Нефтяник (стадион, Өфө)

«Нефтсе» стадионы — Өфөләге футбол стадионы, «Өфө» футбол клубының үҙ стадионы.

Нефтсе

«Өфө» — «Урал» матчы, 15.09.2015
Урынлашыуы

Өфө Өфө

Асылған

1967

Реконструкцияланған

20122015

Һыйҙырылышлығы

15 200[1]

Өйҙәге команда

«Өфө»

Япма

яһалма

 Нефтсе Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Реконструкцияға тиклем 10200 тамашасыны һыйҙыра. Әлеге ваҡытта реконструкция эше тамамланған. [2]. 2015 йылдың 9 авгусында реконструкциянан һуң, Рәсәй буйынса футбол чемпионатына ярашлы, стадион асыуҙың матчы була. Урындағы "" футбол клубы менән Рәсәй чемпионы Санкт-Петербургтың «Зенит» футбол клубы ярыша (0:1)[3].

Реконструкция үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Реконструкциияға тиклем
  Реконструкцииянан һуң

2012 йылдың февралендә, сираттағы реконструкция өсөн проект раҫлана һәм финанслау өсөн 300 миллион һум аҡса бүленә. Проект документацияһына ярашлы, реконструкциянан һуң футбол майҙаны автоматлаштырылған йылытыу системаһы һәм яһалма үлән газоны менән йыһазландырыла. Трибуналағы урындар иҫәбе 16 меңгә тиклем арттырыла. Территория артында 50 урынлыҡ ҡунаҡхана, 932 урынлыҡ машина ҡуйыу урыны булдырыу планлаштырыла. Төҙөлөш эштәре 2014 йылдың октябрендә тамамланырға тейеш була.

2012 йылдың июнендә ҡунаҡ трибунаһы һәм административ здание емертелә. 2013 йыл аҙағында стадионда трибуналар төҙөү башлана. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов һүҙҙәре буйынса, 2014 йылдың сентябренә 16 меңгә иҫәпләнгән трибуналар, яҡтырыту һәм йылытылған яҡшы майҙан әҙер булырға тейеш була. Матчтар үткәреү өсөн бөтә кәрәкле шарттарҙы ла булдырыу маҡсат итеп ҡуйыла. 2014 йылдың декабрендә «Өфө» етәкселеге, 2014—2015 йылда үтәсәк Рәсәй чемпионатының ошо стадионда үткән яҙғы өлөшө Ҡазанда йәки Пермдә үтәсәк, тип белдерә. Стадионды реконструкциялауҙы 2015 йылдың майына тамамларға тип хәл ителә.

2015 йылдың февраленә төп төҙөлөш эштәре бөтә. Бизнес-Онлайн телевидениеһы видеоһынан трибуналарҙың, инеү, сығыу урындарының, таблоларҙың әҙер, трибуна өҫтөндәге ҡыйыҡ төҙөүҙең һуңғы штрихтары барыуы күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә