Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы

Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны

Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы (ҡаҙ. Сара Алпыс кызы Назарбаева; 12 февраль 1941 йыл) — Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны.

Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы
ҡаҙ. Сара Алпыс қызы Назарбаева
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 12 февраль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Кызылжар[d], Бухар-Жырауский район[d], Ҡарағанда өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы
Балалары Назарбаева Дариға Нурсолтан ҡыҙы, Динара Нурсултановна Кулибаева[d] һәм Алия Нурсултановна Назарбаева[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Сара Алпыс ҡыҙы Назарбаева (ҡыҙ фамилияһы Ҡонаҡаева) 1941 йылдың 12 февралендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Ҡарағанды өлкәһенең Ҡыҙылжар ауылында тыуған. Сығышы менән Арғын тоҡомоноң Ҡыуандыҡ ырыуынан.

1962 йылда Нурсолтан Назарбаевҡа кейәүгә сыға, өс ҡыҙы (Дариға, 1963 йылда тыуған, Динара, 1967 йылда тыуған, Әлиә, 1980 йылда тыуған), өс ейәне (Нурғәле, 1985 йылда тыуған, Алтай, 1990 йылда тыуған, Айсолтан, 1990 йылда тыуған), биш ейәнсәре (Венера, 2000 йылда тыуған, Дениза, 2004 йылда тыуған, Алиша, 2010 йылда тыуған, Тиара, 2007 йылда тыуған, Алсара, 2011 йылда тыуған), бүләсәре (Лаура, 2003 йылда тыуған) һәм бүләһе (Алан, 2005 йылда тыуған) бар.

1992 йылдың февраленән — «Бобек» республика балалар мәрхәмәтлек фондына нигеҙ һалыусы һәм уның президенты.

1994 йылдың июленән — «SOS — Ҡаҙағстандың балалар ауылдары» («Киндердорф Интернациональ» Австрия фонды филиалы) фонды президенты.

1999 йылдың мартынан — «Демография» мәрхәмәтлек фондының попечителлек советы рәйесе.

Әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү буйынса «Асылыңды танып белеү» тип аталған белем биреү проекты авторы: уның төп маҡсаты — дөйөм кешелек ҡиммәттәрен тергеҙеү, балаларҙы үҙ-үҙе һәм тирә-яҡ донъя менән гармонияла йәшәргә өйрәтеү.

Китаптары үҙгәртергә

Сара Назарбаева сәләмәт йәшәү рәүешенә бағышланған бер нисә китап авторы:

  • Порфирий Корнеевич Ивановтың «Детка» системаһын ҡулланып уҡыусыларҙың һаулығын нығытыуҙың, уларға әхлаҡи тәрбиә биреүҙең педагогик проблемалары (1999)
  • Кеше һаулығы һәм П. К. Ивановтың «Детка» системаһы (1999, авторҙашлыҡта);
  • Үҙеңә юл. Сәләмәт шәхес тәрбиәләү ысулы булараҡ Порфирий Корнеевич Иванов тәғлимәте (1999)
  • Тормош этикаһы (2001)
  • Яратыу менән (2001)
  • «Асылыңды танып белеү» (2009). Ҡаҙағстанда шул исемдәге яңы предметты уҡытыу өсөн дәреслек[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • I дәрәжә Дуҫлыҡ ордены (Достык) (декабрь 2001 йыл)[2][3][4];
  • Cыңғыҙ Айытматов исемендәге алтын миҙал (2003 йылдың ноябре) — асылыңды танып белеү философияһына һәм уҡыу мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн[5];
  • БМО Балалар фонды — ЮНИСЕФ-тың иҫтәлекле миҙалы (декабрь, 2007 йыл);
  • Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Ихсан Дограмачи исемендәге халыҡ-ара премияһы[6];
  • «SOS-Киндердорф» халыҡ-ара фондының алтын миҙалы (1999 йыл) —етем балалар мәсьәләләрен хәл итеүҙә айырым ҡаҙаныштары өсөн;
  • Халыҡ-ара премия «Unity»;
  • «Курманджан Датка» премияһы — һаулыҡ һаҡлау, хәйриә һәм үҫеп килгән быуындың рухи формалашыуы өлкәһендәге емешле эшмәкәрлеге өсөн;
  • Ҡаҙағстан Республикаһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре;
  • «Звезды Содружества» дәүләт ара премия лауреаты.
  • Дан һәм Намыҫ ордены (РПЦ, 2011)[7]
  • I дәрәжә изге апостолдар княгиняһы Ольга ордены (РПЦ, 2016)[8]
  • 2 дәрәжә Барыс ордены (2017)

Факттар үҙгәртергә

  • 16 ҡатын-ҡыҙ — Business Insider америка яңылыҡтар порталы версияһы буйынса донъяның иң мәрхәмәтһеҙ лидерҙарының ҡатындары исемлегенә инә[9]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Today.kz. Предмет «самопознание», разработанный Сарой Назарбаевой, становится обязательным и в школах, и в вузах РК с нового учебного года. Дата обращения: 18 сентябрь 2010. Архивировано 3 апрель 2012 года. 2012 йыл 3 апрель архивланған.(рус.). Тәүге сығанаҡтан 2012 йыл 3 апрель архивланған. архивланған 3 апрель 2012. 18 сентября 2010 тикшерелгән.
  2. Биография на сайте centrasia.ru 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Биография на сайте wok.kz 2011 йыл 17 август архивланған.
  4. Ирония судьбы или… C юбилеем! Назарбаев наградил орденами и медалями ближайших родственников 2008 йыл 2 декабрь архивланған.
  5. «За вклад в философию самопознания и культуру чтения». Сара Назарбаева получит золотую медаль им. Чингиза Айтматова 2012 йыл 21 август архивланған.
  6. Казахский путь к всеобщей гармонии 2008 йыл 4 июль архивланған.
  7. Первой леди Казахстана вручен орден Русской Православной Церкви «Славы и Чести»(недоступная ссылка)
  8. Святейший Патриарх Кирилл наградил президента Республиканского фонда «Бобек» С. А. Назарбаеву орденом равноапостольной княгини Ольги(недоступная ссылка)
  9. Назарбаев вошел в список «самых деспотичных лидеров» Азии

Һылтанмалар үҙгәртергә