Нептуний (лат. Neptunium, Np) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 93. Атом номеры 93.Актиноидтар ғаиләһенә ҡарай . Был беренсе трансуран элемент, Ерҙә уның эҙҙәре генә осрай, уны урандан ядро реакцияларыярҙамында яһалма рәүештә алғандар.

Нептуний
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Нептун
Асыусы йәки уйлап табыусы Макмиллан, Эдвин Маттисон[d] һәм Филипп Хауге Абельсон[d]
Асыу датаһы 1940
Элемент символы Np[1]
Химик формула Np[2]
Каноническая формула SMILES [Np][2]
Атом һаны 93
Электр кирелеге 1,36
Ионный радиус 1,01 ангстрем[3], 0,87 ангстрем[3], 0,75 ангстрем[3] һәм 0,72 ангстрем[3]
 Нептуний Викимилектә

Символы үҙгәртергә

Нептуний элементының символы — Np (Нептуний тип уҡыла).

Тарихы үҙгәртергә

Атом ядроһы тарҡалыу теорияһы ҡабул ителгәнгә тиклем 93-сө элементты табыу тураһында өс тапҡыр иғлан ителә һәм улар хата булып сыға: аусоний (Ausonium) — Италияла (Энрико Ферми), богемий (Bohemium) — Чехословакияла (1934) һәм секваний (Sequanium) — Румынияла (1939).

Беренсе тапҡыр нептунийҙы Э. М. Макмиллан һәм Ф. Х. Абельсон 1940 йылда ала.

Синтезы реакцияһы: 238U(n,γ)239U(β)239Np.

Атамаһы [[Плутон (планета)|]Плутон планетаһына] бағышланған.

Сығарып алыу үҙгәртергә

Нептунийҙы нептуний фторидын (IV) 1600 К температурала барий парҙары менән тергеҙеп алалар:

 

Үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Ябай нептуний — еңел сүкелеүсән, сағыштырмаса йомшаҡ, көмөшһыу ялтырауыҡлы металл. Был иң ауыр металдарҙың береһе: ул тығыҙлығы буйынса осмий, иридий, аҡ алтын һәм ренийҙан ғына ҡалыша.

Ҡоро һауала яй окислана, йоҡа оксид яры менән ҡаплана. Һауа температураһы юғары булһа, ул бик тиҙ NpO2 тиклем окислана.

Берләшмәләрҙә окисланыу дәрәжәһе +2-нән +7-гә тиклем. Иретмәләрҙә Np3+, Np4+, NpO2+, NpO22+ NpO һәм53− иондары барлыҡҡа килтерә.

Нептуний иондары гидролизға һәм комплекстар барлыҡҡа килтереүгә һәләтле.

Изотоп үҙгәртергә

Нептуний изотоптарының ҡайһы бер радиоактив үҙенсәлектәре :

Масса һаны Ярым тарҡалыу осоро Тарҡалған типтары
231 50 мин α
232 13 мин электрон баҫып алыу
233 35 мин α (1 %), электрон баҫып алыу (99 %)
234 4,4 көн α (1 %), электрон баҫып алыу (99 %)
235 410 көн β+ (1 %), электрон баҫып алыу (99 %)
236 5000 йыл α
237 2,20·106 йыл α
238 Көн - 2,1 β
239 Көн 2,33 β
240 7,3 мин β
241 16 мин β

Ҡулланылышы үҙгәртергә

Плутоний алыу өсөн ҡулланыла.

Физиологик сифаттары үҙгәртергә

 

Радиоактив тарҡалғанда нептун юғары энергетик α-киҫәксәләр һәм урта энергиялы β-киҫәксәләр сығара. Нептундың физиологик йоғонтоһо валентлығы һәм организмға эләгеү юлдарына бәйле. Уның 60-80 % -ы һөйәктәрҙә ҡала, ә организмдан радиобиологик сығарылыу осоро 200 йыл тәшкил итә. Был һөйәк туҡымаһының етди радиацион зарарланыуына килтерә. Нептундың радиация ағыуы плутонийҙан аҙыраҡ, сөнки удел активлығы кәмерәк.

Нептуний изотоптарының организмда рөхсәт ителгән миҡдар сиге: <sup id="mwmQ">237</sup>Np — 0,06 мккюри (100 мкг), 238Np, 239Np — мккюри 25 (10−4 мкг).237Np өсөн эш бүлмәһендәге һауала ПДК-һы 2,6 ·10−3 Бк/м³.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Плутоний // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә