Налогин Алексей Геннадьевич

Налогин Алексей Геннадьевич (29 апрель 1977 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары һәм программисы. Арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән кешеләргә ортопедик системалар эшләү менән шөғөлләнгән ЯСЙ «„Доспехи“ яңы реабилитация технологиялары» Рәсәй шәхси компанияһының нигеҙләүсеһе һәм генераль директоры.

Алексей Геннадьевич Налогин
Тыуған көнө

29 апрель 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (46 йәш)

Тыуған урыны

Мәскәү, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, программист

Сайт

http://dospehi.com/

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Геннадьевич Налогин 1977 йылдың 29 апрелендә Мәскәүҙә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Алты йәшлек сағында ата-әсәһе менән ГДР-ға күсә һәм бында биш йыл дауамында йәшәй. 1988 йылда Мәскәүгә ҡайта, спорт менән мауыға, 12 йәштән алып — туризм менән шөғөлләнә[1].

1990 йылдың йәйендә Алексей Налогиндың арҡаһы ныҡ ауырта, шул уҡ йылдың декаберендә Н. Н. Приоров исемендәге Үҙәк травмотология һәм ортопедия институтында уға умыртҡа саркомаһы тигән диагоноз ҡуйыла. 27 декабрендә яман шеште алып таштайҙар, умыртҡаны нығытыу өсөн аллотрансплантат ҡуйыла. Алексейға химиотерапияның 6 курсын үтергә тура килә. 1991 йылдың 4 декабрендә Налогинға һынған аллотрансплантантты алыштырыу буйынса операция яһайҙар, уның һөҙөмтәһендә ул үҙаллы йөрөү һәм ултырыу мөмкинлеген юғалта[1].

1998 йылдың ҡышында дуҫтары ярҙамында Рәсәй балалар клиник дауаханаһында дауаланыусы ауырыу балаларға иғәнә йыйыу маҡсатында «Балаларҙы ҡотҡарға ярҙам итегеҙ!» (рус. «Помогите спасти детей!») тип аталған Рәсәйҙәге тәүге мәрхәмәтлелек проектын ойоштора[2]. 2000 йылда проект донъялағы иң эффектив булараҡ билдәләнә[3]. Алексей Налогин 50-нән ашыу селтәр проекттарын төҙөүҙә ҡатнаша, Рәсәй фәндәр академияһының Система анализы интституты, ЯАЙ «Телекомпания ВИD», CAF халыҡ-ара мәрхәмәтлелек ойошмаһы һәм башҡа Рәсәй, Бөйөк Британия, АҠШ, Германия, Италия һәм Израиль ойошалары менән хеҙмәттәшлек иткән[4].

1999 йылдан алып Алексей Геннадьевич башҡа проекттар менән, шул иҫәптән үҙе төҙөгән CBN селтәре менән етәкселек итә. Шул уҡ йылдан алып «Charities Aid Foundation» мәрхәмәтлелек фондының Рәсәйҙәге вәкиллеге менән хеҙмәттәшлек итә башлай[2].

2000-се йылдар башында Налогиндың арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән кешеләргә ортопедик системалар эшләү менән шөғөлләнгән компанияһын ойоштороу тураһында идея барлыҡҡа килә. Полиомиелит аппараттары менән дауалаусы немец врачтарына мөрәжәғәт итеп, Налогин үҙенә беренсе протезға заказ бирә[5]:

  «Конструкция үтә ауыр һәм ҙур ине, әммә мин шуны аңланым, әгәр идеяны үҫтерһәң кәрәкле нәмә килеп сығырға мөмкин»  

Уның ыңғай һөҙөмтәләрен күреп, таныштары һәм дуҫтары унан «Доспехи»ға заказ бирә башлайҙар, 2005 йылдан ул үҙенең етештереү эшмәкәрлеген индивидуаль эшҡыуар булып башлай, йылына 5-6 әйбер эшләй, һәр береһенең хаҡы 85 мең һум була. 2008 йылда Налогин «„Доспехи“ яңы реабилитация технологиялары» яуаплылығы сикләнгән ойошма тип теркәй, — был клиенттар ортопедик системаға тотонған аҡсаһын социаль страховка фонды аша кире ҡайтарыу мөмкинлеге булһын өсөн кәрәк була, закон буйынса инвалид йылына бер тапҡыр протез-ортопедик әйберҙе лицензиялы етештереүсенән алһа 100 % тотонған аҡсаһын кире ҡайтара ала[6]. Шул уҡ йылда Налогин ентекле бизнес-план төҙөп «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондынан 9,5 миллион һум ала, шуларҙың 4 миллионы — бушлай, ә 5,5 миллионы ике йылға процентһыҙ займ формаһында бирелә.

Хәҙерге ваҡытта Алексей Налогин даими рәүештә Таиландта йәшәй, һәм компания менән дистанцион идара итә[1]. Эшҡыуар йәйәнән атыу менән шөғөлләнә һәм 2016 йылда Рио-де-Жанейро ҡалаһында уҙғарыласаҡ Паралимпия уйындарында ҡатнашырға ниәтләй[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Настя Радужная. Никаких оправданий: «Когда не знаешь, что делать, делай шаг вперед» — интервью с Алексеем Налогиным. Хелпус. Фонд помощи взрослым (12 февраль 2014). Дата обращения: 12 июнь 2015.
  2. 2,0 2,1 Налогин Алексей. Социальное предпринимательство России. Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 13 июнь архивланған.
  3. Наталья Чернова. Инвалид с повреждением позвоночника производит ортопедические системы, не имеющие аналогов в России. Новая газета (26 ғинуар 2009). Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  4. Алексей Налогин. TEDxYauzaRiver учиться и учить по-новому. Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 13 июнь архивланған.
  5. Ирина Воронова. «Доспехи» рыцаря Лёшки. Труд (17 май 2007). Дата обращения: 12 июнь 2015.
  6. Римма Авшалумова. Инвалид Алексей Налогин создал компанию, чтобы помочь себе и другим. Ведомости (12 ноябрь 2010). Дата обращения: 10 май 2015.