Нида (курорт ҡасабаһы)

Литваның Курш моронондағы курорт ҡасабаһы, административ үҙәк булып торған Неринг ҡалаһының бер өлөшө

Нида [1] йәки Нида[2][3] (литва телендә Nida[3], нем. Nidden) — Литваның Курш моронондағы курорт ҡасабаһы[1], административ үҙәк булып торған Неринг ҡалаһының бер өлөшө (литва теле miesto dalis [3]). Халыҡ һаны — 1 178.

Нида
лит. Nida
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Nida
Дәүләт  Литва
Административ-территориаль берәмек Нерингское самоуправление[d]
Халыҡ һаны 2385 кеше (2012)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 5 метр
Почта индексы LT-93012
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1385
Карта
 Нида Викимилектә

Томас Манн йорто
Иҫке зыярат
Нидала ҡунаҡхана-кафе
Нидала яңы католик сиркәүе

Тарихы үҙгәртергә

Тевтон ордены йылъяҙмаларында шундай исемле ауыл беренсе тапҡыр һәм 1429 һәм 1497 йылдарға ҡарай, ләкин ул саҡтағы Нида хәҙерге ҡасабанан ике километр көньяҡҡараҡ урынлашҡан булған. Аҙашып йөрөгән дюналар ҡурҡынысы янағанлыҡтан, 1784 йылда ҡасаба үҙенең хәҙерге урынына күсерелгән. 1874 йылда Урбас дюнаһында Нида маяғы төҙөлгән. Һуңғараҡ уны немец ғәскәрҙәре ҡыйратҡан, әммә һуғыштан һуң совет власы тергеҙгән.

1919 йылға тиклем Нида Көнсығыш Пруссия составына ингән, Версаль тыныслыҡ килешеүе (1919) буйынса 1920 йылда, Клайпеда крайы менән бергә, Курш морононоң төньяҡ өлөшө Антанта ҡарамағына тапшырылған, ә 1923 йылда был территорияларҙы Литва, ә 1939 йылдың мартында Германия яулап алған, ә Икенсе донъя һуғышынан һуң Литва ССР-ы составына ингән. Литва мороно яртыһындағы Нида һәм башҡа ҡасабалар (Юодкранте, Прейла һәм Пярвалка), бер-береһенән бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан ҡасабалар менән административ идара итеүҙе ябайлаштырыу маҡсатында, Неринга ҡалаһы булып берләштерелһә лә, улар ваҡытта ла берҙәм ҡала ойоштормаған.

Совет власы осоронда Нидала «Guboja» (архитекторы А. Завиша), «Žuvėdra», «Nerija» ял йорттары, милиция һәм һаҡлыҡ кассаһы (архитекторы Й. Панавас), Неринг башҡарма комитеты бинаһы (архитекторы Г. Тушкус), «Ešerinė» йорто (архитекторы В. Гуогис), «Agilа» кинотеатры, йәштәр турбазаһы төҙөлгән. Ҡасаба архитектор Р. Краняускас проекты буйынса Оло дюналар яғына саҡлы киңәйтелгән.

1970-сы йылдарҙа литва мороно яртыһындағы Нида һәм башҡа ҡасабаларында совет партия номенклатураһы өсөн ябыҡ курорт ҡасабаларына әүерелгән. Төҙөлөштәрҙе, эшмәкәрлеге сәнәғәт эшмәкәрлеген ҡәтғи сикләүҙәр, субсидия арҡаһында, Нида һәм уның тирә-яҡ территорияһы таҙа һәм ҡала һәм бысратылмайса һаҡланған.

Бөгөнгө тормошо үҙгәртергә

Балыҡсылыҡ халыҡтың төп кәсебе булып ҡала; күп кешеләр туризм менән мәшғүл. Ҡасабаның үҙенең балалар баҡсаһы, мәктәбе, полиция бүлексәһе һәм дауаханаһы бар.

Транспорты үҙгәртергә

Нидала велосипед транспортына һәм сигвейҙарға, оло иғтибар бүленгән, тейешле һалым түләп, шәхси автомобилдә, автобустарҙа һәм таксиҙа йөрөргә мөмкин. Шулай уҡ ҙур яхта туҡталҡаһы бар.

Туризм үҙгәртергә

Беҙҙең көндәрҙә Нидаға килеүсе туристарҙың һаны (һәр йыл һайын яҡынса илле мең) урынлаштырыу өсөн урындарҙың аҙ булыуы (сөнки Нидала иҫке йорттарҙы ғына үҙгәртеп ҡороу йәиһә иҫке йорттар урынында ғына яңы йорт төҙөү рөхсәт ителә, ирекле биләмәлә торлаҡ төҙөлөшө тыйыла), Клайпедаға һәм морон территорияһына шәхси транспорт менән инеү өсөн машиналарҙы түләүле паромлы кисеүҙәр аша үткәреү хоҡуғына эйә булыу арҡаһында сағыштырмаса түбән булып ҡала.

Нидаға туристар башлыса килгән Литванан, Латвиянан,Рәсәйҙән, Германиянан килә.

2000 йылдан башлап һәр йыл һайын Нидала джаз фестивале ойошторола. Туристар ҡасабала һәм уның эргә-тирәһендәге дюналарҙы (Европала иң бейектәренең береһе), ҙур ҡояш сәғәтен, этнография һәм гәрәбә музейҙарын һәм 1888 йылда төҙөлгән неоготик сиркәү бинаһын ҡарай ала. Ҡасаба эргәһендә кемпинг урынлашҡан.

Нида пляжы «Зәңгәр флаг» статусына тап килә.

Гәрәбә үҙгәртергә

Нерингала иң киң таралған ҡаҙылма таш — гәрәбә янтарь. Ҡалала гәрәбә әйберҙәр һатып алырға мөмкин булған урындар бик күп.

Нида менән бәйле билдәле кешеләр үҙгәртергә

  • Томас Манн — яҙыусы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Нидала 1930 йылдан башлап 1932 йылға тиклем йәшәгән. Уның йорто һаҡланып ҡалған, һәм хәҙер унда яҙыусыға арналған мәҙәни үҙәк һәм шулай уҡ ҙур булмаған мемориаль экспозиция урынлашҡан .
  • Альгирдас Бразаускас — Литваның экс-президенты. Нидаға йыш килгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. Ҡалып:ИпРПГН
  3. 3,0 3,1 3,2 Ҡалып:Vietovardziai.lki.lt

Һылтанмалар үҙгәртергә