Никитин Сергей Яковлевич (физик)

совет ғалимы, физик-экспериментаторы, физика-математика фәндәре докторы (1949), Сталин премияһы лауреаты.

Никитин Сергей Яковлевич (3 апрель 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}), Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d]1990) — совет ғалимы, физик-экспериментаторы, физика-математика фәндәре докторы (1949), Сталин премияһы лауреаты.

Никитин Сергей Яковлевич (физик)
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 апрель 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1990
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны «МИФИ» Милли ядро тикшеренеү университеты (Мәскәү инженерлыҡ-физика институты)
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

1916 йылдың 3 апрелендә Таганрог ҡалаһында тыуа.

1933 йылда мөктөпте һәм фабрика-завод училищеһын тамамлағандан һуң Ленинградта ОГПУ исемендәге Оптик-механика заводында токарь булып эшләй.

1934 йылда — Элемтә инженерҙары институты студенты. Беренсе курстан һуң Ленинград политехник институтының инженер-физика факультетына күсә, уны 1939 йылда тамамлай.

1938 йылдан Ленинград физика-техник институтының ғилми хеҙмәткәре.

1941—1943 йылдарҙа Балтиҡ флотында карабтарҙы магнитһыҙландырыу буйынса эшләй.

1943 йылда СССР Фәндәр Академияһының 2-се Лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1944 йылдан 1946 йылға тиклем Физика проблемалары институтында эшләй һәм 1944 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1946—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының 3-сө лабораторияһында (1958 йылдан ИТЭФ) (Мәскәү) эшләй, шул иҫәптән лаборатория мөдире вазифаһын башҡара.

1945 йылдан Мәскәү инженер-физика институтында уҡыта, ғүмеренең аҙағына тиклем ИТЭФ-та семинар алыр бара[1].

Физика-математика фәндәре докторы (1949), профессор.

Атом ядроһы физикаһы, нейтрон физикаһы өлкәһендәге эштәр авторы, .

Наградалары үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Улы Никитин, Сергей Сергеевич (тыу. 1954).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Атомный проект СССР: ч. 1-2. 1938—1945. Л. Д. Рябев. Наука, 2002

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://www.itep.ru/upload/iblock/62f/r929g.pdf

Л.Б. Окунь НИКИТИН Сергей Яковлевич // УФН, т. 162, No 9, с. 177.

Фото