Нияҙғол (Әбйәлил районы)

Нияҙғол (рус. Ниязгулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Ауыл
Нияҙғол
Нияҙғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°42′10″ с. ш. 58°43′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 834 004

ОКТМО коды

80 601 434 136

Нияҙғол (Рәсәй)
Нияҙғол
Нияҙғол
Нияҙғол (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Нияҙғол

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834004.

Тарихы үҙгәртергә

Быуаттар тулҡыны үҙгәртергә

Нияҙғол ауылына Ноғай юлының Тамъян волосы башҡорттары XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙ һалған. Ауыл Нияҙғол Аҡынсыҡовтың исеме менән аталған. «Уның улы Муллагилде Нияҙғоловтың ауылда 1755—1822 йылдарҙа йәшәгәнлеге тураһында мәғлүмәттәр бар», — тип яҙа ғалим Ә.З. Әсфәндийәров.

Ауылдың исеме «Китек» булараҡ та билдәле.

Әнүәр Закир улы үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» исемле китабында билдәләүенсә, «1794-1795 йй. үткәрелгән V ревизия Нияҙғол ауылында 18 йорт булыуын асыҡлаған. Ауылда 48 ир-ат һәм 39 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ә 1857—1858 йй. (ҡайһы бер сығанаҡтар, Х ревизия 1859 й. үткәрелгән, ти) инде йәмғеһе 160 кеше булған.

Һандар малсылыҡтың үҫешмәгән булыуы тураһында хәбәр итә: 26 шәхси хужалыҡта барлығы 75 йылҡы, 70 һыйыр малы, 20 һарыҡ, 30 кәзә аҫыралған. Яҙ етеү менән йәйләүгә сыҡҡандар. Шул осорҙа яйлап ҡына булһа ла, сәсеү эштәре менән булыша башлағандар: 88 бот иген сәскәндәр. I совет ревизияһында 293 кеше теркәлгән, барлығы 54 йорт иҫәпләнгән».

С. И. Руденко үҙенең «Башкиры: Историко-этнографические очерки» китабында башҡорттарҙың йәшәү рәүешен тасуирлағанда, беҙҙең Нияҙғол ауылын да телгә алып үткән. «Йәйләүҙә кешеләр бурама, ҡыуыш, тура мөйөшлө аласыҡтарҙа йәшәгәндәр», тиелә был хеҙмәттә (183-сө бит[2]).
Үткән быуаттың егерменсе йылдарындағы аслыҡҡа ла, утыҙынсы йылдарҙа ҡолас йәйгән «раскулачивание»ға ла дусар була нияҙғолдар. Мәҫәлән, хәлле йәшәгән Истамғол Ильясовтың бар мөлкәтен тартып алып, үҙен Себергә һөрәләр, ә йортон мәктәпкә әйләндерәләр. Ғаиләһе кеше менән өйҙәш булып йәшәргә мәжбүр була, төрлө кәмһетеүҙәр кисерә.

Ауылда тәүге мәктәп бына шулай барлыҡҡа килә. Был 1937 йылда була.

Егерменсе быуат урталарында ауылдан ике километр алыҫлыҡта Нияҙғол исемле рудник та булғанлығы билдәле. Унда башлыса урыҫ милләтле ешеләр йәшәгән. Был рудник 1960 йылда Нияҙғол ауылына ҡушылған.

Утлы йылдар ауазы үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йөҙ ҙә ҡырҡлап кеше йәшәгән Нияҙғол ауылынан иллегә яҡын ир-ат Ватанды һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал ала. Шуларҙың яртыһына ғына әйләнеп ҡайтырға насип була.
1979—1989 йылдарҙа барған Афған һуғышында ауылдашыбыҙ Риф Сөләймәнов ҡатнаша. Рафаэль Сәғәҙәтов, Азамат Ғибәҙәтов, Вадим Сөләймәнов, Илгиз Зекриндар Чечен компанияһында ут эсенә инергә мәжбүр була.

Ауылдың күтәрелеш осоро үҙгәртергә

Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар башында Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозға Р. И. Шөғөров рәйес булып килгәс, ауыл өсөн күтәрелеш йылдарының бер этабы башлана. Ул эшләгән йылдар үҙе бер айырым дәүер булып тарихҡа инеп ҡалған.

Нияҙғол ауылы өсөн Р. Шөғөров байтаҡ эштәр башҡара. 1983 йылда белем усағының яңы бинаһын төҙөтә.

Р. Шөғөров етәкселегендә магазин (әле клубҡа әйләндерелгән), МТМ, гараж һалына. Районда беренсе булып Нияҙғол фермаһында һөт үткәргес ҡуйыла, мал ҡураһының тулыһынса яңынан ҡорола. Эшселәр өсөн тейешле шарттар булдырыла: фермала бетон иҙәндәр йәйелә, һауынсыларға ял итеү өсөн һәр береһенә айырым бүлмә эшләнә, дөйөм бүлмәлә мейес һалына. Һыйырҙарҙы аппараттар менән һауыу буйынса республика семинары ике тапҡыр Нияҙғол һөтсөлөк-тауар фермаһында үткәрелә.

Колхоз рәйесе шулай уҡ фельдшер-акушер пункты астырыуға, ауыл уртаһынан үткән машина юлын ауыл ситенән һалдырыуға өлгәшә. Һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск та уның башланғысы менән ҡуйыла.

Ул осорҙа ферма мөдире, бригадир, механик кеүек ауылдың үҫешен тәъмин итер вазифаларҙы Данияр Мирсаев, Таһир Ғибәҙәтов, Әхмәт Ғибәҙәтов, Марат Ғибәҙәтов, Фирғәт Сәғитов биләй.

Йәнүзә Рәхимоваға (Сәфәрғәлина) ВЛКСМ съезы эшендә ҡатнашыу бәхете тейә. Ул 1985 йылда Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале делегаты булып та һайлана.

Бөгөнгөһө үҙгәртергә

Әлеге көндә ауылда алтмыштан ашыу йортта 160 тирәһе кеше йәшәй.

Ауылда йәмғеһе дүрт урам бар: төп урам — Урал батыр урамы, артабан Мәктәп, Тау, Йылға аръяғы (халыҡ Шанҡай тип йөрөтә — «Шанхай» һүҙенән барлыҡҡа килгән) урамдары.

Нияҙғолда бөгөн башланғыс мәктәп (Дилбәр Ғибәҙәтова), медпункт (Сәкинә Билалова), һөтсөлөк-тауар фермаһы (Роза Сәғитова), клуб (Рәшиҙә Мирсаева) бар. Балалар артабан уҡыуҙарын Яңы Балапан урта мәктәбендә дауам итә. Һөтсөлөк-тауар фермаһына 2013—2014 йылдарҙа Зөлфиә Ғәлиуллина-Аҡбулатова етәкселек итә. Был осорҙа фермала Ижевск ҡалаһынан килгән белгестәр яңы һөт үткәргес ҡорҙо. З. Ғәлиуллина мөдир булған йылдарҙа коллектив бер нисә тапҡыр район буйынса алдынғы урындарҙы яулай. Һигеҙ-туғыҙ бала бағып үҫтергән ғаиләләр: Тайфур һәм Фәтиха Ғибәҙәтовтар, Ғәлләм һәм Хәнифә Ильясовтар, Данияр һәм Мөслимә Мирсаевтар, Хөсәйен һәм Мәхмүзә Әминевтар, Ғалип һәм Ишбикә Сәғитовтар, Вәкил һәм Мөнирә Сәфәрғәлиндар. Бөгөнгө көндә ауылда йәш һәм урта йәштәге ғаиләләрҙән Даян һәм Гөлнара Суриндар, Нәжип һәм Гөлсинә Шәрәфетдиновтар — дүрт бала, Ирек һәм Дилбәр Ғибәҙәтовтар өс бала тәрбиәләй. Район Советы депутаты — Ишморат Хабрахман улы Ҡалдаманов. Дүртенсе һанлы Нияҙғол округы буйынса Ташбулат ауыл биләмәһе Советы депутаты — Зәбир Данияр улы Мирсаев (1957 й.т.). Заманында Ташбулат ауыл Советы рәйесе лә булып эшләгән. Әүҙем тормош позициялы ауылдаштар: ауылдың имам-хатибы Рафаэль Шириязданов, оло инәйҙәр, әҙәплелек өлгөләре Мөслимә Мирсаева, Сәлимә Хәйруллиналар, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Ғибәҙәтов, уның улы, исем-шәрифе инде бер нисә йыл рәттән «Рәсәй тимер юлдары» компанияһының алдынғы хеҙмәткәрҙәре исемлегенә индерелгән Ирек Ғибәҙәтов, хаҡлы ялдағы оҫтабикә Зөлфиә Ғәлиуллина, шулай уҡ «тимер ене» ҡағылған оҫта, техниканы биш бармағы кеүек белеүе менә яҡын тирә-яҡта киң билдәле Нәжип Шәрәфетдинов һәм уның кәләше Гөлсинә, ауыл халҡын магазин менән тәъмин иткән эшҡыуар Зөбәйер Дилмөхәмәтов һәм уның хәләл ефете Венера ханым һәм башҡалар. Әлеге көндә Нияҙғолда Аҡбулатов, Арыҫланов, Ғибәҙәтов, Ғәлиуллин, Дилмөхәмәтов, Зекрин, Ильясов, Иғдисамов, Йәһүҙин, Кинйәбаев, Латипов, Мансуров, Мирсаев, Рәхимов, Сабиров, Сафуанов, Сөләймәнов, Сурин, Сәғитов, Таһиров, Фәттәхов, Фәхретдинов, Һибәтуллин, Хәйруллин, Шириязданов, Шәрәфетдинов, Әминев фамилияларын йөрөтөүселәр йәшәй.

Ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ шәхестәре үҙгәртергә

Ильясов Ғәлләм Илһам улы (1918) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Армия сафтарына 1939 йылда Әбйәлил районы хәрби комиссариаты аша алына. Артабан тура һуғышҡа инә. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа танк взводы командиры була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Хәрби званиеһы — гвардия өлкән сержанты.

Хәләл ефете Хәнифә менән туғыҙ балаға ғүмер бирәләр: Закир, Зәки, Камил, Шамил, Гөлъямал, Гөлйөҙөм, Хәмит, Гөлсөм, Гөлсирәгә. Мирсаев Данияр Тәфтизан улы. Ғүмер баҡый Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда эшләгән, ун биш йыл буйына бригадир йөгөн тартҡан. Данияр һәм Мөслимә Мирсаевтар ғаиләһендә барлығы бер ул һәм һигеҙ ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫә: Ғәшүрә, Мәҫкүрә, Зәбир, Гүзәл, Гөлсинә, Таңһылыу, Гөлирә, Әлфиә, Зөлфиә.
Шириязданов Рафаэль Хәлфетдин улы
Аҡбулатова Фәриҙә Шәрифулла ҡыҙы
Ғибәҙәтова Шәүрә Хәлим ҡыҙы
Хәйбуллина (Мирсаева) Мәҫкүрә Данияр ҡыҙы
Дауытова (Аҡбулатова) Зәкиә Харис ҡыҙы
Ғибәҙәтов Марат Тайфур улы
Мирсаев Зәбир Данияр улы
Ғәлиуллина (Аҡбулатова) Зөлфиә Харис ҡыҙы. Нияҙғол һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире булып эшләгән осорҙа (2013—2014 йылдар) ферма коллективы алдынғы урындарҙа булды. 2014 йылдың беренсе яртыһында Нияҙғол фермаһы «Иң яҡшы һөтсөлөк-тауар фермаһы» номинацияһында призлы урын яулай, 2-се дәрәжәле диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. 2016 йыл 4 март архивланған. Шулай уҡ 2014 йылдың икенсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса ла Нияҙғол фермаһы алдынғы урынды 2015 йыл 10 август архивланған. биләй.
Рәхимова (Сәфәрғәлина) Йәнүзә Вәкил ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағандан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй. Ферма мөдире йөгөн дә тартырға тура килә. Башҡортостан комсомолы делегаттары составында 1982 йылда ВЛКСМ-дың XIX съезында ҡатнаша. 1985 йылда Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале делегаты булып һайлана. 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса Йәнүзә Рәхимова «Иң яҡшы һауынсы» 2014 йыл 11 ғинуар архивланған. булып танылған.
Аҡбулатова Алһыу Ишмырҙа ҡыҙы
Ғибәҙәтов Ирек Марат улы
Ғибәҙәтова Дилбәр Рәжәп ҡыҙы

Мәғариф өлкәһе үҙгәртергә

Мәктәп һәм шәхестәр үҙгәртергә

Нияҙғол башланғыс мәктәбе 1937 йылдың ноябрь айында асыла. Ул йорт Истамғол Ильясовтыҡы була. Хәлле йәшәгән Истамғолды, кулак мөһөрө тағып, Себергә ебәргән булалар. Уға тиклем йәштәр ликбезға йөрөп белем ала.

1946 йылдың апрелендә өс йыллыҡ мәктәп дүрт йыллыҡ итеп үҙгәртелә.

Башланғыс мәктәптең тәүге уҡыусылары: Сурина Мәүлиҙә, Шәрәфетдинова Тәслимә, Сәғәҙәтов Фирғәле, Сөләймәнова Сафия, Ильясов Әбүзәр, Ғибәҙәтова Нәҡиә, Иғдисамов Әмир була.

Мәктәп асылғандан алып 1960-сы йылдарға тиклем белем биреүсе уҡытыусылар: Хатип Кәримов, Ғәзизә апай, Асия Иғдисамова, Күсемдән — Мәфтуха, Ташбулат ауылынан Мәғмүрә, Яхъя Һаҙыев, Нафиҡ Ғиниәт улы Хәмитов, Әнисә Хисмәтова, Фәрзәнә Һарун ҡыҙы Караматуллина, Зәйнәп Тимерхан ҡыҙы Камалеевалар.

1967 йылда мәктәпкә ауылдың беренсе коммунисы Нияҙғол Фәйзулла улы Сурин исеме бирелә. Ауыл советы председателе С.Б Хөшшәмов, ВЛКСМ-дан Бикмәтов, Б.Ә. Әйүпов һәм башҡалар килеп таҡтаташ асалар.

1967 йылдан йәш уҡытыусылар, ошо ауылдың ҡыҙы Рәйлә Арыҫланова, Гөлйыһан Салауатова, Хәмит Сурин уҡыта.

1983 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз етәкселеге ярҙамында мәктәп директоры Ф. Ш. Аҡбулатова тырышлығы менән яңы мәктәп төҙөлә. Әлеге көндә балалар ошо мәктәптә белем алалар. Был мәктәптә Ф. Ш. Аҡбулатова — 24 йыл, ә Ш. Х. Ғибәҙәтова 25 йыл дауамында балаларға белем бирәләр. Шулай уҡ Ф. Ш. Аҡбулатова 22 йыл мәктәпкә етәкселек тә итә. Улар икеһе лә хеҙмәт ветерандары.

Ф. Аҡбулатова менән Ш. Ғибәҙәтова 1995 йылда хаҡлы ялға киткәс, бер-бер артлы Миләүшә Ғибәҙәтова, Гүзәл Йәһүҙина, Айгөл Һибәтуллина, Эльза Таһирова, Сәбилә Усманова исемле йәштәр эшләй.

  • 2000 йылдың октябренән ошо ауылға килен булып төшкән Д. Р. Ғибәҙәтова эшләй башлай
  • 2001 йылдың февраль айынан Д. Р. Ғибәҙәтова мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә
  • 2002 йылдан мәктәпкә Ташбулат ауылынан А. Ю. Нурғәлина килеп уҡыта башлай
  • 2006 йылда мәктәп Яңы Балапан филиалы итеп үҙгәртелә
  • 2010 йылда капиталь ремонт үткәрелә: мәктәптең тышын заманса материалдар (сайдинг) менән көпләйҙәр, соланы яртылаш яңыртыла.
  • 2012—2013 уҡыу йылынан мәктәптә Д. Р. Ғибәҙәтова бер үҙе белем бирә
  • 2014—2015 уҡыу йылында Ф. Ш. Аҡбулатова исемендәге премия булдырылды. Ул Нияҙғол башланғыс мәктәбенең уҡыуҙа алдынғылыҡты биләүсе, спортта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, бер йә ике уҡыусыға уҡыу йылы аҙағында тапшырыла. Бағымсылары — Фәриҙә Шәрифулла ҡыҙының балалары Алһыу, Айбулат, Айгөл Аҡбулатовтар.

Уҡытыусы Дилбәр Ғибәҙәтованың педагогик эшмәкәрлектә ҡаҙанған уңыштары:

  1. 2010—2011, 2012—2013 уҡыу йылдарында Нияҙғол башланғыс мәктәбен яңы уҡыу йылына яҡшы итеп әҙерләгән өсөн Әбйәлил район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  2. 2011 йылда үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Әбйәлил район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  3. 2013 йылда Ташбулат ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләй.
  4. 2013 йыл «Йыл уҡытыусыһы» район бәйгеһендә ҡатнаша.
  5. 2014 йылда «Магистр» педагогтар берләшмәһенең мәғлүмәт үҙәге үткәргән «Ҡарабаш турғайҙың бер көнө» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй «Кластан тыш сараларҙың методик күрһәтмәләре» бәйгеһендә 2-се дәрәжәле дипломға эйә була.
  6. 2014 йылда Әбйәлил районы мәғариф бүлеге үткәргән «Иңдәрҙән-иң синыф етәксеһе» 2016 йыл 4 март архивланған. район бәйгеһендә 3-сө урын яулай. Был сарала ҡатнашҡан урта мәктәптәр педагогтары араһында берҙән-бер аҙ комплектлы мәктәп уҡытыусыһы була.
  7. 2014 йылда үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Әбйәлил районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  8. 2015 йылда «Башланғыс синыфтар аҙналығы» район бәйгеһендә 1-се урынға сыға.

Уҡытыусы Дилбәр Рәжәп ҡыҙы Ғибәҙәтова етәкселегендә уҡыусыларҙың яулаған уңыштары:

  1. 2013 й. Диана Ғибәҙәтованың «Магистр» педагогтар берләшмәһенең мәғлүмәт үҙәге үткәргән «Ҡарабаш турғайҙың бер көнө» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй Интернет-бәйгеһендә «Яңы йыл төнө» исемле иншаһы — 2-се, ә һүрәте 3-сө урынға лайыҡ булған.
  2. 2013 й. Диана Ғибәҙәтованың эше Башҡортостан уҡыусыларының кесе фәнни академияһы республика ижад берекмәһе үткәргән мәктәп уҡыусыларының тикшеренеү эштәренең республика бәйгеһенең район этабында 2-се урынға лайыҡ була.
  3. 2013 й. Диана Ғибәҙәтова (3-сө синыф) районда үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә «Иң әүҙем әкиәтсе» номинацияһында еңеүгә ирешә
  4. 2015 й. Лилиә Сәғитова (4-се синыф). «Һинең менән ғорурланам, Әбйәлилем!» тип исемләнгән шиғриәт бәйгеһенең район турында 1-се урын.
  5. 2015 й. Динияр Ғибәҙәтовтың (1-се синыф) эше Башҡортостан уҡыусыларының кесе фәнни академияһы республика ижад берекмәһе үткәргән мәктәп уҡыусыларының тикшеренеү эштәренең республика бәйгеһенең район этабында — 1-се урынға, ә сығышы 3-сө урынға лайыҡ була.
  6. 2015 й. Нурия Шәрәфетдинова (1-се синыф). «Һинең менән ғорурланам, Әбйәлилем!» тип исемләнгән шиғриәт бәйгеһенең зона турында 1-се урын яулай.
  7. 2015 й. Динара Ғибәҙәтова (етәксеһе — Д. Р. Ғибәҙәтова). «Эрудит» район бәйгеһендә — 3-сө урын, «Минең кесе атайсалым» презентациялар район бәйгеһендә — 3-сө урын.
8. 2016 й. Наҙгөл Йәһүҙина (1-се синыф) Башҡортостан уҡыусыларының кесе фәнни академияһы республика ижад берекмәһе үткәргән мәктәп уҡыусыларының тикшеренеү эштәренең республика бәйгеһенең район этабында 1-се урын.

Һандар һәм факттар үҙгәртергә

Нияҙғол башланғыс мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың 13-ө юғары һөнәри белем алһа, 26-һы урта махсус белемгә эйә була. Юғары белемлеләрҙең етәүһе — педагогиканы, икәүһе — ауыл хужалығы өлкәһен, тағы икәүһе — хоҡуҡ өлкәһен һәм берәүһе — медицинаны һайлаһа, берәүһе техник вуз тамамлаған.

Рафаэль Хәлфетдин улы Шириязданов — иң тәүге ун класс белем алған, иң тәүге булып юғары уҡыу йортон тамамлаусы.

Гөлсирә Ғәлләм ҡыҙы Дилмөхәмәтова-Ильясова Башҡорт дәүләт медицина институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.

Ф. Ш. Аҡбулатова исемендәге премия лауреаттары үҙгәртергә

2015 йыл: Руслан Сурин һәм Лилиә Сәғитова.

2016 йыл: Динияр Ғибәҙәтов, Руслан Йәһүҙин, Нурия Шәрәфетдинова.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 235 тирәһе
1920 йыл 26 август 155
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 136
1959 йыл 15 ғинуар 230
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 181
2002 йыл 9 октябрь 186
2010 йыл 14 октябрь 168 82 86 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 56 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 10 км.

Ауыл янынан Сибай-Магнитогорск-Өфө тимер юлы һалынған.

Нияҙғолдан 1,5 км алыҫлыҡта Магнитогорск-Өфө автотрассаһы үтә.

Ауыл ике яҡтан тауҙар менән, ике яҡтан урмандар менән уратып алынған.

Ауылдың тирә-яғында Ҡырҡты, Әйеүкә һәм кесерәк Әбей тауы исемле тауҙар, Уртаһаҙ исемле ялан бар.

Ауылда быуа быуылған. Сөрөмбәт исемле бәләкәй йылға аға.

Тәүге китап үҙгәртергә

Тарихта беренсе тапҡыр 2015 йылда Нияҙғол ауылы һәм уның кешеләре хаҡында башланғыс мәғлүмәттәр тупланған «Ауылым — алтын бишегем» тип исемләнгән китап донъя күрҙе. Ул бер төркөм ауылдаштарҙың мәғлүмәти һәм матди ярҙамы менән нәшер ителде.
Йыйынтыҡтың төҙөүсеһе һәм махсус мөхәррире — Алһыу Аҡбулатова.

Китапҡа тарих төпкөлдәренән бөгөнгө көнгәсә ауыл һәм, шулай уҡ, Нияҙғол башланғыс мәктәбе тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр, күркәм ғаиләләр, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ ауылдаштарыбыҙ хаҡында яҙмалар индерелде.

Әҙәбиәт йылына арнап, ауылдаштар ижадына ла иғтибар бүленгән. Алтмышлап йорттан торған ауылда тыуып-үҫкән Мәҫкүрә Данияр ҡыҙы Хәйбуллина (Мирсаева) — әҙибәләр сафын лайыҡлы рәүештә тулыландырған Нияҙғол ҡыҙы. Йыйынтыҡта ауыл һәм ауылдаштар хаҡында матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләрҙе лә күрергә була.

Китап 27 июндә үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы айҡанлы сығарылды. Уны ауылдаштарға бүләк итеү хоҡуғы нияҙғолдар араһында иң тәүге булып юғары белемгә эйә булыусы, ғүмер баҡый етәксе вазифаларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ауылдың дини эшмәкәре Рафаэль Ширияздановҡа бирелде.

Нияҙғолдар тураһында — матбуғат биттәрендә үҙгәртергә

  • Агзамова, Р. Быть среди людей — счастье 2016 йыл 4 март архивланған. / Р. Агзамова. — Аскарово: «Абзелил». — 2013 г. — 26 сентября.
  • Аҡбулатова, А. Мәктәбем — белем һәм матурлыҡ усағы 2016 йыл 4 март архивланған. / А. Аҡбулатова. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2014 й. — 29 август. — 3-сө бит.
  • Аҡбулатова, А. Нияҙғолом — алтын бишегем / А. Аҡбулатова. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2015 й. — 27 июль. — 1, 3-сө бит.
  • Ауылым — алтын бишегем / Төҙөүсеһе һәм махсус мөхәррире А. И.Аҡбулатова. — Сибай: Сибай ҡала типографияһы, 2015. — 74 бит. Йыйынтыҡта Әбйәлил районы Нияҙғол ауылы һәм уның кешеләре тураһында башланғыс мәғлүмәттәр тупланған.
  • Бәшәрова, З. Әкиәт — хыялға ҡанат / З. Бәшәрова. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2015 й. — 03 март. — 2-се бит.
  • Бәшәрова, З. Иңдәрҙә ҡанат тойоп 2016 йыл 9 март архивланған. / З. Бәшәрова. — Өфө: «Башҡортостан» гәзите. — 2015й. — 25 март. — 2-се бит.
  • Ғибәҙәтова, Д. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр 2016 йыл 4 март архивланған. / Д. Ғибәҙәтова. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2014 й. — 8 апрель. — 3-сө бит.
  • Ғибәҙәтова, Д. Сибайҙа ла булдыҡ беҙ… / Д. Ғибәҙәтова. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2014 й. — 10 октябрь. — 6-сы бит.
  • Маҡсаттар бойомға ашырлыҡ 2016 йыл 4 март архивланған. (Ибраһим Әминев тураһында телгә алынған). — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2015 й. — 13 март.
  • Марат Ғибәҙәтов тураһында. — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2009 й. — 4 июнь. — 1-се бит.
  • Маратова, Т. Не ради наград 2016 йыл 4 март архивланған. (про М. Гибадатова) / Т. Маратова. — Аскарово: «Абзелил». — 2012 г. — 27 ноября.
  • Признаны победителями 2016 йыл 4 март архивланған. (по итогам первого полугодия 2014 г. Про Ниязгуловскую ферму. Зав.фермой — З. Х. Галиуллина). — Аскарово: «Абзелил». — 2014 г. — 17 июня.
  • Признаны лучшими 2015 йыл 10 август архивланған. (по итогам второго полугодия 2014 г.). — Аскарово: «Абзелил». — 2015 г. — 10 февраля.
  • Работать и дальше (про передовую доярку Ишсылу Сарину (в девичестве Аминеву)). — Аскарово: районная газета «Абзелил». — 2014 г. — 28 июня. — С. 1.
  • Руденко, С. И. «Башкиры: Историко-этнографические очерки» / С. И. Руденко. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с.
  • Сәғитова, Л. Театрҙа ҡунаҡта / Л. Сәғитова. — Өфө: «Йәншишмә» респ.гәзите. — 2014 й. — 3 октяюрь. — 5-се бит.
  • Уңыштарҙы барлайбыҙ (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғаҙ ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Ғибәҙәтов тураһында телгә алынған). — Асҡар: «Осҡон» район гәзите. — 2013 й. — 24 ғинуар. — 2-се бит.
  • Юмагужина, Т. Есть корма — будет и продукция: Труженики СПК им. Кусимова хорошо понимают эту истину (статья про Марата Гибадатова) / Т. Юмагужина. — Аскарово: районная газета «Абзелил». — 2011 г.
  • Юмагужина, Т. Бескормица отменяется(недоступная ссылка): В ООО «Кусимово» делают все, чтобы без волнений встретить даже самую суровую зиму / Т. Юмагужина. — Аскарово: «Абзелил». — 2013 г. — 02 июля.

Ауылдаштар ижады үҙгәртергә

Мәҫкүрә Хәйбуллина (Мирсаева) үҙгәртергә

Бала саҡҡа ҡунаҡҡа

Тыуған яҡ ҡайындарымды
Бер ҡайтып күрәм әле.
Ялан аяҡлап йүгергән
Урамдан үтәм әле.
Ҡыштарымда сана шыуған
Тауыма менәм әле.
Йәйҙәремдә ҡаҙҙар көткән
Һыу буйын гиҙәм әле.
Бала саҡ шуҡлыҡтарымды
Иҫемә төшөрөрмөн.
Еңгәләрҙе бер-беренә
Саҡырып килтерермен.
Шелтәләмәҫ быға әсәм
Бары ул мине аңлар.
Бала сағына ҡунаҡҡа
Ҡайтҡан бит, тиеп уйлар.

Өс балам — өс алтыным

Йөрәгемде hурып алалманың,
Алhаң да hин тартып балдаҡты.
Өндәшмәнем. Бары ayыpтыyҙaн
Һыйпап ҡына ҡуйзым бармаҡты.
Алтын балдаҡтан да ҡиммәт миңә
Йөрәк ярып сыҡҡан өс балам.
Йығылманым. Таянысым булды
Өс алтыным минең — өс тaғaн.
Fәфү һорар, тиеп өмөтләнмә,
Яҙмышыма хужа мин үзем.
Балдаҡ менән бергә бәхетеңде
Һурып ыpғытыyсы — hин үзең.
Үкенмәйем, hис тә үкенмәйем,
Үтте, тиеп, ғүмep бер эҙhеҙ.
Киләсәгем — өс алтыным, тиеп,
Сәскә атам әле мин hинhеҙ.

Айгөл Аҡбулатова үҙгәртергә

Тубырсығым етмәне
Атайым менән урманда
Тубырсыҡтар беҙ йыйҙыҡ.
Өйгә ҡайтҡас та, уларҙан
Эшләнек куп уйынсыҡ.
Әсәйем эшләне ҡуян,
Ә мин — һары бәпкәне.
Торнаны ла эшләр инем,
Тубырсығым етмәне.
2000 йыл, ғинуар
Тышта саф һауа,
Ап-аҡ ҡар яуа.
Тауҙа балалар
Санала шыуалар.
1998 йыл, декабрь;
Минең матур бесәйем бар
Исеме Мыяубикә.
Уға хәҙер өс йәш тулды,
Ни эшләп ул һаман иркә?
1998 йыл, июнь

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.-Л., 1955. (рус.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә