М. Ф. Шмырёв музейы

Советтар Союзы Геройы Минай Филиппович Шмыревтың Витебск өлкә музейы Витебск ҡалаһында 1966 йылдың 1 февралендә БССР мәҙәниәт министрлығы 1966 йылдың 24 мартындағы «Советтар Союзы Геройы М.Ф. Шмыревтың мемориал музейын асыу тураһында» бойороғона ярашлы ойошторола. Витебск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма комитетының ҡарары менән 1968 йылдың 26 декабрендә ҡала музейы өлкә музейы тип үҙгәртелә. 1969 йылдың 5 июлендә Белоруссияның немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 25 йыллығы байрамы көндәрендә К.Д.Голембиовский исемендәге элекке отставкалағы чиновниктар бинаһында (XIX быуат аҙағы — XX быуат башы) асыла. Музей менән И.И. Симаньков, Н. В Семешина етәкселек итә. 2002 йылдан директоры И. А. Шишкова.

М. Ф. Шмырёв музейы
Нигеҙләү датаһы 1 февраль 1966
Рәсем
Атамаһы Віцебскі абласны музей Героя Савецкага Саюза Міная Піліпавіча Шмырова
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Витебск
Урын Беларусь
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Рәсми сайт shmyrev.museum.by
Карта
 М. Ф. Шмырёв музейы Викимилектә

Экспозиция үҙгәртергә

Музейҙың төп фондында (2013 йыл) 8758 берәмек әйбер иҫәпләнә, фәнни-ярҙамсы әйберҙәр — 1343 дана. Музей 223 м ² дөйөм майҙаны менән дүрт экспозиция залы һәм 39 м² майҙаны менән күргәҙмә залынан тора. Экспозицияның дауамы булып музей бинаһы менән йәнәш урынлашҡан мемориал-парк тора. Паркта М. Ф. Шмыревтың скульптура бюсы (скульптор З.Азгур), «Рельс һуғышы» макеты, артиллерия ҡоралдары ҡуйылған, партизан землянкалары төҙөлгән.

Беренсе зал үҙгәртергә

Музей коллекцияһында ҡорал, көнкүреш әйберҙәре, документтар, һынлы сәнғәт әйберҙәре, фалеристика, баҫма матбуғат, кинофотодокументтар һаҡлана. 1-се залда экспозиция материалдары М. Ф. М. Шмыревтың бала һәм үҫмер йылдары хаҡында, һуғышҡа тиклемге осорҙа хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында элекке Сураж территорияһында партизан хәрәкәтен, 1-се Белорус партизандар бригадаһын ойоштороуы хаҡында һөйләй.

Икенсе зал үҙгәртергә

2-се зал экспозицияһы Белоруссияла партизан хәрәкәтен артабан киңәйтеүгә, 1-се Белоруссия партизан бригадаһы базаһында яңы партизандар формированиеһын (Ҡыҙыл Байраҡлы Ленин комсомолы исемендәге бригада һәм 1-се Витебск партизандар бригадаһы) ойоштороуға арналған. Бында партизандарҙың һәм Александр Невский орденлы 105-се айырым Поневожский авиаполкының үҙ-ара бәйләнеше, «Багратион» операцияһы һөҙөмтәһендә Витебск ҡалаһын азат итеү (26.06.1944 й.) һәм Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуы тураһында материалдар бар.

Өсөнсө зал үҙгәртергә

3-сө залдағы экспозиция М.Ф. Шмыревтың һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Бында әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре тәҡдим ителә, уларҙа партизан комбригының ҡаһарманлығы сағылыш таба, «Батька Минай» документаль фильмы һәм нәфис «Батька» кинотаҫмаһы күрһәтелә.

Дүртенсе зал үҙгәртергә

4-се зал экспозицияһында йыһаздары, китаптары, шәхси әйберҙәре, һунар кәрәк-яраҡтары, документтары һәм предприятиеларҙың, уҡыу йорттарының, Шмырев исемен йөрөткән объекттарҙың фотоһүрәттәре менән М. Ф. Шмыревтың эш кабинетының интерьеры күрһәтелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список музеев Витебской области
  • Витебский областной краеведческий музей

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Шышкова, І.А. Віцебскі абласны музей Героя Савецкага Саюза М. П. Шмырова / І.А. Шышкова // Музеі Беларусі = Музеи Беларуси / рэд. Г. П. Пашкоў, Л. В. Календа, М. Г. Нікіцін. — Мн., 2008. — С. 174—177.
  • Віцебскі абласны музей М. П. Шмырова // Памяць: гісторыка-документальная хроніка Віцебска : у 2 кн. / рэдкал.: Г. П. Пашкоў [і інш.]; склад. А.І. Мацяюн; маст. Э. Э. Жакевіч. — Мн., 2003. — Кн. 2. — С. 643—644.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Витебский областной музей Героя Советского Союза М.Ф. Шмырева на YaTuT.biz 2019 йыл 24 май архивланған.