Нижинский Вацлав Фомич

Ва́цлав Фоми́ч Нижи́нский (пол. Wacław Niżyński; 12 март 1889 йыл, Киев, Рәсәй империяһы — 8 апрель йә 11 апрель 1950 йыл, Лондон, Бөйөк Британия) — рус балет артисы, хореограф, бейеү сәнғәте новаторы. Дягилевтың Рус балетында төп бейеүселәрҙең береһе. Бронислава Нижинскаяның ағаһы. «Весна священная», «Фавндың төштән һуң ялы»,«Уйындар» һәм «Тиль Уленшпигель» спектаклдәре хореографы. 1909—1913 йылдарҙа Дягилевтың Рус балетында әйҙәүсе бейеүсе һәм балетмейстер.

Вацлав Нижинский
Исеме:

Вацлав Фомич Нижинский

Тыуған ваҡыты:

12 март 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Киев, Рәсәй империяһы

Вафат ваҡыты:

8 апрель 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (61 йәш)

Вафат урыны:

Лондон, Бөйөк Британия

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Театр:

Ҡалып:Балет Мариинского театра

Наградалары:

Ҡалып:Командор ордена Академических пальм

1913 йылдан эмиграцияла йәшәй.

1950 йылдың 8 апрелендә Лондонда вафат булған. 1953 йылда Парижда Монмартрҙа бөтә донъяға билдәле балет артистары янында ҡайтанан ерләнгән.

Биографияһы үҙгәртергә

 
Вацлав Нижинский (1907)
 
Вацлав Нижинский «Видение Розы» балетында (1911)

Киевта профессиональ балет артистары Томаш Нижинский менән Элеонора Береда ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе сығышы менән Польшанан. Тыуған көнө билдәле түгел, балет белгесе В. М. Красовская төрлө көндәрҙе күрһәтә: 1889 йыл 17 декабрь; 1890 йыл 12 март{{sfn|Красовская|1981}. Ике йылдан һуң уларҙың тағы бер балаһы тыуа— Бронислава. 1882- 1894 йылдарҙа Томаш менән Элеонора Йозеф Сетовтың балет труппаһы менән гастролдә була.Аталары балаларын балетҡа кесе йәштән өйрәтә башлай. Сәхнәгә Вацлав тәү тапҡыр биш йәшендә сыға, Одесса тетрында гопак бейеүен башҡара [1].

1894 йылда Йозеф Сетов үлгәндән һуң труппа тарҡала.Томаш Нижинский үҙ труппаһын булдырып ҡарай, тик эш килеп сыҡмай.Ғаилә осраҡлы килешеүҙәр менән генә аҡса таба. Вацлав ҙур булмаған номерҙар менән сығыш яһап, атаһына ярҙам иткәндер тиҙәр. Мәҫәлән Раштыуа ваҡытында ул Түбәнге Новгородта сығыш яһай. 1897 йылда Финляндияла гастролдә саҡта , Т. Нижинский йәш бейеүсе Румянцеваға ғашиҡ була һәм ғаиләһен ҡалдыра. Элеонора өс балаһы менән Петербургҡа китә. Петербург балет училищеһында эшләп йөрөгән поляк бейеүсеһе Станислав Гиллерт ярҙам ҡулы һуҙа[2].

Һәләтле бейеүсе Вацлавты Петербург балет училищеһына алалар( 1898) [3]. Ике йылдан һуң училищеға Броняны ла алалар. Вацлавтың характерында ниндәйҙер сәйер һыҙаттар барлығы һиҙелә, ләкин ул бик һәләтле бейеүсе булғанлыҡтан заманында билдәле бейеүсе булған педагог Н. Г. Легаттың иғтибарын үҙенә йәлеп итә[4].

1905 йылдың мартынан педагог Михаил Фокин сығарылыш класы уҡыусыларының имтиханы өсөн балет ҡуя. «А́цис һәм Галатея» уның тәү башлап ҡуйған балеты була. Фавн роленә Фокин сығарылыш класында уҡымаған Нижинскийҙы саҡыра. 1905 йылдың 10 апрелендә Петербургтағы Мария театрында был спектакль ҡуйыла, рецензияларҙа Нижинскийҙың ғәҙәттән тыш һәләтле булыуы тураһында яҙыла:

Сығарылыш класынан Нижинский барыһын да хайран ҡалдырҙы: йәш артисҡа саҡ 15 йәш тулған, уға мәктәптә тағы ике йылға ҡалырға тейеш. Һәр хәлдә шундай һирәк осрай торған һәләтте күреүе күңелле. Еңеллек һәм элевация матур һәм йомшаҡ хәрәкәттәр менән бергә- һоҡланғыс күренеш. <…> 15 йәшлек артист вундеркинд булып ҡына ҡалмаһын, ары камиллаша барһын тип теләргә ҡала .

Борисоглебский М. В. Материалы по истории русского балета. 1939. С. 111—112[5].

1907 йылда Нижинский училищены тамамлай һәм Мария театрына ҡабул ителә[3], был театрҙа ул 1906 йылдан алып сығыш яһай башлаған була. Һәләтле бейеүсе бик тиҙ арала театрҙың премьерына әйләнә, М. Ф. Кшесинская, О. И. Преображенская, Анна Павлова, Тамара  Карсавинаның партнёры булараҡ сығыш яһай[3]. М. М. Фокиндың «Армида павильоны» (Аҡ тәнле ҡол, 1907), «Мысыр төндәре» (Ҡол, 1908), «Шопениана» (1908) һәм башҡа академик балеттарҙа ҡатнаша.Мария театрында 1911 йылдың ғинуарына тиклем эшләй, «Жизель» балетында әҙәпһеҙ кейемдә сығыш яһаған өсөн тип император ғаиләһе талабы буйынса эшенән бушатыла[3][6].

С. П. Дягилев В. Ф. Нижинскийҙы Париждағы Урыҫ сезондарында (1909) ҡатнашырға саҡыра. Бейеүсе Европала иҫ киткес һәләтле бейеүсе булып таныла. Бик бейек итеп һикерә алғанға һәм оҙайлы элевация (оҙон итеп һикерә алыу) эшләй алған өсөн уны ҡош кеше , икенсе Вестрис тип йөрөтә башлайҙар. 1909 - 1913 йылдарҙа Нижинский Урыҫ сезондарының төп бейеүсеһе була, Фокиндың бығаса ҡуылған һәм яңы балеттарында ролдәр башҡара. 1912 йылда Фокин труппаны ташлап киткәндән һуң Нижинский бер аҙ балетмейстер ҙа була, «Весна священная» һәм «Уйындар» балеттарын ҡуя.

Бүләктәре үҙгәртергә

Әҫәрҙәр үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • 1968 йылда Монакола балет артистары һәм хореографтар өсөн Нижинский премияһы булдырыла.
  • 2011 йылдың 11 июнендә «Дягилевтың Рус балеты»на 100 йыл тулыу айҡанлы Варшава Ҙур театрында Вацлав менән Бронислава Нижинскийҙарҙың бронза һындары ҡуйыла (Фавн һәм Нимфа, скульпторы Геннадий Ершов).
 
Нижинский в роли фавна, скульптор Геннадий Ершов. Установлено в 2011 году в Большом Театре в Варшаве

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Parker, 1988, p. 19–22, 28
  2. Parker, 1988, p. 22–25
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Красовская, 1981
  4. Бахрушин, 2009, с. 300
  5. Борисоглебский М. В. «Материалы по истории русского балета» // Л.: Изд. Ленингр. Гос. хореограф. училища. — 1939. — Т. 2 — С. 111—112
  6. Амиржамзаева О. А., Усова У. В. Самые знаменитые мастера балета России. — М. : Вече, 2002. — С. 307. — 477 с.
  7. Нехендзи А. Н. Примечание 136 // Мариус Петипа. Материалы. Воспоминания. Статьи / Отв ред. Ю. И. Слонимский; составитель и автор примечаний А. Н. Нехендзи. — 1-е. — Л. : «Искусство», 1971. — 446 с. — 40 000 экз.

Библиография үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Балеты Вацлава Нижинского