Нанки́н (ҡытайса 南京, пиньин телендә: Nánjīng, палл.: Наньцзин, һүҙмә-һүҙ — «көньяҡ баш ҡала») — Ҡытайҙың элекке баш ҡалаһы, Янцзы йылғаһының түбәнге ағымындағы порт, Цзянсу провинцияһының административ үҙәге. Илдең көнсығыш өлөшөндә, Шанхай ҡалаһынан 260 саҡрым төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ҙур иҡтисади һәм мәҙәни үҙәк, майҙаны 6 596 кв.км[1]. 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса, халҡы 8 118 000 кеше.

Ҡала
Нанкин
ҡытайса 南京
Ил

Ҡытай

Провинция

Цзянсу

Координаталар

32°03′ с. ш. 118°46′ в. д.HGЯO

Мэр

Ян Вэйцзэ

Нигеҙләнгән

б.э.т. 495 йыл

Майҙаны

6 596[1] км²

Бейеклеге

15 м

Халҡы

8 118 мең кеше (2013)

Тығыҙлығы

1 213,6 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+8

Телефон коды25
Почта индексы

210000 - 211300

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

苏A

Рәсми сайт

nanjing.gov.cn  (ҡыт.)

Нанкин Цзянси провинцияһы
картаһында

Нанкин (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Нанкин
Нанкин

Тарихы үҙгәртергә

Нанкин (Наньцзин) б.э.т. 472 йылда нигеҙләнгән. Ҡаланың исеме бер нисә тапҡыр алмаштырылған. XIV быуат уртаһында ул монголдарҙың Юань династияһына ҡаршы күтәрелгән ихтилал үҙәге, артабан фетнәселәр башлыҡтарының береһе Чжу Юаньчжандың баш ҡалаһы була. Ул 1368 йылда нәҡ бында яңы Мин династияһы хакимлеге башланыуын, ә үҙен Мин империяһының беренсе императоры итеп иғлан итә (хакимлек ораны (девизы) «Хунъу» — «Һуғышсанлыҡ ташҡыны»). Шулай итеп, ҡала 1368—1421 йылдарҙа Хунъуҙың һәм уға алмашҡа килгән Цзяньвэнь менән Юнлэҙең баш ҡалаһы була. Хунъу хакимлеге осоронда Нанкин ҡеүәтле нығытма менән уратып алына. Ҡаланан көнсығышындағы «Цзыцзиньшань» тауы (урыҫса «Гора пурпурного золота», башҡортса «Ҡуйы ҡыҙыл алтын тауы») итәгендә император өсөн мөһабәт «Сяолин» мавзолей комплексы һалына.

1403 йылда, Юнлэ хакимлегенең башында уҡ, Янцзы йылғаһына ҡойған Циньхуайҙың (秦淮) тамағынан йыраҡ түгел ерҙә, Нанкин диуарының аҫтында ғына урынлашҡан Лунцзян («Драконовая река» — «Аждаһа йылға») судоверфендә Чжэн Хэ Һинд океанына яһаясаҡ экспедициялар өсөн ҙур караптар эшләү башлана[2].

 
Сяолин мавзолей комплексының Сыфанчэн павильонындағы стелла. Уны мавзолейҙа ерләнгән атаһы Чжу Юаньчжан (Хунъу) хөрмәтенә император Чжу Ди (Юнлэ) ҡуйған.

1421 йылда Мин династияһының өсөнсө императоры Юнлэ баш ҡаланы төньяҡҡа, яңынан төҙөлгән Бэйпинға («Мир на севере», «Төньяҡтағы донъя» — Хунъу заманында монголдарҙы тар-мар итеү айҡанлы аталған) күсерә һәм уның исемен «Пекин» («Бэйцзин» — «төньяҡ баш ҡала») итеп үҙгәртә. Шулай ҙа Мин дәүеренең аҙағына тиклем Нанкин (Наньцзин) рәсми нигеҙҙә империяның «ярҙамсыл баш ҡалаһы» булып иҫәпләнә һәм үҙенең һүҙмә-һүҙ тәржемәләге «көньяҡ баш ҡала» исемен һаҡлап ҡала.

1644 йылда император Чунчжэнь (Чжу Юцзянь) үлгәндән һәм Пекинды башта Ли Цзычэн баш күтәреүселәре, аҙаҡтан манжурҙар баҫып алғандан һуң, Нанкин ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тағы ла Көньяҡ Мин императорының баш ҡалаһы булып ала. Әммә император Хунгуан (Чжу Юцзянь) манжурға тейешле ҡаршылыҡ ойоштора алмай һәм, 1645 йылда улар Нанкинға яҡынлашҡас, ҡаланы ташлап ҡаса. Бынан алдараҡ үҙҙәре бойһондорған Янчжоуҙан айырмалы, манжурҙар көньяҡ баш ҡалала оло үлтереш-киҫелеш һәм ҙур емереүҙәргә бармай, шулай ҙа император һарайын туҙҙыра һәм үҙ базалары өсөн бер нисә кварталды баҫа, урындағы байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙы ҡулға төшөрә. Уларҙың күпселеген тиҙҙән ғаиләләре кирегә һатып алһа ла, бер нисә йөҙөн Пекинға алып китәләр[3]. Нанкиндең («Южная столица»—«Көньяҡ баш ҡала») үҙенең исеме яңы Цин хакимдәре тарафынан Цзяннин («Речной покой» — «Йылға тынлығы») итеп үҙгәртелә[4].

1842 йылда Нанкиндә Беренсе опиум һуғышының тамамланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. 1853—1864 йылдарҙа ул — Фарфор башняһын һәм күп кенә башҡа тарихи ҡомартҡыларҙы юҡ иткән тайпиндәр ихтилалының үҙәге була. Император хөкүмәте, Нанкинде «бола һәм башбаштаҡлыҡ сығанағы» тип һанап, уға шик менән ҡарай. Нәҡ ошо сәбәп арҡаһында Сунь Ятсен уны үҙенең баш ҡалаһы итеп һайлай ҙа инде. Бында уның мавзолейы урынлашҡан.

 
Йорт ҡуяндары һатыу

1927—1937 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Нанкин президент һарайы — Ҡытай Республикаһы хөкүмәтенең эш урыны (1949 йылдан — формаль рәүештә; ғәмәлдә хөкүмәт Тайвандәге Тайбэйҙә урынлашҡан). 1937 йылдың декабрендә Нанкинды япондар баҫып ала һәм 300 000 яҡын кешене юҡ итә. Гоминьдан хөкүмәте Чунцинға күсенә, ә япондар 1940 йылда Нанкинда Ҡытайҙың үҙҙәре баҫып алған биләмәләре менән идара итеү өсөн Ван Цзинвэй етәкселегендә марионетка хөкүмәте төҙөй.

Японияны еңгәндән һуң бер нисә ай үткәс (1946 йылдың 5 майында), Ҡытай Республикаһы хөкүмәте Чунциндан Нанкинға кире ҡайта, әммә 1949 йылдың 23 апрелендә Нанкинды Ҡытайҙың халыҡ-азатлыҡ армияһы үҙ ҡулына ала.

Иҡтисады үҙгәртергә

 
Цися районындағы Ганьцзясян сәнәғәт зонаһы

Станоктар, турбиналар, электрорадиоаппаратура, йөк һәм ауыл хужалығы машиналары етештереү, метал эшкәртеү, химия (бигерәк тә ашламалар һәм синтетик сүс ептәр), цемент, туҡыу һәмаҙыҡ-тлек сәнәғәте.

Транспорт үҙгәртергә

Мөһим транспорт үҙәге; диңгеҙ суднолары инә алырлыҡ йылға порты; Нанкин биләмәләрендә Янцзы йылғаһы аша һалынған биш күпер бар: бер ике ҡатлы (яруслы) тимер һәм автомобиль юлдары өсөн, бер айырым тимер юлы һәм өс автомобиль күпере, шулай уҡ Янцзы аҫтынан туннель һалынған. 2014 йылдың авгусына биш йүнәлеше (линияһы) булған метрополитен эшләп килә[5]. 2030 йылға уның йүнәлешәтре һанын 17 тиклем еткереү күҙаллана.

Административ-территориаль бүленеше үҙгәртергә

Карта Урыҫса исеме Ҡытайса исеме Майҙаны (км²)[1] Халҡы (2010)[1] Урыҫса исеме Ҡытайса исеме Майҙаны (км²)[1] Халҡы (2010)[1]
 
Ҡаланың үҙәк өлөшө Ҡаланың үҙәктән ситтәге өлөшө
Сюаньу районы 玄武区 81 651 957 Пукоу районы 浦口区 900 710 298
Байся районы 白下区 28 602 031 Лухэ районы 六合区 1 486 915 845
Циньхуай районы 秦淮区 22 405 891 Цися районы 栖霞区 340 644 503
Юйхуатай районы 雨花台区 132 391 285 Цзянье районы 建邺区 82 426 999
Сягуань районы 下关区 31 445 117 Цзяннин районы 江宁区 1 600 1 145 628
Гулоу районы 鼓楼区 25 826 074 Лишуй өйәҙе 溧水县 1 067 421 323
Гаочунь өйәҙе 高淳县 802 417 729

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

 
1684 йылда ҡалаға император Канси килеү хөрмәтенә Барабан башняһында ҡуйылған стелланы тотоп тороусы ҡолаҡлы гөбөргәйел (биси)

Көньяҡ династиялар дәүерендә Нанкиндың яҡын тирә-яғында һәм унан 100 саҡрым көнсығыштағы Даньянда император һәм был династияларҙың император йорттары ағзаларының кәшәнәләре (гробница) эргәләрендә ҡуйылған 30-ға яҡын скульптур төркөмдәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Йола буйынса уларҙың һәр ҡайһыһы бесәйҙәр тоҡомон хәтерләткән мөһабәт фантастик парлы заттарҙы, стелла тотҡан бе-ике гөбөргәйелде (ташбаҡаны) һәм аждаһаға оҡшаш затар уратҡан колонналы постаменттарҙы үҙ эсенә алып төҙөлә.

Нанкин Мин династияһы хакимлек иткән тәүге йылдар һәйкәлдәренә бай. Улар араһында мин императоры һарайы емереклектәре һәм беренсе Мин императоры Хунъуның сағыштырмаса яҡшы һаҡланған Сяолин мавзолейы айырым иғтибарҙы алып тора. Нанкиндың Мин дәүерендә һалынған ҡала диуарының байтаҡ ҡына өлөшө — бөгөн бөтә Ҡытайҙа ҡалғандың иң оҙоно — шулай уҡ беҙҙең көндәргә яҡшы һаҡланған килеш килеп еткән, Пекиндағы быға оҡшаш диуар XX быуаттың икенсе яртыһында емереп ташлана. Нәҡ ошо заман иҫтәлеге булып тағы ла алдараҡ хәкимлек иткән башҡа Мин эшмәкәрҙәренең кәшәнәләрендәге скульптура ансамблдәре рәте лә һаҡланып ҡалынған. Улар араһында алашар (евнух) дипломат һәм диңгеҙҙсе Чжэн Хэ ҡәберҙәре бар.

Мин мавзолейы Сяолиндан көнсығыштараҡ Ҡытай Республикаһы осорона ҡағылышлы күп кенә һәйкәл һәм тарихи ҡомартҡылар бар. Улар араһында иң мөһимдәре булып Сунь Ятсен мавзолейы һәм уға, шулай уҡ 1927 йылғы Төньяҡ поход барышында һәм 1932 йылда Шанхайҙы япондарҙан һаҡлап һәләк булған республика яугирҙәренә бағышланған мемориалдар иҫәпләнә. Был иҫтәлекле урындарҙың үҙәге будда динен тотоусыларҙың Лингу ғибәҙәт йорто (пагода Лингу).

Тағы ла бер иҫтәлекле урын булып Цинляншань тауы һаналып йөрөй.

Архитектура үҙгәртергә

 
Янцзы аша һалынған күперҙәге скульптура төркөмө
 
Күп ҡатлы Наньцзин-Гринлэнд финанс үҙәге

Нанкин дөйөм алғанда ирекле планлаштырылған биләмә. Уның көнсығыш өлөшөндәге «Император ҡалаһы» ғына 14—15 быуаттарҙа даими планлаштырылған булған, 1400 йылда ҡәлғә диауры менән уратып алынған. Боронғо һәйкәлдәр һәм тарихиҡомартҡылар: Цисясы монастырының Шэлита таш ғибәҙәт йорто (10 быуат); Лингу ғибәҙәтханаһындағы «уляндянь» (кирбестән матсаларһыҙ һалынған һарай, 1398); мин дәүеренән һаҡланып ҡалған ҡала диуарының бер өлөшө (14—17 быуаттар); Лян династияһы (502—557 йылдар) императорҙарының фантастик хайуандарҙың таш һындары ҡуйылған һәм тағы ла чиновниктарҙың, яугирҙәрҙең, хайуандарҙың таш һындары урынлаштырылған Чжу Юаньчжан (XIV быуат) ҡәберлектәре; Сунь Ятсен мавзолейы (1926—29).

Бөгөнгө көндәрҙә ҡала төҙөлөштөң иҫ китерлек үҫешен кисерә. Бында һалынған 89 ҡатлы Наньцзин-Гринлэнд финанс үҙәге небоскрёбы Ҡытайҙа иң бейектәрҙең береһе булып һанала.

Спорт үҙгәртергә

 

Нанкинда 2014 йылдың 19—28 авгусында Үҫмерҙәрҙең йәйге Олимпиадаһы (14—18 йәштәге үҫмер спортсыларҙың икенсе йәйге Олимпия уйындары) үткәрелде. Был спорт байрамын үҙендә ойоштороу хоҡуғына ҡала Мексиканың Гвадалахара һәм Польшалағы Познань араһынан Халыҡ-ара Олимпия комитетының Ванкуверҙа булған 112 сессияһы ҡарары менән лайыҡ булды.

Барлыҡ Олимпия уйындарына кеүек үк үҫмерҙәрҙекенә лә үҙ талисманы булдырылды[6] — «Нанкинлеле» исемендәге төрлө төҫтәге ташсыҡтарҙан төҙөлгән «НАНКИН» яҙыуы һәм төрлө төҫтәр үҫмерҙәрҙең дәртле рухын сағылдырыусы булды. 201 илдән килгән 3600 йәш спортсы 222 комплект бүләктәр өсөн түбәндәге спорт төрҙәре буйынса ярышты:

  1. Академик ишеү
  2. Бадминтон
  3. Баскетбол (урам баскетболы)
  4. Бокс
  5. Велосипед спорты (комбинация ВМХ, маунтинбайка и шоссе)
  6. Волейбол (пляж волейболы)
  7. Ирекле көрәш
  8. Гандбол
  9. Гольф
  10. Байдарка һәм каноэларҙа ишеү
  11. Ишеү слаломы
  12. Греко-римская көрәше
  13. Дзюдо
  14. Ат спорты (конкур)
  15. Еңел атлетика
  16. Өҫтәл теннисы
  17. Парус спорты
  18. Йөҙөү
  19. Һыуға һикереү
  20. Батутта һикереү
  21. Атыу
  22. Регби (регби-7)
  23. Заман бишалышы
  24. Спорт гимнастикаһы
  25. Уҡтан атышыу
  26. Теннис
  27. Триатлон
  28. Тхэквондо
  29. Ауыр атлетика
  30. Фехтование
  31. Футбол
  32. Үлән хоккейы
  33. Художестволы гимнастика

Мәғариф үҙгәртергә

Нанкин (Наньцзин) университеты — Ҡытайҙың иң боронғо һәм абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе. Бөтә донъя рейтигтары буйынса, ул илдең биш иң яҡшы университеты иҫәбенә инә, һәм был үҙе генә лә лайыҡлы уҡытыу кимәленең ныҡлы нигеҙе булып хеҙмәт итә. Үҙенең 100 йылдан күберәк эшмәкәрлеге дауамында уҡыу йорто, бихисап күренекле һәм данлы белгестәр әҙерләп сығарып, илдең үҫеүе һәм сәскә атыуы өсөн ҙур өлөш индергән. Атаҡлы һәм донъяла танылған ғалимдарҙың күбеһе нәҡ был университетта тамамлаусылар йә унда эшләүселәр.

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

Нанкин төрлө дәүләттәрҙең түбәндәге 14 ҡалаһы менән күрһәтелгән ваҡытта бәйләнештәр урынлаштырған.[7]:

Ҡала күренештәре үҙгәртергә

 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 http://www.geohive.com/cntry/cn-32.aspx
  2. Levathes 1994, p. 75
  3. Struve 1993, p. 55-66
  4. Struve 1988, p. 661
  5. 南京变身“地铁城” (ҡыт.). finance.gucheng.com. Дата обращения: 8 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  6. (体坛热点)青春南京——南京青奥会会徽解读 (билдәһеҙ). xinhuanet.com (май 2011). Дата обращения: 14 февраль 2014. 2013 йыл 24 май архивланған.
  7. http://www.njfao.gov.cn/www/njwb/yhcs.htm 2012 йыл 2 май архивланған. 友好城市

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Cotterell, Arthur. The Imperial Capitals of China - An Inside View of the Celestial Empire. — London: Pimlico, 2007. — P. 304 pages.. — ISBN 978-1-84595-009-5.
  • Danielson, Eric N. Nanjing and the Lower Yangzi River. — Singapore: Marshall Cavendish/Times Editions, 2004. — ISBN 981-232-598-0.
  • Eigner, Julius. "The Rise and Fall of Nanking" in National Geographic Vol. LXXIII No.2. — Washington, D.C.: National Geographic.
  • Farmer, Edward L. Early Ming Government: The Evolution of Dual Capitals. — Cambridge, Mass.: Harvard University Press, 1976.
  • Hobart, Alice Tisdale. Within the Walls of Nanking. — New York: MacMillan, 1927.
  • Jiang, Zanchu. Nanjing shi hua. — Nanjing: Nanjing chu ban she, 1995. — ISBN 7-80614-159-6.
  • Lutz, Jessie Gregory. China and the Christian Colleges, 1850-1950. — Ithaca: Cornell University Press, 1971.
  • Ma, Chao Chun (Ma Chaojun). Nanking's Development, 1927-1937. — Nanking: Municipality of Nanking, 1937.
  • Michael, Franz. The Taiping Rebellion: History and Documents (3 vols.). — Seattle: University of Washington Press, 1972.
  • Mote, Frederick W. "The Transformation of Nanking, 1350–1400," in The City in Late Imperial China, ed. by G. William Skinner. — Stanford: Stanford University Press, 1977.
  • Mote, Frederick W., and Twitchett, Denis, ed. The Cambridge History of China Vol. 7, The Ming Dynasty, 1368-1644. — Cambridge: Cambridge University Press, 1988.
  • Musgrove, Charles D. "Constructing a National Capital in Nanjing, 1927–1937," in Remaking the Chinese City, 1900–1950, ed. by Joseph W. Esherick. — Honolulu: University of Hawaii Press, 2000.
  • Nanking Women's Club. Sketches of Nanking. — Nanking: Nanking Women's Club, 1933.
  • Ouchterlony, John. The Chinese War: An Account of All the Operations of the British Forces from the Commencement to the Treaty of Nanking. — London: Saunders and Otley, 1844.
  • Prip-Moller, Johannes. "The Hall of Lin Ku Ssu (Ling Gu Si) Nanking," in Artes Monuments Vol. III. — Copenhagen: Artes Monuments, 1935.
  • Smalley, Martha L. Guide to the Archives of the United Board for Christian Higher Education in Asia (Record Group 11). — New Haven: Yale University Divinity Library Special Collections, 1982.
  • Struve, Lynn (1988), "The Southern Ming", in Frederic W. Mote, Denis Twitchett, and John King Fairbank (eds.), «Cambridge History of China, Volume 7, The Ming Dynasty, 1368–1644», Cambridge: Cambridge University Press, сс. 641–725 .
  • Struve, Lynn A. Voices from the Ming-Qing Cataclysm: China in Tigers' Jaws. — Yale University Press, 1998. — ISBN 0-300-07553-7. (Chapter 4: «The emperor really has left»: Nanjing changes hands, pp. 55-72.)
  • Teng, Ssu Yu. Chang Hsi (Zhang Xi) and the Treaty of Nanking, 1842. — Chicago: Chicago University Press, 1944.
  • Thurston, Mrs. Lawrence (Matilda). Ginling College. — New York: United Board for Christian Colleges in China, 1955.
  • Till, Barry. In Search of Old Nanking. — Hong Kong: Hong Kong and Shanghai Joint Publishing Company, 1982.
  • Tyau, T.Z. Two Years of Nationalist China. — Shanghai: Kelly and Walsh, 1930.
  • Uchiyama, Kiyoshi. Guide to Nanking. — Shanghai: China Commercial Press, 1910.
  • Wakeman, Frederic, Jr. (1985), «The Great Enterprise: The Manchu Reconstruction of Imperial Order in Seventeenth-Century China», Berkeley and Los Angeles: University of California Press, ISBN 0-520-04804-0 .
  • Wang, Nengwei. Nanjing Jiu Ying (Old Photos of Nanjing). — Nanjing: People's Fine Arts Publishing House, 1998.
  • Ye, Zhaoyan. Lao Nanjing: Jiu Ying Qinhuai (Old Nanjing: Reflections of Scenes on the Qinhuai River). — Nanjing: Zhongguo Di Er Lishi Dang An Guan (China Second National Archives), 1998.
  • Yang Xinhua. Nanjing Ming-Qing Jianzhu (Ming and Qing architecture of Nanjing). — Nanjing Daxue Chubanshe (Nanjing University Press), 2001. — ISBN 7-305-03669-2.
  • Dreyer, Edward L. (2007), «Zheng He: China and the oceans in the early Ming dynasty, 1405-1433», The library of world biography, Pearson Longman, ISBN 0321084438 
  • Levathes, Louise (1994), «When China Ruled the Seas: The Treasure Fleet of the Dragon Throne, 1405–1433», Oxford University Press, ISBN 0-19-511207-5 
  • Struve, Lynn A. (translator and editor) (1993), «Voices from the Ming-Qing Cataclysm: China in Tigers' Jaws», Yale University Press, ISBN 0300075537 
  • Struve, Lynn A. (1988), "Southern Ming", in Mote, Frederick W. & Twitchett, Denis, «The Cambridge history of China: The Ming dynasty, 1368-1644, Part 1», Volume 7 of The Cambridge History of China, Cambridge University Press, сс. 641 sq., ISBN 0521243327, <http://books.google.com/books?id=tyhT9SZRLS8C&pg=PA641> 

Һылтанмалар үҙгәртергә