Намыҫ (нәфис фильм)

Намыҫ (әрм. Նամուս, рус. Честь) — Александр Ширванзаденың шул уҡ исемдәге романы буйынса төшөрөлгән совет уйын фильмы.

Намыҫ
Նամուս
Постер фильма
Жанр

драма

Режиссёр

Амо Бек-Назарян

Сценарий
авторы

Амо Бек-Назарян

Оператор

С. Забозлаев

Композитор

башта тауышһыҙ кино, Анаит Симонян (реставрацияланған версияһы

Кинокомпания

Әрмәнкино Грузия дәүләт кино промы менән берлектә

Оҙайлығы

62 минут (реставрацияланған — 85 минут)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Йыл

1925

IMDb

0017195

Фильмға постер. Ленинград 1926 йыл

Сюжеты үҙгәртергә

Шемаха, XIX быуат урталары. Көршәктәр яһаусы Айрапеттың улы Сәйран йәшерен рәүештә үҙенең буласаҡ кәләше, тегенсе Барһударҙың ҡыҙы Сусан менән осраша. Ғәҙәт буйынса никахҡа хәтле егет менән кәләштең осрашыуы ҡәтғи тыйылған була. Бер осрашыуҙарын күршеләре белеп ҡала. Һәм улар тураһында мыҫҡыллы ғәйбәттәр тарала. Сәйрандың менән кәләшенең намыҫына тейәләр. Сусанды бай сауҙагәр Рөстәмгә кейәүгә бирәләр. Быны ишеткән Сәйран һөйгәне тураһында ялған хәбәрҙәр тарата, уға бирелеүе тураһында һөйләй. Рөстәм үҙен алданған тип уйлап Сусанды үлтерә. Һөйгәненең үлемен ишетеп, Сәйран үҙ үҙенә ҡул һала.

"Намыҫ"та мин Ширванзадегә эйәреп, быуаттар буйы изгеләштерелгән йолалар хакимына, атайҙар "намыҫы"на эйәреүсе тупаҫ көстәрҙе оят бағанаһына ҡаҙаҡлап ҡуйырға теләнем.…

— Амо Бек-Назарян

Ролдәрҙә үҙгәртергә

  • Иван Абелян — Бархудар
  • Татьяна Акопян (Асмик) — Мариам
  • Ольга Майсурян — Гөлназ
  • Грачья Нерсесян — Рөстәм
  • Авет Аветисян — Айрапет
  • Нина Манучарян — Шпаник
  • Мкртчян Самвел — Сәйран
  • Мария Шахубатян-Татиева — Сусан
  • Амвросий Хачанян — Баҙал
  • Л. Алексанян — Сусамбар
  • Рипсимия Меликян — Санам
  • Амасий Мартиросян — Смбат
  • Михаил Гарагаш — духансы
  • Осий Мурадян — бейеүсе бала
  • Елизавета Адамян — Мариамдың әхирәте
  • Тигран Шамирханян — зурна уйнаусы
  • Армен Гулакян — эпизод
  • Гай (Георгий) Паарэ — трактирщик, эпизодтарҙа

Төшөрөү группаһы үҙгәртергә

  • Рәссам-ҡуйыусыһы — Валериан Сидамон-Эристов, Михаил Сургунов
  • Баш администраторы — Михаил Гарагаш

Техник мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә