахиня дары баҙҙарына табан барған филтәгә һыу һибеп өлгөрә.

Леонида (Озерова) үҙгәртергә

1908 йылдың апрель айында монастырҙың руханийы итеп Серпуховтан Владычный монастыры игуменьяһы итеп буласаҡ Патриарх Алексий I (Сергей Симанскийҙың) инәһе — Леонида (Любовь Петровна Озерова) тәғәйенләнә. Ул 1920 йылда, 93 йәше менән барғанда вафат була; уның ҡәберенә 1955 йылда туғаны тарафынан Смоленск соборына алып барыусы юлдың һул яғына һәйкәл ҡуйыла.

Совет осоронда үҙгәртергә

Октябрь революцияһынан һуң 1917—1918 йылдарҙа монастырь ғәмәлдән сығарыла[20].

1922 йылда унда «Батша ҡыҙы Софья һәм уҡсылар»[21] тигән музей асыла, ул 1925 йылда «Новодевичий монастыры тарихи-көнкүреш музейы» тип үҙгәртелә.

1927 йылдың ғинуарында собор миһрабы артында епископ Антонин (Грановский) ерләнә (уның ҡәбере һаҡланмаған).

1930—1934 йылдарҙа монастырҙа «Музей раскрепощения женщины» тора; 1934 йылда ул филиал хоҡуғында Тарихи музей составына инә.

1943 йылдың көҙөндә монастырҙың Лопухина палаталарында Мәскәү дин өйрәнеү курстары, ә 1944 йылдың 14 июнендә Дин институты асыла, һуңыраҡ ул Мәскәү дини академияһы тип атала Троица-Сергиева Лавраһына күсерелә. 1948 йылда Новодевичий монастыры Дәүләт Тарихи музейының филиалына әйләнә.

1944 йылда Преображенский храмы асыла[22].

1945 йылда Успенский ҡорамы комплексы ғибәҙәт ҡылыу өсөн асыла.

Монастыр ябылыу алдында монастырҙың һуңғы игуменьяһы — Вера (Победимская), 1949 йылдың 3 февралендә вафат була һәм Данилов зыяратында ерләнә.

1964 йылдан алып Лопухина палаталары Крутицкий һәм Коломенский митрополиты резиденцияһы булып хеҙмәт итә.

Мәскәү патриархатына монастырь комплексын тапшырыу үҙгәртергә

 
Төнгө яҡтыртыу

1994 йылда митрополит Крутицкий ҡарамағында монахтар йәмғиәте тергеҙелә. Батша ҡыҙы Софья бикләнгән Напрудная манараһы стенаһында төрлө халыҡ хөрәфәттәре арҡаһында «яҙмалар менән ҡаплана, уның кирбестәре ярығына кешеләр төрлө һорауҙарын яҙып тыға, стенаға маңғайҙары менән терәлеп тороп, доға ҡыла»[23][24].

2006 йылдың октябрендә Патриарх Алексий II Мәскәү епархияһының Новодевичий монастырын Рус Православие Сиркәүенә биреүҙе һорап Росимуществоға мөрәжәғәт итә. Яуап хаты алғас, Патриарх Алексий II РФ Президенты Путинға 2007 йылдың 27 марттында хат ебәрә[25].

2010 йылдың 5 ғинуарына РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин РФ Мәҙәниәт министры Александр Авдеев һәм Росимущество башлығы Юрий Петров менән осрашыу барышында Патриарх Кирилға[26]) 2010 йылда «беҙ Новодевичий монастырын тулыһынса Рус православие Сиркәүенә бирәсәкбеҙ» -тип әйтә.[27][28].

2010 йылдың 22 мартында Новодевичий монастыры Рус Православие Сиркәүенең Мәскәү епархияһына мөҙҙәтһеҙ ҡулланылышҡа тапшырыла[29][30].

2009 йылдың ғинуарында Дәүләт мәғлүмәт агентлығы РИА Новости Мәскәү епархияһының сайтына һылтанма яһап, шул уҡ йылдың 24 ғинуарында «Новодевичий монастырына Афондан Рускә 1648 йылда килтерелгән Рәсәй боронғо Иверская Божья Матерь иконаһы күсермәһе Дәүләт тарихи музей фондынан тапшырылды», -тип әйтә.[31] 2012 йылдың 6 майында РФ һайланған Президенты Владимир Путин «Новодевичий монастырына боронғо Иверская Божья Матерь иконаһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты»[32][33].

2015 йылдың 15 март төнөндә монастырҙың ҡыңғырау манараһы яна, ул реконструкциялана[34][35]. Реконструкция барышында реставрацияға бирелгән аҡсаның өлөшө мәҙәниәт министры урынбаҫары Г. У. Пирумов башында торған коррупционерҙар тарафынан урлана[36].

2017 йылда Рәсәй Президенты указы менән «Новодевичий монастырына нигеҙ һалыуҙың 500 йыллығын байрам итеү», 2024 йылға билдәләнгән[37].

Архитектура ансамбле үҙгәртергә

 
Ансамблдең моделе
 

Монастырь үҙәге — монументаль, биш башлы (башта, күрәһең, — туғыҙ башлы итеп, интерьерында ХVI быуат фрескалары һынлы сәнғәте һаҡланып ҡалған Смоленск соборындағы кеүек итеп биҙәлгән. Собор Кремлдәге Успенский соборының өлгөһөндә төҙөлгән.

XVII быуат аҙағында, Софья батша хакимлығы ваҡытында Смоленск соборын уратып архитектура ансамбле төҙөлә. Собор ике юл киҫешкән үҙәктә тора һәм монастырҙың төп күсәре була. Күсәрҙең «төньяҡ-көньяҡ» мөйөштәрендә ике сиркәү төҙөлә, ә күсәрҙең «көнбайыш-көнсығыш» яғында — аш ашау бүлмәһе һәм ҡыңғырау манараһы булдырыла. XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы документҡа ярашлы, монастырҙың авторы һәм уны төҙөүгә нигеҙ һалыусы — Петр Потапов була. Ул Покровтағы Успение сиркәүен дә төҙөгән һәм уның стиль үҙенсәлектәре буйынса Новодевичий монастырының ҡаралтыларын төҙөгән.

Нарышкин стилендәге 72 метр бейеклектәге алты ҡатлы ҡыңғырау манараһы селтәрле һәм бөтәү ҡаттар менән сиратлап төҙөлгән һәм ул Иван Великий манараһынан ҡала Мәскәүҙәге иң бейек манара була. Һуңғараҡ (XVII быуат аҙағында) манара ете ҡатлы итеп һалынырға тейеш була, ләкин Софья батша 1689 йылда ҡолатылғандан һуң, төҙөлөш туҡталып ҡалған

Башнялары менән ҡәлғә диуары янында төҙөләсәк беренсе тапҡыр борис годунов, әммә xvii быуат аҙағына тулыһынса яңынан төҙөлә, манара селтәрле тамамлай ала.

Илл. Название Год Архитектор Описание
  Соборный храм Смоленской иконы Божией Матери 1524—1525 гг. или или 1560-е годы Алевиз Фрязин (?)

Нестор (?)

Фрески 1526—1530 гг., иконостас 1683—1686 гг.) с приделами апостолов Прохора и Никанора, чуда Архангела Михаила, мучениц Веры, Надежды, Любови и матери их Софии.

Старейший храм Новодевичьего монастыря. По архитектуре схож с Успенским собором Московского Кремля, хотя и отличается от него по ряду особенностей. Смоленский собор приписывается работе либо Алевиза Нового (ум. около 1531 г.), либо зодчего Нестора (погиб при строительстве собора). В начале XX в. археолог Игнатий Стеллецкий обследовал подклет собора в поисках подземного хода.

  Храм Успения Пресвятой Богородицы с трапезной 1685-1687 гг. Приставной придел — апостола Иоанна Богослова, в крестильном храме — князя Владимира, в верхнем этаже главного храма — Сошествия Св. Духа.
  Трапезная 1685-87 При Успенском храме
  Колокольня 1689-1690 гг. Яков Бухвостов (?) Высота 72 м.

Два храма:

  • Храм преподобных Варлаама и Иоасафа под колокольней
  • Храм св. ап. Иоанна Богослова (средний ярус колокольни)

Здание в стиле нарышкинского барокко

  Храм Спаса Преображения над северными воротами

(Преображенская надвратная церковь)

1687-1689 гг. Храм действующий, однако закрыт для свободного доступа. так как является домовым храмом митрополита Крутицкого и Коломенского. Снаружи храм опоясан балконом-гульбищем. Купола характерны для украинского барокко. Окна «в два света» придают храму праздничный характер.
  Лопухинские палаты Примыкают к Преображенской церкви.

Построены в 1687—1688 гг. для царевны Екатерины Алексеевны, дочери царя Алексея Михайловича. Название — по имени Евдокии Лопухиной, первой жены Петра I, проживавшей здесь в 1727—1731 гг. На фасаде сохранились старейшие в Москве солнечные часы. В интерьере изразцовые печи. В настоящее время резиденция митрополита Крутицкого и Коломенского Ювеналия.

  Храм Покрова Пресвятой Богородицы над южными воротами

(Покровская надвратная церковь)

1683-1688 гг. Сейчас ворота закрыты и не используются.
  Мариинские палаты Примыкают к Покровской церкви.

Кирпичные палаты с белокаменными деталями, построены в 1683—1688 гг. Названы по имени дочери царя Алексея Михайловича, царевны Марии Алексеевны, жившей здесь в 1690-х гг. Первоначально здание было двухэтажным. Некоторое время здесь жила царевна Софья — возможно, именно тогда у постройки появился третий этаж в виде обращённого на юг терема с двускатной кровлей.

  Храм свт. Амвросия Медиоланского

(Амвросиевская церковь)

кон. XVI—XVII вв. Первоначально посвящалась Иоанну Предтече, позже переосвященна в честь Амвросия Медиоланского. Неоднократно перестраивался.
  Палаты царицы Ирины Годуновой Вместе с трапезной находятся при Амвросиевской церкви.

Примыкающее в церкви двухэтажное здание являлась трапезной до того времени, когда была построена новая с Успенской церковью. Третье здание было построено, видимо, в конце XVI в. и предназначалось для царицы Ирины Годуновой. Эта группа зданий — самые старые постройки монастыря после Смоленского собора.

  Певческие палаты 1718-1726 Здание одноэтажных палат? самое большое жилое в комплексе монастыря. Первоначально — братские кельи, затем здесь проживала и наместница, а в XIX в. постройка переделана для монахинь-певчих (отсюда и название).
  Казначейские палаты рубеж XVII и XVIII вв. Каменное здание, построено в качестве игуменской кельи. Изначально постройка имела 1 этаж, но в первой половине XIX в. надстроена деревянным мезонином и украшена портиком на столбах.
  Стрелецкая караульня при Напрудной башне

(Палаты царевны Софьи)

XVII в. В палатах расположена музейная экспозиция. В интерьере — изразцовая печь XVII в. Из маленьких окошек палат царевне Софье было приказано смотреть на повешенных у стен монастыря мятежных стрельцов. Нижний ярус Напрудной башни объединён с палатами в одно помещение.
  Палаты царевны Евдокии к. XVII-нач. XVIII в. При колокольне.
  Филатьевское училище 1871-1878 гг. Совр. — Московское епархиальное управление.

Двухэтажное здание училища с балконом на главном фасаде, построенное на средства Н. П. Филатьевой. Предназначалось для девочек-сирот разных сословий.

  Больничные палаты XVII век В этом доме с 1938 по 1984 год жил Пётр Барановский
  Стрелецкая караульня при Никольской башне Вплоть до революции 1917 г. в башне находилась часовня во имя св. Николая Угодника, с внешней стороны был растесан вход.
  Стрелецкая караульня при Чеботарной башне При Чеботарной башне жили чеботари, то есть сапожники
  Сетуньская стрелецкая караульня Археолог Игнатий Стеллецкий считал, что подземный ход шёл от Сетуньской башни
  Погребные палаты конец XVII в. Каменное двухэтажное здание с односкатной крышей и сводчатым нижним этажом, с двумя палатами по сторонам сеней. Изначально было одноэтажным и предназначалось для хозяйственных целей, перестроено в первой четверти XVIII в.
Сторожка к. XVI в.
  часовня-усыпальница Прохоровых 1911 г. В. А. Покровский Яркий образец неорусского стиля. Внутри сохранились великолепные мозаики
Крепостные стены с башнями кон. XVII в.

башни:

  1. Царицынская  
  2. Никольская  
  3. Иосафовская  
  4. Швальная  
  5. Чеботарная  
  6. Покровская (Воробьевская, Богородицкая)  
  7. Предтеченская (Ирининская)  
  8. Сетуньская  
  9. Затрапезная (Грановитая)  
  10. Саввинская  
  11. Напрудная  
  12. Лопухинская  
Часовня свт. Николая в северо-восточной башне устроена в 1752 г

1890 йылдар — 1900-се йылдар архитектор С. К. Родионов И. П. Машков менән берлектә монастырь биналарын тергеҙеү буйынса реставрация эштәре үткәрә[38]. Соборҙың ҡыйыҡтары ябыла, башындағы барабаны төҙәтелә, күтәрмә һәм галереялары ремонтлана, фрескалар яңы буяу менән буяла.[39].

1926 йылда рәссам А. М. Васнецов (В. М. Васнецовтың энеһе) монастырь стенаһы һәм манараларының фрагментын картинаға төшөрә, ә 2006 йылда Рәсәйҙә был картинаға арналған марка сығарыла.

Монастырь янында Новодевичий зыяраты, Новодевичий быуаһы һәм скверы бар. Быуаның ярында аҡ ташлы күпергә һәм скверға алып барған аллея тора.

«Москва, которой нет» проекты мәғлүмәте буйынсая, хәҙерге ваҡытта монастырь территорияһында рөхсәтһеҙ рәүештә гараждар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә, 1930-сы йылдарҙан алып ундағы некрополь юҡҡа сығарыла[40].

Монастырь некрополе үҙгәртергә

 
Иҫке зыярат

Смоленский соборы төҙөлгәндән башлап аҡһөйәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлгәнсе йәшәгән урыны була һәм улар шундағы зыяратҡа күмелә. 1771 йылдағы ҡалала һәм монастырҙар территорияһында мәрхүмдәрҙе ерләү закон тарафынан тыйыла. Шунлыҡтан ҡала янындағы монастырҙар территорияһында дворяндар некрополе барлыҡҡа килә башлай. XX быуат башында уларҙа буш урындар бөтөнләй ҡалмай.

1898 йылда ҡала хакимдары монастырҙың көньяҡ стенаһы артында зыярат өсөн участок бирәләр һәм уны Новодевичий зыяраты тип атайҙар. Совет власы йылдарында юҡҡа сығарыла торған некрополдәрҙән унда баҡыйлыҡта ятҡан күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең мәйеттәре күсерелә. XX быуатта был зыярат Кремль стенаһынан башҡа совет элитаһының иң дәрәжәле ерләнеү урыны булып тора.

1930-сы йылдарҙа монастырь некрополен «реконструкциялайҙар», шуның һөҙөмттәһендә 2000 ҡәбер ташынан барлығы 100 таш ҡына тороп ҡала. Хәрби министр Д. А. Милютин, генералдар С. С. Апраксин һәм А. Ф. Багговут, меценат И. С. Мальцов, мәғрифәтсе Л. И. Поливановтарҙың ҡәбер таштары юғала.

Смоленский собор янында ерләнгән үҙгәртергә

  • Петра Беренсенең ҡатыны, батшабикә Евдокия Фёдоровна Лопухина, монахлыҡта Елена (27 август, 1731 йыл).
  • Батша ҡыҙҙары: Софья Алексеевна, монахлыҡтағы схимала София (3 июль, 1704 йыл года); Евдокия Алексеевна (10 май 1712 йыл); Екатерина Алексеевна (1 май 1718 йыл).
  • Батша ҡыҙҙары: Анна Ивановна, Ивана Грозныйҙың ҡыҙы (20 июль, 1550 йыл); Елена Ивановна Шереметева, монахлыҡта Леонида (25 декабрь, 1596 йыл).

Успенский сиркәүе һәм соборы янында ерләнгән үҙгәртергә

  • Игуменьялар: Мефодия (Якушкина) (10 февраль, 1845 йыл); Паисия (Нудольская) (25 ғинуар, 1871 йыл); Леонида (Озерова) (18 ғинуар, 1920 йыл); Серафима (Чёрная) (16 декабря 1999 йыл).
  • Монахиня Сарра, ҡаҙнасы (18 марта 1840 йыл).
  • Инокиня Феофания(18 декабрь, 1511 йыл).
  • Татьяна Левшина, Мәскәү митрополиты Платондың әсәһе (18 декабрь, 1511 йыл).
  • Юстиц-коллегия президенты Яковлев А. А. (1781) һәм уның ғаилә ағзалары.
  • 1812 йылғы һуғыш геройҙары: шағир Денис Васильевич Давыдов (1839); Дмитрий Михайлович Волконский (7 май, 1835 йыл); Волконский С. А.
  • Генералдар: Лев Корнеевич Пащенко. (1834); Василий Иванович Тимофеев (1850); Михаил Фёдорович Орлов (1842); Мәскәү хәрби генерал-губернаторы Павел Алексеевич Тучков (1864); хәрби министр, генерал-фельдмаршал Дмитрий Алексеевич Милютин (1912).
  • Декабристар ихтилалында ҡатнашыусылар: Трубецкой С. Н. (1860); Александр Николаевич Муравьёв (18 декабря 1863 йыл); Матвей Иванович Муравьёв-Апостол (1886).
  • Яҙыусылар: Александр Александрович Шаховской (1848); Михаил Николаевич Загоскин (1852); Иван Иванович Лажечников (1869); Алексей Феофилактович Писемский (1881); Сушков Н. В. (1871); шағир һәм тәржемәсе Алексей Николаевич Плещеев (1871).
  • Тарихсылар: Александр Иванович Тургенев (1845); Михаил Петрович Погодин (1875); Сергей Михайлович Соловьёв (1879); сиркәү тарихсыһы һәм дин һүҙен таратыусы Гиляров-Платонов Н. П. (1887); граф Алексей Сергеевич Уваров (1884), ғалим-археолог, мәскәү Археология йәмғиәтенә һәм Тарих музейына нигеҙ һалыусы).
  • Филологтар: Осип Максимович Бодянский (6 сентябрь, 1877 йыл); Фёдор Иванович Буслаев (1897).
  • Философтар: Владимир Сергеевич Соловьёв (1900); Лев Михайлович Лопатин (1920).
  • Юристар: Люминарский Е. Е. (1883); Духовской М. В. (1903); Николай Львович Дювернуа (1906).
  • Медицина профессорҙары: Остроумов А. А. (1908); Бубнов С. Ф. (1909); Голубинин Л. Е. (1912); Рейн Ф. А. (1925).
  • Генералдар: Алексей Алексеевич Брусилов (1926); Яхонтов Р. Н. (1924); Андрей Медардович Зайончковский (1926).
  • Трехгорная мануфактураһының хужаһы Прохоров һәм уның ғаилә ағзалары һәм билдәле мәрхәмәтлек күрһәтеүселәр.

Монастырь игуменьялары үҙгәртергә

 
Надгробие Преподобной Елена ҡәбере өҫтөндәге таш.
 
Серафима (Чёрной) — Новодевичий монастыры игуменьяһының ҡәберендәге һәйкәл .
 
Владимир Путин һәм Маргарита (Феоктистова), 2015 год
  • 1525 год — 18 ноябрь, 1547 йыл (вафат булған) — Преподобная Елена (Девочкина).
  • 1547—1556 йй. — Евникия.
  • 1556—1573 йй. — Евпраксия.
  • 1574—1586 йй. — Стефанида.
  • ?-? — Анна.
  • 1597—1602 йй. — Евдокия.
  • ?-? — Феогния.
  • 1605—1612 йй. — Домника.
  • 1613—1615 йй. — Мария (Чирикова).
  • 1623—1629 йй. — Феофания (Охлябинина).
  • 1630—1651 йй. — Анфиса.
  • ?-? (1655 йылда телгә алына, 1666 йылдан алып Мәскәүҙең Вознесенский монастыры) — Иринарха (Тимирязева).
  • 1656 йыл (Кутеинский монастырынан — 1683 йыл — Мелания (Ерчакова) (1688 йылда).
  • Ғинуар, 1683 йыл — 6 декабрь, 1689 йыл (үлеменә тиклем) — Антонина.
  • 1690 йыл — 8 июль,1693 йыл (үлеменә тиклем) — Анастасия (Хоцковская).
  • 1693—1701 йй. — Памфилия (Потёмкина).
  • 1718 йыл (Мәскәүҙең Алексеевский монастырынан) — 1738 йыл (үлеменә тиклем) — Олимпиада (Каховская).
  • Декабрь, 1738 йыл — 15 июль, 1746 йыл (үлеменә тиклем) — Анастасия (Галекеевская).
  • 1746 йыл (Смоленскиҙың Вознесенский монастырынан) — 17 октябрЬ, 1771 йыл (үлеменә тиклем) — Иннокентия (Келпинская).
  • 4 февраль, 1772 йыл (Тамбовтың Вознесенский монастырынан) — 8 марта 1794 йыл (үлеменә тиклем) — Палладия (Дурова).
  • 1794 йыл (Мәскәүҙең Ивановский монастырынан[асыҡларға]) — ғинуар, 1808 йыл — Елисавета.
  • 1808 йыл (Мәскәүҙең Страстной монастырынан) — 9 февраль, 1846 йыл — Мефодия (Якушкина).
  • Март, 1846 йыл (Мәскәүҙең Алексеевский монастырынан) — 13 апреля 1854 йыл — Клавдия.
  • 1854 йыл (Мәскәүҙең Алексеевский монастырынан — 1861 йыл (Мәскәүҙең Вознесенский монастырына) — Паисия (Нудольская) (үлгән 25 ғинуар, 1871 йыл).
  • 1861 йыл (Мәскәүҙең Никитский монастырынан) — март, 1867 йыл (Мәскәүҙең Зачатьевский монастырына ялға ебәрелә) — Вера (Головина) (үлгән 1874 йыл).
  • 1867 йыл — 12 ғинуар, 1885 йыл (үлеменә тиклем) — Евпраксия (Мосолова).
  • 29 март, 1885 йыл — март, 1908 йыл (үлеменә тиклем) — Антония (Каблукова).
  • 1908 йыл (Серпуховтың Владычный монастырынан) — 1919 йыл — Леонида (Озерова) (үлгән 18 ғинуар, 1920 йыл).
  • 1919—1922 йй.— Вера (Победимская) (үлгән 3 февраль, 1949 йыл).
  • 24 ноябрь 1994 йыл — 16 декабрь 1999 йыл (үлгән) — Серафима (Чёрная).
  • 16 декабрь, 1999 йыл (Спасо-Бородинский монастырынан — 27 декабрь, 2007 йыл (Спасо-Бородинский монастырына ебәрелә) — Серафима (Исаева).
  • 27 декабрь, 2007 йыл (Колычёвскийҙың Ҡазан монастырынан) — Маргарита (Феоктистова).

Вавилон ҡоҙоғо үҙгәртергә

 
Ҡоҙоҡ һәм шишмәләрҙән Вавилон картаның фрагменттары 1880 йылдарҙа булған.

Риүәйәт буйынса, ошо урында Новодевичий монастырын һалырға башлағанда, ер аҫтынан көслө шишмә атып сыға, шунлыҡтан монастырҙы икенсе урынға күсереп һалалар, ә шишмәне һәм уның янындағы ҡоҙоҡто Вавилон ҡоҙоғо тип атайҙар.

Был сығанаҡтар өҫтөнә плитәләр һалына, ә һуңыраҡ бәләкәй сиркәү(часовня) ҡуйыла. Сиркәүҙе XVIII—XIX быуаттарҙа митрополит Платон (Левшин) Кремлдең Чудово монастыры ҡарамағына тапшыра. 1921 йылда был атаманың килеп сығыуын монастырҙағы бер әбей: «Вавилон нисек төҙөлмәй ҡалған, был урында ла монастырь һалынып бөтмәгән, шунлыҡтан ҡоҙоҡто Вавилон ҡоҙоғо тип атағандар», — тип аңлатҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Новодевичье ауылы — Новодевичий монастырының элекке аҫабаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 2,2 http://whc.unesco.org/en/list/1097
  3. Новодевичий Богородице-Смоленский монастырь // Россия: Иллюстрированная энциклопедия / Редактор-составитель Ю. А. Никифоров. — М.: «ОЛМА Медиа Групп», «ОЛМА-ПРЕСС Образование», 2006. — С. 370—371. — 600 с. — 7 000 экз. — ISBN 5-373-00239-9, ISBN 5-94849-897-2.
  4. Новодевичий монастырь. Путеводитель. — М.: Новодевичий монастырь, 2009.
  5. Константин IX Мономах // Дашков С. Б. Императоры Византии. М.: Издательский дом «Красная площадь», «АПС-книги», 1996.
  6. Духовные и договорные грамоты великих и удельных князей XIV—XVI вв. М.; Л.,1950. № 53. С. 160.
  7. ПСРЛ Полное собрание Русскихъ Летописей. Т.13, 1 половина
  8. Н.Тальберг. Святая Русь
  9. Соломония Сабурова и второй брак Василия III
  10. Маштафаров А. В. Елена // Православная энциклопедия. Том XVIII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2008. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 978-5-89572-032-5
  11. Аринин В. Легенды и были девичьей обители. — М.: Памятники Отечества, 1994.
  12. Карамзин Н. М. История государства Российского. Дата обращения: 16 ноябрь 2009. Архивировано 11 апрель 2012 года.
  13. Ксения Годунова в биографическом указателе Хронос 2008 йыл 8 декабрь архивланған.
  14. Грамота 1612 года.
  15. Иверская икона Божией Матери возвращена в Новодевичий монастырь, Виктор Хруль, РИА Новости, 25/01/2009.
  16. Курбатов А. А., Курбатов О. А. Инженерно-артиллерийское обеспечение Смоленского и Рижского государевых походов 1654—1656 гг//Военно-исторический журнал, № 8, 2008 г. ISSN 0321-0626.
  17. Евсеева Л. М., Шведова М. М. Афонские списки «Богоматери Портаитиссы» и проблема подобия в иконописи // Чудотворная икона в Византии и Древней Руси. М., 1996. С. 337.
  18. «Православной энциклопедии». Москва, 2009 г., Т. 21.
  19. Афонские списки Иверской иконы в России.
  20. Музей «Новодевичий монастырь» — Филиал Государственного Исторического музея 2015 йыл 19 июнь архивланған. // Архивы России.
  21. Российская музейная энциклопедия: В 2 т. / Рос. ин-т культурологии МК РФ и РАН; Редкол.: В. Л. Янин (пред.)[и др.]. — М.: Прогресс: Рипол классик, 2001
  22. Митрополит Крутицкий и Коломенский Ювеналий о возвращении Новодевичьего монастыря. — 25.01.2010.
  23. https://books.google.ru/books?id=gpeuCQAAQBAJ&pg=PA17
  24. https://www.gazeta.ru/science/2017/01/14_a_10475339.shtml
  25. Церковь и культурное наследие. В Новодевичьем монастыре открыт церковный музей Журнал Московской Патриархии, № 4 апрель 2011.
  26. Путин пообещал вернуть Новодевичий монастырь РПЦ в 2010 году NEWSru, 5 января 2010.
  27. Новодевичий монастырь в 2010 году будет полностью передан Церкви — Путин Интерфакс, 5 января 2010.
  28. Музейщики поражены решением о передаче Новодевичьего монастыря Церкви NEWSru, 19 января 2010.
  29. Новодевичий монастырь передан РПЦ. Lenta.ru (22 март 2010). Дата обращения: 3 сентябрь 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  30. Новодевичий вернули Церкви 2012 йыл 26 апрель архивланған. // Полина Ермолаева, Вести, 22.03.2010.
  31. Иверская икона Божией Матери возвращена в Новодевичий монастырь РИА Новости, 25 января 2009.
  32. Путин принял участие в передаче РПЦ древнейшего списка Иверской иконы РИА Новости, 6 мая 2012.
  33. Стенограмма выступления председателя Правительства России В. В. Путина и Святейшего Патриарха Кирилла при передаче Русской Православной Церкви Иверской иконы Божией Матери
  34. Источник: колокольня загорелась на территории Новодевичьего монастыря. РИА Новости (16 март 2015). Дата обращения: 16 март 2015.
  35. Пожар в Новодевичьем монастыре. Вокруг колокольни загорелись строительные леса. Meduza (15 март 2015). Дата обращения: 16 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  36. За хищение госсредств прокурор требует для Пирумова пять лет 2019 йыл 26 ғинуар архивланған.
  37. http://www.kremlin.ru/acts/news/54870
  38. Ҡалып:Книга:Нащокина М.B.: Архитекторы московского модерна
  39. Бранденбург Б. Ю., Татаржинская Я. В., Щенков А. С. Архитектор Иван Машков. — М.: Русская книга, 2001. — С. 76—77. — 136 с. — ISBN 5-268-00413-1.
  40. Стройка в Новодевичьем монастыре?

Әҙәбиәт үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә

  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1097
рус.англ.фр.